Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ҡатын-ҡыҙ менән... һыйыр башы12.08.2016
Сираттағы планерка барышында һөнәремде алмаштырып, һыйыр һауып ҡарарға теләгемде белдергәс, коллегаларым: “Һандуғастар сут-сут һайрай...” – тип яҙа башлайһың инде”, – тип шаярып көлөштө. Ысынында, мин дә шулайыраҡ булыр тип күҙ алдына килтергәйнем. Әммә һауынсы һөнәре күҙаллағандан күпкә ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. Ферма мөдире Йәмил Үҙәнбаевтың артынан Таулыҡай йәйләүенә саң борҡотоп килеп төшөүебеҙ булды, нескә генә һауынсы апайҙарҙың тоҡлап ярма бушатыуҙарын күреп, ауыҙымды асҡан ерҙән яба алмай ҡатып ҡалдым…
Эшкә әрһеҙ икәнлектәре күренеп тора, һай, афариндар. Әммә улар менән ихлас тел сарлау ниәтем барып сыҡманы – һүҙгә бик һаран булып сыҡтылар. “Эшегеҙҙе яратаһығыҙмы?” – тигән һорауға: “30-40 йыл эшләгәс, яратаһың инде”, – тигәндән артыҡ яуап ала алманым. Инәлеп-ялынып тигәндәй фотоға төшөрөп алғас, киске һауынға тиклем ҡалған буш ваҡытта Йәмил Фирғәт улына эйәреп, ферма менән танышыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Фермала 337 баш һыйыр, өс нәҫел үгеҙе бар икән. Малды һигеҙ һауынсы өсәр аппарат менән һауа. Иртәнге һауын – таңғы алтыла, кискеһе лә алтыла башҡарыла. Һәр һыйырҙан тәүлегенә 17 литрға яҡын һөт һауып килгәндәр, тик һуңғы ваҡытта көндәрҙең ныҡ эҫе тороуы арҡаһында күрһәткес бер аҙ кәмей төшкән. Әммә был ваҡытлыса күренеш.
Эш барышында шуға төшөндөм: иртән һауылған һөттө ике тонна һыйҙырышлы һыуытҡысҡа ҡойоп торалар ҙа кисен, ике һауынды берләштереп, Бикеш һөт ҡабул итеү пунктына оҙаталар икән. Унда Валя Лукьянова (эшҡыуар, үҙе пунктты арендаға алған) йыйып алып, Магнитогорск ҡалаһына ебәрә. Ә беҙ, баймаҡтар, Магнитогорск ҡалаһынан килгән һөттө икеләтә-өсләтә ҡыйбат хаҡҡа һатып алабыҙ. Аптырауҙан:
– Ни өсөн үҙегеҙ туранан-тура һатыуға сығармайһығыҙ? Килеме лә булыр ине, – тип һорайым.
– Һөттө күп етештерәбеҙ. Улай һатыуға сығарһаҡ, бөтәһе лә ғәмәлгә ашып бөтмәйәсәк һәм артып ҡалған һөт әсеп әрәм буласаҡ. Шуға күмәртәләп ебәреү отошлораҡ. Етмәһә, һатыуҙы ойоштороу өсөн башҡа мәшәҡәттәре лә етерлек, – ти Йәмил Фирғәт улы.
Һауынсылар ике төркөмгә бүленгән. Бында өс көтөүсе һәм уларҙың алмашсылары бар. Ҡаҙаҡ егете Адай Сәйетҡолов моторист булып эшләй. Һауынсыларҙың да алмаштары бар – Гөлсәсәк Ғәлина менән Фәниә Әхмәтова кәрәк сағында һыйырҙарҙы килеп һауып китә. Тимәк, эш өҙөлмәй, алһыҙ-ялһыҙ дауам итә.
Быйыл республика һауынсылар конкурсында 70-кә яҡын һауынсы ҡатнашып, Урал аръяғынан берәүһенең генә туғыҙынсы урын алыуы, уның да булһа ошо йәйләүҙә эшләүе хаҡында алдан хәбәр иткәйнеләр. Шуға Тәслимә Ғәлинаны, минән ҡасып йөрөүенә ҡарамаҫтан, эҙләп таптым. Ул һауын аппараттарын йыуып тора ине. Тәслимә Рафаэль ҡыҙы был һөнәргә 23 йыл ғүмерен бағышлаған.
– Һыйырҙарымды яратам. Тырышып эшләһәң, премия түләнә. Бүләкләү саралары булғас, тырышабыҙ инде, – тип ихлас йылмайҙы.
Ул 43 һыйыр һауа икән. Һауын ике сәғәт ваҡытты ала. Тимәк, бер һыйырҙы һауыуға 4-5 минут ваҡыт китә. “Әлдә аппараттар бар. Ә элек һауынсылар ул тиклем һыйырҙы нисек ҡул менән һауып бөтә алды икән? Ҡулҡайҙары һыҙлап бөткәндер инде”, – тип әсенеп ҡуйҙым.
Районда иң алдынғы һауынсыларҙың береһе, ошоғаса ярты йыл эсендә 75 тонна һөт һауған Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәнүзә апай Баййегетованың хеҙмәт стажы – 30 йыл. Ғүмерҙе ошондай шөғөлгә бағышлар өсөн ниндәй ҡыйыу йөрәк кәрәк! Ҡарап тороуға мөләйем, һөймәлекле генә апайҙарҙың тоҡ йөкмәп һыйырға ризыҡ ташыуын күҙ алдына килтереүҙән генә арҡа зымбырҙап китә!
– Коллективыбыҙ һәйбәт. Шуға ҡыуанып, эшкә ашҡынып киләбеҙ, – тине телдәре асыла төшкән ихлас һауынсылар. Әлеге ваҡытта хеҙмәт ярышында Фәнүзә апай – беренсе, Тәслимә апай – икенсе, Айгөл апай өсөнсө килә. Шулай уҡ Хәлиҙә Моталлапова, Роза Ишкинина (коллективта берҙән-бер “Әсәлек даны” миҙалын яулаған биш бала әсәһе), Ғилмияза Мазһарова, Гөлсәсәк Сәғитова, Мәймүнә Ишкинина ла һыйырҙарын яратып ҡына, аҡ уйҙар уйлап, көн дә болоттай күпереп торған һөттө һауып ала. Республиканың тағы бер атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәйсә инәй Сәғәҙәтова, оҙаҡ йылдар ихлас эшләп, яңыраҡ хаҡлы ялға сыҡҡан.
Һауынсылар әлеге ваҡытта Таулыҡайҙан ун саҡрым йыраҡлыҡтағы йәйләүҙә һыйыр һауа. Уларҙы тынғыһыҙ водитель Урал Күсәрбаев көнөнә ике тапҡыр алып килә. Ә ҡышҡылыҡҡа йәйләүҙән төп фермаға ҡайтһалар ҙа, улар эшкә автобус менән йөрөй. Ленин исемендәге хужалыҡ етәксеһе Ғәлим Сәлимов тырыш хеҙмәттәре өсөн һауынсыларҙы дәртләндереү саралары күреп тора.
Ауыл ҡыҙы булғас, студент саҡтарымда һыйыр һауғаным бар ине, әлбиттә. Мәшәҡәтле эштә йөрөүем арҡаһында ҡулыма эләкмәгән, әммә хыялдарҙа йәшәгән ниәтемде тормошҡа ашырыр мәл етте! Биҙрә тотоп ынтылған ят кешегә күҙҙәрен алартҡан һыйырҙан ҡотом алынып артҡа сигендем. Әммә теләкте тормошҡа ашырғы килә бит! Фәнүзә апайҙан рөхсәт алып, биҙрә ситендәге май менән ҡулдарымды йомшартып, уның ҡарамағындағы тыныс ҡына ярма ашап торған икенсе малҡайға яҡынланым. Ҡымшанманы ла. Был юлы батырыраҡ ҡыланып бер имсәген тартып ҡарайым. Һауҙыра. Икенсе ҡулды ла майлап, ихласлап тороп һауырға керештем. Эй, йән рәхәте! Биҙрәгә сөбөрләп кенә аҡ еп һуҙыла, ул һуҙылған һайын йырлағы килә! “Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ҡатын-ҡыҙ менән һыйыр башы”... Ниңә шундай йыр сығармайҙар икән?..
– Шәп булғасың, киске түгел, ә иртәнге һауынға барырға кәрәк ине! – тиер кемдер. Килешәм. Бәлки, мин шәп түгелмендер, әммә яҙлы-көҙлө, ҡышын да, йәйен дә таңғы 5-тән тороп яратҡан һәүкәштәре янына йүгергән, уларҙы ашатам тип тоҡ артмаҡлап ризыҡ ташыған, һыуыҡтарҙа ҡулдарын туңдыра-туңдыра һыйыр һауған был матур апайҙар – афарин тип маҡтарлыҡ кешеләр. Был гүзәл ҡатындарға һәм барлыҡ һауынсыларға ауыр хеҙмәттәрендә еңеллек, һыҙланыуһыҙ оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләге килә.