Сафин менән Әхмәтхужин – Олимпия чемпиондары16.08.2016
Сафин менән Әхмәтхужин – Олимпия чемпиондары Рио-де-Жанейролағы йәйге Олимпиадала рапира менән фехтовальщиктар араһында команда турниры тамамланды. Хәл иткес алышта Рәсәй һәм Франция спортсылары осрашты. Рәсәй командаһында яҡташтарыбыҙ Тимур Сафин менән Артур Әхмәтхужин сығыш яһаны. Беҙҙекеләр, француздарҙы 45:41 иҫәбе менән еңеп, Олимпия чемпионы исемен яуланы.


Сафин менән Әхмәтхужин – Олимпия чемпиондарыХәл иткес алышҡа тиклем Артур Әхмәтхужин, биш мәрәй алып, команданы алға сығарғайны. Алексей Черемисинов иһә был өҫтөнлөктө нығытты.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө спортсыларының Олимпиадалағы уңышын Физкультурниктар көнөнә яҡшы бүләк тип атаны. Был турала ул Белорет районында уҙғарылған “Урал риүәйәттәре” туристик кластерын үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе.
– Республика халҡын Физкультурниктар көнө айҡанлы ҡотларға теләйем. Байрамға яҡшы бүләк булды – беҙҙең фехтовальщиктар Олимпиадала бөгөн алтын миҙал яуланы, – тине төбәк етәксеһе. – Был еңеүгә сикһеҙ шатмын. Тимур Сафин менән Артур Әхмәтхужин бик яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына чемпиондар үҙебеҙгә ҡайтҡас та, Башҡортостан буйынса уларҙың турын ойошторорға ҡушты.
Сафин менән Әхмәтхужин – Олимпия чемпиондары– Фехтовальщиктар уңышҡа өлгәшкәс, матди базаны нығытыу сараһын күрергә кәрәк, – тине ул. – Яңы спорт ҡоролмалары, спорт залдары, секциялары асыу шарт. Республикабыҙҙа был өлкәлә компетенция ла, был мәсьәләне яҡшы төшөнгән һәм уңышҡа өлгәшкән белгестәр ҙә, проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге лә бар.
Төбәк Башлығы еңеү яулаған Тимур Сафинды, Артур Әхмәтхужинды һәм уларҙың тренерҙарын телефон аша ихлас ҡотланы, уларға рәхмәт белдерҙе, артабан да уңыштар теләне.





Вернуться назад