“Башҡортостан” гәзите редакцияһы баҫмаға яҙылыусыларҙы дәртләндереү маҡсатынан төрлө саралар үткәрә. Уның шарты ябай ғына: баҫманың төп индексына яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә генә кәрәк. Уҡыусыларыбыҙҙан өс йөҙҙән ашыу квитанцияның күсермәһе менән хат килде.Бына көтөп алған минуттар етте. Еңеүселәрҙе билдәләргә беҙгә Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ләйсән ихлас ярҙам итте: ул серле ҡумтанан квитанцияларҙы тартып сығарҙы. Шулай итеп, “Башҡортостан” вәғәҙә иткән башҡорт аты Ишембай районының Этҡол ауылынан Земфира Әбүбәкероваға эләкте!
Бынан тыш, микротулҡынлы мейес – Хәйбулла районының Иләҫ ауылында йәшәүсе Вәли Рәхмәтовта, ит турағыс иһә әүҙем авторыбыҙ Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылынан Фидат Юнысовтың өлөшөнә төштө. Туҙан һурҙырғысҡа ла хужа табылды. Ул – Асҡын районының Сураш ауылынан Н. Дилмөхәмәтовала. Мультибешергес Илеш районының Дөмәй ауылынан Фәнзирә Зәйнетдиноваға, телевизор иһә Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылынан Баймөхәмәтовҡа сыҡты.
Гәзитебеҙҙең дуҫтарын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Уларҙы алыр өсөн паспорт, социаль номер, пенсия фонды страховкаһы таныҡлығын алып килегеҙ йәки 272-62-61, 2-73-83-92 телефондары аша мөрәжәғәт итегеҙ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Мөхәрририәт.