Һайлауға – 352 таныҡлыҡ16.08.2016
Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауға 352 иҫәптән төшөү таныҡлығы тапшырылды. Төбәктәге һайлаусылар тауыш биреү өсөн документты 3 августан ала башланы. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы матбуғат конференцияһында ошо турала һөйләне.

Төбәккә етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү өсөн 73 мең иҫәптән төшөү таныҡлығы бланкыһы тапшырылған. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы бер мандатлы һәр округкка ошондай таныҡлыҡтар күләмен билдәләгән.
Тауыш биреү көнөндә үҙенең һайлау участкаһына килә алмаған кеше ошондай таныҡлыҡ алырға хоҡуҡлы. Башҡорт­остандың Үҙәк һайлау комиссияһында әйтеүҙәренсә, таныҡлыҡ 3 августан 6 сентябргә тиклем – территориаль, ә 7 – 17 сентябрҙә участка һайлау комиссияһында тапшырыла.


Алкоголь баҙарында үҙгәрештәр

Республикабыҙ баҙары легаль булмаған алкоголдән планға ярашлы ҡотола. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте 2016-2017 йылдарҙа төбәктәге алкоголь продукцияһы баҙарында хәлде тотороҡландырыу буйынса саралар планын ҡабул итте.

Республика Хөкүмәте Бойороғо менән раҫланған документ алкоголле һәм спиртлы продукцияны асыҡлауға һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә юл ҡуймауға, йәштәр мөхитендә эскелекте кәметеүгә, легаль булмаған алкоголь продукцияһы ҡулланыуҙың зыяны хаҡында халыҡҡа мәғлүмәт таратыуҙы киңәйтеүгә йүнәлтелгән саралар комплексын үҙ эсенә ала.
Планда республикалағы контроль һәм күҙәтеү органдары, урындағы үҙидара тарафынан ошондай продукцияны асыҡлау һәм уны әйләнештән сығарыу, йәмәғәт контролен, сәләмәт тормошто пропагандалау йәһәтенән иҫкәртеү сараларын тормошҡа ашырыу ҡарала.





Вернуться назад