“Һай, батыр ҙа ир икән”16.08.2016
“Һай, батыр ҙа ир икән” Кисә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Милли музей фондына генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың Ҡыҙыл Йондоҙ орденын һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Оборона министрлығы архивында һаҡланған документтарын тапшырҙы.


Рөстәм Зәки улы, был көндөң тарихи ваҡиға булыуын билдәләп:
– Тарихи хәҡиҡәтте яҡлауға йәнә бер аҙым яһалды. Был Ватаныбыҙ Геройҙарының яҙмыштарын өйрәнеүгә яңы дәрт өҫтәп торор. Ошо әһәмиәтле, изге һәм эскерһеҙ эшебеҙ, һис шикһеҙ, дауам итер, – тине.
Осрашыуҙа Милли музейҙың директоры Ғәли Вәлиуллин, республика ветерандары советы етәксеһе Валерий Шәрипов һүҙ тотто. “Етмеш йылдан ашыу ваҡыт үткәс тә награданың батырҙың тыуған еренә ҡайтыуы – ғәҙеллектең ҡалҡыуы” тигән фекер еткерелде. Валерий Мөхәммәт улы иһә ветерандар менән Миңлеғәле Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы” исемен юллауҙарын белдерҙе.
Ҡунаҡтар шулай уҡ ошо көндө асылған “Шайморатов-генерал” күргәҙмәһенең экспозицияһы менән танышты. Генералдың документтарының төп нөсхәләре һәм музей фондының архив фотографиялары уның нигеҙен тәшкил итте.
Әйткәндәй, үткән йыл шәхестең тыуған яғында – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында – һәйкәл ҡуйылды. Ә быйыл, июнь аҙаҡтарында, Шайморатов генералдың Ҡыҙыл Йондоҙ орденын Рөстәм Латипов Мәскәүҙән килтереп республикабыҙға тапшырғайны. Хәҙер ул, ниһайәт, Милли музейыбыҙҙа урын алды.



Раил ӘСӘҘУЛЛИН, педагогия фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры:

– Был күптән көтөлгән сара. Халыҡ Миңлеғәле Шайморатовтың батырлығы ғәҙел баһаланыуын теләй ине. Ордендың тыуған еренә ҡайтыу факты ата-бабаларыбыҙҙың, башҡорт халҡының батырлыҡтарын онотмауыбыҙ тураһында һөйләй, тыуған илгә һөйөүҙең онотолмаҫ тойғо булыуын белдерә. Был тойғо һәр кешенең күңеленә һеңергә тейеш.



Вернуться назад