Сибайҙа икенсе смена булмаясаҡ16.08.2016
Сибайҙың ике мәктәбендә балалар бер сменала уҡый башлаясаҡ. Ошо маҡсатта, шулай уҡ өҫтәмә уҡыу урындары булдырыу өсөн 1-се һәм 6-сы мәктәптәрҙә төҙөкләндереү эштәре күҙаллана. Һәр учреждение буйынса ремонттың хаҡы – 5 миллион 625 мең һум.


Әле барлыҡ мәғариф ойошмаларында шәхси көс ярҙамында, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтар һәм муниципаль ҡаҙна иҫәбенә ҡышҡа әҙерлек бара. 34 дөйөм белем биреү учреждениеһының 16-һы йылытыу һәм яғыулыҡ системаларының файҙаланыуға әҙер булыуы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйған. Кластарҙа, спорт залдарында, ашханаларҙа төҙөкләндереү эше бара. Мәҫәлән, 1-се мәктәптә иҫке ишектәр алмаштырылған, стендтар һатып алынған, музейға ремонт яһалған. 12-се мәктәптә иһә бүлмәләрҙең береһе Хәрби Дан музейы итеп үҙгәртелгән, янғын сигнализацияһы төҙөкләндерелгән. Бер нисә балалар баҡсаһында канализация селтәре, һыу иҫәпләү ҡулайламалары яңыртылған.
Ошо арала “Аленушка” балалар баҡсаһына капиталь ремонт үткәреү күҙаллана. 5-се мәктәп биләмәһендәге йылылыҡ трассаһын алмаштырыу планлаштырыла. Шефлыҡ ярҙамы менән 1-се мәктәптең иҫке бинаһында ҡыйыҡ яңыртыла.









Вернуться назад