Ғәли хәҙрәт нәсихәттәренән12.08.2016
– Аҡылдан да яҡшыраҡ – байлыҡ, наҙанлыҡтан да насарыраҡ хәйерселек юҡ.
– Үҙең ҡалдырып киткән мираҫтың иң ҡиммәтлеһе – яҡшы тәрбиә, иң яҡшы ярҙам – кәңәшле эш.
– Кешенең аҡылы камиллаша барған һайын теле ҡыҫҡара. Тел биҫтәһе булыу – ахмаҡлыҡ.
– Һауытты тултырған һайын урыны кәмей бара, аҡыл һауытында ғына урын артып ҡына тора.
– Иң ҙур байлыҡ – кешелә булғандарға ҡыҙығып бармау.
– Өс нәмәлә кеше өсөн тынғылыҡ һәм яҡынлыҡ бар: татыулыҡтың ҡәҙерен белгән ҡатын, тыңлаусан бала һәм фекерҙәш була белгән дуҫ.
– Ғәҙеллек ул – гонаһ эшләгәндә үҙеңә үҙең баһа бирә белеү, бөйөклөк һәм өҫтөнлөк – ҡеүәтең, мөмкинлегең булғанда ғәфү итә белеү.
– Үҙеңә насарлыҡ эшләгәнгә игелекле бул, үҙеңә әрнеү һалғанды ғәфү ит.
– Тыуыр быуындар һинең тормошоңдан һабаҡ ал­һын тиһәң, үтеп киткәндәрҙән үҙең һабаҡ алып ҡал.
– Үҙенең етешһеҙлектәрен күрә, башҡалар етешһеҙлегенә күҙ йома белгәндәр кешеләрҙең иң аҡыллыһы.
– Һаҡсыллыҡтан да ҡиммәтлерәк – хазина, кәперәйеп йөрөү ғәҙәтенән дә ҡурҡыныслыраҡ хәүеф-хәтәр юҡ.
Мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт кешеләрҙе аңлай белә. “Моғауиә минән аҡыллыраҡ та, хәйләкә­ре­рәк тә түгел, – ти ул, – хәйлә менән ул аҫ­тыр­тын эш итә белә, гонаһтарға батып йөрөүе шунан”.
“Әгәр ҙә тәҡүәлегем булмаһа, ғәрәптәр араһында мин бөтәһенән дә хәйләкәрерәк булыр инем”, – ти.
– Сәфәргә сыҡҡанда юлға алыр нәмәнең иң шәбе – тәҡүәлек.
– Игелектең нигеҙе – тәҡүәлек.
– Байлыҡ-муллыҡҡа һәм дәрәжәләргә асҡыс – тәҡүәлек.
– Кейемдең дә ул – иң яҡшыһы.
– Тәҡүәлеккә, диндарлыҡҡа ҡоролмаған иман бәндәгә бер нәмә бирә алмай.
Был фекерҙәрҙән сығып уйлап ҡарағанда “тәҡүәлек” тигән һүҙ “илаһи, дини” тигән һүҙҙәр менән һәр ваҡыт бергә ҡуйыла.
Әйткәндәй, аяттар менән хәҙистәрҙә лә улар бергә генә йөрөй. Әгәр ҙә тәҡүәлек гонаһтарҙан тыйыла белеү, баш-баштаҡлыҡҡа бармау, Аллаһ ризалығына лайыҡ булмаған байлыҡ туплау, сәйәси хазина табырға ынтылыу, дәрәжәләргә үрләп ҡалыу ниәте менән булһа, уның мәғәнәһе лә ҡалмай, ундай тәҡүәлек нәфсе ҡотҡоларына ҡаршы тора алмай юҡҡа сыға.
Ғәҙеллек менән хөкөм йөрөтә белеүҙе Ҡөрьән Аллаһтан ҡурҡа белеү менән тәҡүәлеккә эйә булыу тип атай.
“Һәр эштә ғәҙел була белгән кеше тәҡүәлеккә яҡыныраҡ тора”, – ти.






Вернуться назад