Тәҙрәһендә ут юҡ инде күптән…12.08.2016
Себерҙә йәшәйем. Башҡортостандан, тыуған яғымдан, айырылыуыма 40 йылға яҡын. Ватаныма йыш ҡайтып булмай, донъя мәшәҡәтенә алданып, ваҡыт етмәй, тип һылтау табып йәшәп ятам. Яҙмышым шулай, күрәһең – сит-ят ерҙә ғүмер уҙғарыу.
Бик йыраҡта йәшәһәк тә, Башҡортостандағы, Татарстандағы хәлдәр менән хәбәрҙарбыҙ. Мәғлүмәт саралары күп хәҙер. Бына әле лә Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарарға йыйынып йөрөйөм. Ауылдан күстәнәс итеп ебәрелгән еләк ҡайнатмаһын асып ебәргәс, бүлмәм хуш еҫкә күмелде, уға балдыҡы, мәтрүшкәнеке ҡушылды. Телевизор ҡаршыһына килеп ултырып, тәмләп сәй эсергә әҙерләндем. “Зәңгәр экран”дан күңелемә шул ҡәҙәр яҡын, моңло көй ағыла. Милли башҡорт кейемендә күршем Фән ағай Миңлеғолов йырлай, шунда уҡ ауылдаштарым ултыра. Кемде булһа ла күреп ҡалырға теләгәндәй, экранға текәлдем, әммә берәүҙе лә таныманым...
Хәйер, хәҙер инде ауылда ла мине белгәндәр бик әҙ ҡалып бара. Әле Фән ағайҙың моңло йыры ҡолағыма сихри тулҡын булып килеп инде лә хәтирәләр донъяһына сумдырҙы, атайым, әсәйем, туғандарым, күршеләрем иҫән-һау ваҡытты иҫкә төшөрҙө.
Атайым башҡорт йырҙарын бик оҫта башҡара торғайны. Беҙ ул саҡта оҙон көйҙәрҙе аңлап та, яратып та бөтмәгәнбеҙҙер. Ә бит боронғо йырҙарҙы һәр кеше лә башҡара алмай, “уның өсөн иң беренсе башҡорт булып тыуырға кәрәк”, ти Салауат Фәтхетдинов.
Әллә яҙмышыма рәнйеп, әллә һағыныуҙан сәйемде лә эсергә онотоп, тәрән уйҙарға бирелдем һәм, ҡулыма ҡәләм, ҡағыҙ алып, яҙырға ултырҙым. Уйҙарым ауылыбыҙҙың “Башмаҡ осо” тип йөрөтөлгән түбә башына алып менеп киткәндәй булды. Өнөмдәге “төш” ине был.
Урам буйлап яй ғына атлап киләм. Ауыл тып-тын, хатта эт өргән тауыш ишетелмәй. Тирә-йүндә мин белмәгән бөтөнләй икенсе йорттар ҡалҡып сыҡҡан, һәр береһе матур-матур ҡапҡа-ҡоймалар менән уратып алынған. Урам уртаһынан асфальт юл үтә, әйтерһең дә, икенсе ауыл буйлап барам. Ҡапҡа төптәрендәге эскәмйәләр ҙә буш, матур күлдәктәрен, йәшел бәрхәттән тегелгән камзулдарын кейеп, сәскәле яулыҡтарын бәйләп, ихлас һөйләшеп ултырған әбейҙәр ҙә күренмәй. Таяҡҡа таянып, түбәтәйен йә эшләпәһен ҡыңғыр һалып, үткән һәр кешегә сәләм биреп торған ҡарттар ҙа юҡ. Эйе, ҡайҙан булһын инде улар, хәҙер бит минең тиңдәштәр ҙә ҡартайып өлгөргән. Үҙем дә етенсе тиҫтәне ҡыуам.
Ә бит ауылыбыҙ ҡасандыр гөрләп тора ине. Һүҙ юҡ, бында әле лә тормош бик матур. Тик башҡаса. Урамдарҙа күлдәк итәгенә ваҡ ҡына балалары йәбешкән, үҙе иңбашына көйәнтәһен һалып һыуҙан ҡайтҡан еңгәләр ҙә юҡ. Хәҙер һыу – һәр кемдең үҙ өйөндә. Утын яғып өй йылытҡан, лампа яҡтыһында дәрес әҙерләгән балалар үҙҙәре олатай, өләсәй булып бөткән.
Урам тултырып уйнаған бала-сағаны ла күрмәҫһең. Хәҙергеләр һәр береһе йә мотоциклда, йә машинала елдерә. Велосипед алырға хыялланған ағас таяҡты ат итеп сапҡан малайҙар ул саҡтарҙы, бәлки, онотоп та баралыр инде.
Уйҙарым менән үҙебеҙҙең йорт янына килеп еткәнмен. Уның тәҙрәләрендә күптән инде ут һүнгән… Ҡасандыр шау-гөр килеп торған йорт тынып ҡалған, ишек алдын кесерткән, дегәнәк баҫҡан. Тыуған нигеҙгә ҡарап күҙҙәремә йәш килә, тамағыма төйөр ултыра. Күпме бала үҫте бит бында! Йортобоҙ күрше-тирә, атайым янына йыйылған яугир ҡарттар менән тулы булыр, уларға ҡул эштәрен, бәйләмен тотоп кис ултырырға килгән апайҙар өҫтәлер ине.
Бындай осрашыуҙар беҙҙең өсөн ғәҙәти күренеш булды. Йыйылған кешеләр араһында ғаиләбеҙгә иң яҡыны, ҡәҙерлеһе тип әйтәйемме, Хөснөтдин бабай Йәркәев булғандыр. Ул – ауылдағы урта мәктәптең тәүге директоры. Хөрмәтебеҙ бының өсөн генә түгел, сәбәбе башҡаса. Хөснөтдин бабай йомош менән район үҙәгенә барғанда, һуғыштан яраланып ҡайтып килгән атайымды осратып алып ҡайта. Атайым бик ҡаты йәрәхәтләнгән була, немец пуляһы ҡул башынан үтеп, башына тейә. Госпиталдә бик оҙаҡ дауалана. Хатта өйгә әйләнеп ҡайтырға батырсылыҡ итмәй: башы күҙе генә күренерлек итеп бинт менән уралған, ҡулы бөтөнләй ҡуҙғалмай, һөйләшә алмай… Балаларҙы ҡурҡытырмын, ҡатыным ҡабул итмәҫ тигән уйҙар быуа күңелен. Быларҙы атайым аҙаҡ һөйләне беҙгә.
Ә өйөндә уны тағы ла ҙурыраҡ ҡайғы көтә: ике балаһы шытҡан башаҡ ашап ағыуланып үлгән була. Атайым үҙе иһә әсәйемдең ярҙамы, тәрбиәһе, шулай уҡ фронтташ дуҫының – күрше сыуаш ауылынан хәрби врачтың – булышлығы менән аяҡҡа баҫа. Унан хатта Мурманск ҡалаһын төҙөкләндереүҙә ҡатнашып, бер аҙ аҡса эшләп ҡайта.
Атайымдың “трофей” бритваһы бар ине. Малайҙар сәс алдырырға уға йөрөй торғайны, айырыуса мәктәпкә барыр алдынан. Шулай итеп, беҙҙең йорт эсе көнкүреш хеҙмәтләндереү урынына әйләнеп китә ине. Өҫтәүенә яңғыҙ ҡалған ҡатындар ярҙамға мохтаж: кемгәлер көрәк, һәнәк, салғы һапларға, икенсе берәүгә көйәнтә, тырма яһарға кәрәк...
Атайымдың ваҡ ҡына ҡалай киҫәктәрен йыйып, ҡомған эшләгән сағы ла иҫтә, ҡыш быйма ямау, итек тегеү, аяҡ кейемдәрен йүнәтеү менән мәшғүл ине. Өҫтәүенә сана, арба, тәҙрә рамдары яһай, быяла ҡуя… Әсәйем иһә мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне.
Көҙ етһә, ҡаҙ өмәләре, һуғым башланыр ине. Кис ҙур мәжлес ҡорола, ул төрлө уйын-көлкө, йыр-моң менән үрелеп бара. Шулай халыҡ күңел асты, тормош мәшәҡәттәренән бер аҙға булһа ла арынып, ял итеп алыр ине. Ауылдаштарым, береһенән-береһен уҙҙырырға теләгәндәй, башҡорт моңдарын яңғырата, әйтерһең дә, төйәгебеҙҙә гелән йырсылар йәшәгән. Ауыр һуғыш юлдарын үтеп ҡайтҡан, донъяның асыһын татыған ҡарттарҙы күп иптәштәренең яу ҡырында ятып ҡалыуы, аслыҡ, яланғаслыҡ ғазаптарын күреү, юғалтыуҙар аша яулаған бөйөк Еңеү шатлығы ла моңланырға мәжбүр иткәндер.
…Фән ағайҙың моңло йырҙары барлыҡ һуғыш ветерандарына, сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡалғандарҙың яҡты рухына доға булып ишетелгәндәй тойолдо. Донъябыҙ яҡшы, күгебеҙ аяҙ булһын өсөн көрәшкән ауылдаштарыбыҙ хаҡында иҫтәлек, оҙон башҡорт көйҙәреләй, күңелдәрҙә мәңге йәшәһен. Улар һаҡлап ҡалған тормошобоҙ матур йырға тиң.