Милли мәғарифҡа яңы маҡсат16.08.2016
Милли мәғарифҡа яңы маҡсат 8 – 12 августа баш ҡалабыҙҙа милли мәғариф аҙналығы үтте. Йыл һайын даими уҙғарылған был сара башҡа йылдарҙағыһынан айырылып торҙо. Кәңәшмәлә уҙған уҡыу йылына һығымталар яһалып, киләсәккә перспективалар билдәләнде, белем биреүҙең сифатын күтәреү менән бер рәттән, яңы уҡыу йылына маҡсаттар ҡабул ителде.


Беренсе көндө “Дөйөм белем биреү” темаһы аҫтында республиканың Мәғариф министрлығы вәкилдәре педагог-методистар менән берлектә оҫталыҡ дәрестәре, дискуссия майҙаны ойошторҙо.
Кәңәшмәнең икенсе көнө “Тәрбиә эштәре һәм инклюзив белем биреү” тип аталды. Бер-бер артлы туғыҙ оҫталыҡ дәресе үтеп, унда үҫмер балаларҙың яңыса мәктәп системаһы шарттарында үҫешеүе, милли мәғарифты күп мәҙәнилелек мөхитендә ғилми-методик яҡтан тәьмин итеү, мәғарифты этномәҙәни йүнәлешендә үҫтереү тәңгәлендәге көнүҙәк һорауҙарҙы асыҡлау тураһында һөйләшеүҙәр булды.
Киләһе мөһим тема “Өҫтәмә һәм мәктәпкә тиклемге йәштәге балаларға белем биреү” тип аталды. Әйткәндәй, быйыл мәктәп йәшенә тиклемге балаларға белем биреү йәһәтенән бүленгән урындар, юлламалар булдырылып та, республикала 30 процент баланың уҡыуға йөрөмәүе асыҡланған.
11 август көнө “Профессиональ белем биреү: перспективалар һәм мәсьәләләр” темаһына арналды. Шул иҫәптән, юғары һәм урта профессиональ белем биреү даирәһенән сығып, “Төбәктә профессиональ белем биреү мәсьәләләре һәм маҡсаттары” проекты тураһында һөйләшеүҙәр уҙҙы.





Вернуться назад