Эйәһенә күрә бейәһе, заманына күрә түрәһе16.08.2016
Эйәһенә күрә бейәһе,  заманына күрә түрәһе Йәштәр, үҫмерҙәр матбуғатында йә мәктәптә яҙған иншаларҙа “Әгәр мин президент булһам” йәки “Әгәр мин ҡала менән етәкселек итһәм” тигән хыял-фараздар әленән-әле күренеп ҡала. Был хыял, өҫтән генә уйлағанда ла, бер ҡатлылыҡ инде. Бала-саға уйыны. Әммә кешеләр, осрашып, тел сарлап, зарланышып алһа ла, эсе бушағандай. Сит илдәрҙә лә, халыҡ урамға шаулап сығыу менән, дәүләттәге мәсьәләләр шунда уҡ хәл ителеп бармай. Күп йәһәттән аралашып, һөрән һалып йөрөп ҡайтыу мөһимерәк. Халыҡтың тауышланыуына хакимдар ҡымшанып бармаһа ла, үҙ фекерен әйтә алған кеше ниндәйҙер дәрәжәлә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерә.


Донъя бит, кешеләр тереклек итә башлағандан бирле көслөләр янында — мөсһөҙҙәр. Байғуралар араһында — фәҡир-фоҡара, хакимлыҡ теҙгенен ҡулға эләктереп өлгөргәндәр артында байғоштар төркөмдәре хасил була барған. Совет осоро әҙәбиәтендә, синфи көрәштең ҡотолғоһоҙлоғон иҫбатлау нигеҙе итеп, әлеге төркөмдәрҙең антагонистик ҡапма-ҡаршылығын, йәғни ғүмер ахырынаса килешә алмаясаҡтарын килтерә инек. Синфи көрәштең асылы, ғәмәлдә, мөлкәтлеләр менән ярлы-ябаға, хакимлыҡтағылар менән хоҡуҡһыҙҙар араһындағы тиң булмаған мөнәсәбәттәргә ҡайтып ҡалды, һәм, ниһайәт, ХХ быуаттың баштарында, К. Маркс Гегелдең хоҡуҡ фәлсәфәһен тәнҡитләүҙәге инеш һүҙендә әйткәнсә, “тәнҡит менән генә хуш ҡалманыҡ, матди көс матди көс менән үк түңкәрелде”, Рәсәй империяһы киңлектәрендә беҙ синыфһыҙ йәмғиәт төҙөргә маташып ҡараныҡ. Ул арала В. Ленин: “Дәүләт менән һәр ашнаҡсы идара итергә һәләтле”, — тип сәмләндереп ебәрҙе. Йәнәһе, илгә һәммә халыҡ хужа, үҙ яҙмышыбыҙ — үҙебеҙ ҡулында. Демократия, дәүләт мәсьәләләрен уртаға һалып тикшереүҙә һис тотҡарлыҡтарһыҙ ҡатнашыу, тиң хоҡуҡлылыҡ, йәнәһе. Элегерәк гел генә яңғырай торған бер йырҙа: “Человек проходит как хозяин по необъятной Родине своей”, — тигән ғорурланырлыҡ һүҙҙәр ҙә бар ине. Йәнә: “Молодым везде у нас дорога, старикам везде у нас почет”, — тип тә өҫтәп ебәргәс, хөрмәтле һәм рәхәтле донъяға яҡыная барыуыбыҙға ышана биреп тә ҡуйғайныҡ.
Эх, күптәребеҙҙең күңелендә боҫоп ятып ҡына, уңайы сыҡҡанда гөлт итеп китә торған түрәлек һәм шуға эйәрә килгән эрелек ғәләмәттәре булмаһа!.. Оло бер ағайҙың уйынлы-ысынлы итеп “зар­ланғаны” хәтерҙә: “Вазифаға менгәнсе һәүетемсә генә кеше ине. Үрләгәйне, бына ғәжәп, үҙгәрҙе лә китте. Тамаҡ ҡырып ҡына һөйләшә, хатта йөрөштәре бүтәнсә — ҡаҡайып, тарбай баҫып атлай бит”. Донъяны күп күргән кешенең һынамышында, әлбиттә, хаҡлыҡ бар. Тормош елдәре ҡаҡҡылай-һуҡҡылай торғас, һүҙҙең ибе лә килер, йөрөш-торош та тәбиғи яйына ҡалыр. Түрәлектең бәләһе унда түгел.
Матур әҙәбиәттән уҡып, элегерәк төшөрөлгән нәфис фильмдарҙы ҡарап, әле бер нисә тиҫтә йыл ғына борон ҙур урындарҙа эшләгән етәкселәрҙең дә ябай кешене хөрмәт менән ҡабул итеүе, йомошон ихлас тыңлауы, ярҙам итергә хәленсә ынтылыуы тураһында беләбеҙ. Ифрат хөрмәт иткән кешем, Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылында тыуып үҫеп, бар донъяға танылған геофизик Наил Кәбир улы Юнысов Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Өфө нефть институтында нисек уҡый башлауы тураһында һөйләгәйне. Баҡтиһәң, уҡытыусылар етешмәү сәбәпле, бер-ике йыл уҡығас, институтта улар һайлаған бүлекте ябырға булалар һәм студенттарға уҡыуҙы бүтән бүлектәрҙә дауам итергә тәҡдим яһайҙар. Әммә былар ризалашмай, Өфө ҡалаһынан СССР Юғары Советына депутат итеп һайланған сит ил эштәре министры Вячеслав Михайлович Молотовҡа хат яҙа һәм Мәскәү нефть институтына күсереүҙә ярҙам һорай. (Хәҙер был уҡыу йорто И.М. Губкин исемендәге нефть һәм газ академияһы). Эшкә сумған етәксенең йәштәрҙең үтенесенә битараф ҡалмауы һәм мәсьәләнең шунда уҡ хәл ителеүе хәҙер инде ныҡ олоғайған геофизикты әле булһа ғәжәпләндерә лә, һоҡландыра ла, мине иһә уйға һала. Хәйер, донъя йомошо төшөп, БАССР Министрҙар Советы Рәйесе Зәкәриә ағай Аҡназаровҡа мөрәжәғәт итеүем һәм өсөнсө көндө үк ыңғай яуап алыуым да оноторлоҡ түгел инде. Тимәк, кеше йәнле кеше булып ҡалыуға ғәйәт оло вазифалар һәм, шуға бәйле, осо күренмәҫ эштәр ҙә ҡамасау түгел икән.
Хәтергә алған замандарҙан әллә ни күп ваҡыт та үтмәгән. Әммә бөгөн заман да, донъя ла бүтәнсә. Иҡтисади факторҙар, мөлкәткә мөнәсәбәттәрҙең үҙгәреүе, баҙар һәм шуға бәйле ҡануниәт — быларҙың барыһы ла бер нисә быуын кешеләре менталитетының үҙгәреүенә килтерҙе. Рухи һәм әхлаҡи критерийҙар төшөм, отош, кәрәкле кеше, эгоистик ихтыяж төшөнсәләре менән алмашынды. Хәҙер һин бик таныш кешеңә лә эс-бауырыңды аса алмайһың, сөнки иптәшлек, серҙәшлек тойғоһо юғалды. Хатта байтаҡ ваҡыт ут күрше булып йәшәп тә, эргәләге фатир ишегенең ҡайһы яҡҡа асылғанлығын белмәйһең. Мөнәсәбәттәрҙең шулай үҙгәреүе — барыбыҙ өсөн дә рухи юғалтыу ул, сөнки кешеләр араһындағы ихлас ябайлыҡты байлыҡ та, хакими дәрәжәләр ҙә алмаштыра алмай. Ә инде өҫтәл хужаһы булған түрәләрҙең, йомошо төшөп, уларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр кешеләр менән аралашыу стиле — социолог-ғалимдарға тикшеренеү өсөн оло хазина.
Чиновниктар мөхите — бөгөн ғәжәпләнерлек социаль һәм тәбиғәт феномены. Дәүләткә хеҙмәткәрҙәрҙең ҡағыҙ яҙыусы категорияһы кәрәкмәй тип раҫлар инең, закон буйынса ил менән чиновниктар идара итә. Күрәһең, дәүләт хужалығын алып барыу ҡатмарланалыр, мәсьәләләрҙең айышына төшөнөү өсөн беҙҙең ише генә наҙандарҙың зиһене етмәҫлек аҡыллы баштар кәрәктер, иллә илдә эштәр мөшкөлләнә, ябай халыҡ ҡайһы ишеккә төртөлөргә белмәй сәбәләнгән мәлдәрҙә чиновниктар арта ғына бара. Ярай ҙа артыу менән улар халыҡҡа яҡынайһа. Юҡ шул. Һәр чиновник ябыҡ ишек артында ниндәйҙер ҡағыҙ ҡыштырлата. Ишеген асырға рөхсәт итһә лә, һине боҙ кеүек ҡараш, тәнеңде ҡорошторорлоҡ һалҡын әҙәп ҡаршылай һәм күпселек осраҡта әлеге “визиттар” йәнә бер ҡағыҙ талап итеү менән тамамлана. Һәм ошо хәлдә һин айҙар, йылдар буйы йөрөй алаһың. Әгәр өҫтәл хужаһы йомошоңдо кире ҡаҡһа, хатта әрләп сығарһа ла, халыҡ әйтмешләй, бер күңел булыр ине. Ә бында — һалҡын таш диуар, тәнде түгел, бәлки йәнде өҙгөләгән яра. Ябай кеше иһә вазифалы һәр кем йөҙөндә дәүләтте күрә һәм рәнйеүҙәрен, әлеге вазифалы шәхестән юғарыраҡ күтәреп, дәүләткә күсерә.
Түрәлек итеү алымдары, Хоҙайға рәхмәт, камиллаша бара. Күп кенә түрәләр халыҡ менән телевизион тапшырыу йә шәхси блог аша аралаша. Әйтерһең, мәҫәлән, беҙҙең Әбйәлил төбәгендәге Ҡаҙмаш ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Ғәли Зәйнуллиндың түрә кешенең блогына йомошон яҙып ебәрерлек әмәле бар. Ҡыҫҡаһы, кеше менән күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшергә теләмәүгә бер сәбәп табылды. Йәки түрә һине ҡабул итеүҙән да баш тартмай, әммә уның зиннәтле кабинетына инеп сығыу форсаты ла килеп сыҡмай. Шулай, бер федераль ведомствоның Башҡортостандағы етәксеһе менән осрашыуға яҙҙан бирле ынтылыуым теге начальниктың оло йәштәге кешегә биш-ун минут ҡына ваҡыт таба алмауына осрап, юҡҡа сыҡты.
Түрәлек һөнәргә әүерелгән илгә далан киләме икән? Кешене юлдағы саң ише күргән чиновниктар яҙмыш дилбегәһен ҡулда тотҡанда, беҙҙең аһ-зар ҙа, дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының фармандары ла ҡомдан ишкән арҡан кеүек. Халыҡ түрәлек һәм түрәләр хаҡында ифрат тапҡыр һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған. “Бай менән дуҫлашма, түрә менән талашма”, “Түрәнең һүҙе һүҙ, ни әйтһә, шул төҙ!” йәки “Түрәгә тел тейҙермә, телһеҙ ҡалырһың”...
Һүҙҙе әлегә тамамлап, шуны тәҡрарларға ғына ҡала: чиновниктар, йәғни эреле-ваҡлы түрәләр, кеше хәлен аңлаусы ҡатлам түгел. Улар, мәғлүмдер, ер һөрмәй, юл һалмай, балалар уҡытмай. Юғары “хеҙмәт” хаҡы, ташламалар, премиялар, шифаханалар һәм, ахыр килеп, әҙәм аҡылы етмәҫлек ҙур пенсиялар — чиновник ғәли йәнәптәренең “әсе яҙмышы”. Дәүләт хеҙмәткәренеке менән, мәҫәлән, ғәҙәти мөғәллимдең пенсияһы араһындағы айырма 10 – 15 тапҡырға етә. Ғөмүмән, халыҡты төркөмдәргә, кластарға, категорияларға бүлеү әхлаҡ ҡанундарына һыямы икән?
Түрәлек төшөмлө һөнәргә әүерелгән, тәнҡиттән азат ителгән илдә йәшәге килмәй. Тиңлек, ихласлыҡ, миһырбанлыҡ көнитмеш ҡануны булған дәүләттә йәшәп ҡалырға ине... Ысындан да, хыял итеүҙең ни ғәйебе бар?







Вернуться назад