Бергә ҡушҡайныҡ берҙе, ике ишектән керҙе...16.08.2016
Федераль таможня хеҙмәте башлығы Андрей Бельяниндың өйөн тентеү мәлендә Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре 66 миллион һум аҡса тапҡан... аяҡ кейемдәре һауытында. Чиновник (хәҙер инде элекке) хәбәр итеүенсә, был аҡса – ғаиләһенең күп йылдар йыйып килгән хәләл байлығы. Һеҙ ышанаһығыҙмы? Ә мин – юҡ!

Ҙур түрәләрҙе фашлау осрағы тәүгә түгел – һуңғы арала төрлө кимәлдә йылы урын биләүселәргә ҡарата был йәһәттән йыш ҡына “эш ҡайнай”. Фашланыусылар араһында район хакимиәте башлыҡтары ла, төбәк етәкселәре лә, хатта ил кимәлендәге түрәләр ҙә осрап ҡуя. Исемдәрен атау түгел маҡсатым – миллион һумлыҡ авторучка хужаларын, шул уҡ хаҡҡа һатып алынған һунар ҡоралдары (күсемһеҙ милек, брендлы автомобилдәр, кәмә-самолеттарҙы әйтеп тә тормайым) эйәләрен хәҙер яттан беләбеҙ. Бигерәк тә шуныһы үҙенсәлекле: был абзыйҙар үҙҙәренә ҡарата ҡуҙғатылған “эштәр”гә ҡарамаҫтан, йылы урындарын биләй бирә, бер урындан ҡыуһалар, икенсе ерҙә түрәлеккә дәғүә итә.
Ысынлап та, бәғзе берәүҙәр ояттың да, ҡурҡыуҙың да нимә икәнлеген белмәй һымаҡ, төрлө алдашыу-урлашыу юлдары аша байыуын дауам итә. Юҡһа, айына 40 мең һум эш хаҡы алып, мәҫәлән, 5 миллион һумлыҡ машиналы булыуҙы тағы нисек аңлатаһың? Шул уҡ ваҡытта улар һуңғы сиктә һинең менән минең аҡсаларҙы үҙләштерә. Белгестәр фекеренсә, коррупция бюджеттың 20-60 процент аҡсаһын йотоп тора.
...Өҫтәлемдә балалар өсөн Әлфиә Әсәҙуллинаның “Һанашмаҡтар” тигән китабы ята. Шул китапта кескәйҙәрҙе төрлө ысул менән һанарға өйрәтәләр. “2” һанына, мәҫәлән, бына ниндәй шиғыр юлы бар: “Бергә ҡушҡайныҡ берҙе, ике ишектән керҙе...”. Был аңлатманы ҡайһы берҙә мут-шуҡ чиновниктарға ла ҡулланыу яҙыҡ булмаҫ ине, тик башҡасараҡ мәғәнәлә: төҙөлөшкә тигән бер миллион һумды үҙләштереп, уның янына юлды ремонтлау аҡсаһын да урлау схемаһын төҙөп ултырғанда, чиновниктың ишеген шаҡыйҙар – ә, үтһен әйҙә, тендерҙа еңергә теләүсе эшҡыуар килгән икән, тик ришүәткә тигән ике миллион һумын онотмағанмы?!.
Эйе, нәҡ үҙебеҙ рөхсәт бирәбеҙ урлашырға! Күргәндә, бүләк хаҡына күрмәйбеҙ, ишеткәндә, бәләһе минән ары торһон, тип ишетмәйбеҙ. Улай ғына ла түгел, үҙебеҙ байырға ярҙам итәбеҙ. Нисекме? Йә, әйтегеҙ кем табиптарға кәнфит-кофе күтәреп барғаны юҡ? Әлбиттә, табип чиновник түгел, әммә шул кәнфиттән, вайымһыҙлыҡтан һәм башҡа етешһеҙлектән башлана инде, йәмәғәт...







Вернуться назад