Тәҡдимдәр кәрәк12.08.2016
Әлшәй районындағы территориаль һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзаһы вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡ­тарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Рес­публикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған яңы ағзаны тәғәйенләү өсөн кандидатура буйынса тәҡдимдәр ҡабул итеү хаҡында белдерә.
Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан алып биш көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 250-66-22.





Вернуться назад