Башҡортостанды таң ҡалдырған тауыш12.08.2016
Башҡортостанды таң ҡалдырған тауыш Нефтекама дәүләт филар­монияһының “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө солисы Сүриә Ғималова – респуб­ликабыҙҙа ҙур танылыу яулаған, шул уҡ ваҡытта әлегә тиклем маҡтаулы исеме булмаған йырсыларҙың береһелер, моғайын. Уға ҡарап, ошондай һылыу, ғорур ҡатын күтәрә алмаҫлыҡ ауыр яҙмыш һынауҙары аша үткән, тип бер ҙә әйтмәҫһең. Әле йырсы үткәндәрен тетрәнеп иҫкә ала. Ата-әсәһен, һөйөклө ирен юғалтыу ҡайғыһын кисергәндән һуң, башҡорт эстрадаһы бейеклектәрен яулауы еңел булмағандыр уға. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәҫкә ярҙам иткән ҡыҙы – йәшәү мәғәнәһе уның.


– Сүриә ханым, тормошоғоҙ көтөл­мәгән хәл-ваҡиғаларға бай. Шул уҡ ваҡытта өлөшөгөҙгә төшкән мөм­кинлектәрҙе һәр саҡ файҙалана алдығыҙмы икән?
– Һәр хәлдә, тырыштым һәм файҙа­ландым, тип уйлайым. Минеңсә, тормош юлында һәр кешегә мөмкинлек бирелә. Һәм уны үҙ мәнфәғәтеңдә файҙалана алыу бик мөһим, сөнки артабанғы яҙмышың тап ошоға бәйле.
– Силәбенән киткәнегеҙгә үкенес тойғоһо кисермәне­геҙме?
– Ғөмүмән, бер ваҡытта ла үкенмәйем. Үткән-үткән инде, уны үҙгәртеп булмай бит. Уй-хыялдарҙың мотлаҡ ысын­бар­лыҡҡа әүереләсәгенә ышанам. Ҡасандыр башҡарған эш-ғәмәлдәремә үкенһәм, киләсә­гемде юғалтырмын төҫлө, шуға күрә был турала уйламаҫҡа, шик-шөбһәне ҡыуырға тырышам.
– Ғәмәлдә тормоштағы уңыш­һыҙ­лыҡ­тар үҙ-үҙеңә ышанысты кә­метә, һөҙөм­тәлә, кәмселектәр комп­лексы бар­лыҡҡа килә. Яҙмыш шаяртыу­ҙарын нисек еңеп сығаһығыҙ?
– Минеңсә, һәр уңышһыҙлыҡ – һығымта яһау, тәжрибә туплау һәм барыһын да, шул уҡ тырмаға икенсегә баҫмайынса, ҡайтанан башлау мөмкинлеге ул. Бөтә нәмә проблеманы нисек ҡабул итеүеңә бәйле. Әгәр кеше яртылаш тулы стаканға ҡарап, уны ярым буш ти икән, тимәк, уның өсөн был стакан, ысынлап та, шулай буласаҡ. Ә мин иһә уны яртылаш тулы тип ҡабул итәм. Бәхетле менән бәхетһеҙ араһындағы айырма ла тап ошоға ҡорола бит.
– Тимәк, зарланыу, яҡында­рыңдың, әхирәттәреңдең йәл­ләгәнен көтөп ултырыу һеҙгә хас түгел?
– Әлбиттә, күңел төшөн­көлөгөнә бирелеп китһәм, әхирәттәрем менән уртаҡлашам, ләкин бындай кисерештәрҙән тиҙ арала ҡотолорға тырышам, үҙ-үҙемде йәлләүгә юл ҡуймайым. Уңышҡа өлгәшә алмағандар ғына үҙен йәлләй, ә мин һәр йәһәттән уңған кеше. Бер үк ваҡытта хаталарымды күҙаллайым, улар киләсәктә ҡабатланмаһын өсөн эске донъямды үҙгәртергә тырышам. Ғаләм беҙгә күңелһеҙлектәр рәүешендә һабаҡ бирә һәм хаталар өҫтөндә эшләүебеҙҙе, киләһе имтиханды биреүебеҙҙе күҙәтә. Был һынауҙарҙы тырыштар ғына уңышлы тапшыра, ә булдыҡһыҙҙар ғүмер буйы яфа сигә. Ә мин үҙемде яҡшы уҡыусы тип иҫәпләйем (көлә. – Авт.).
– Икһеҙ-сикһеҙ ярыш: концерттар, сығыштар, яҙмалар ялҡытманымы? Бәлки, туҡ­тап, ҡартлыҡты ҡаршы­ларға әҙерләнергә кәрәктер?
– “Ҡартлыҡ” тигән һүҙҙе яратмайым, боронғолоҡ шауҡымы кеүек. Тормош шундай ҡыҙыҡлы һәм матур, нисек тынысланаһың да туҡтап ҡалаһың?! Мин һөнәремдән арыманым. Ул миңә шатлыҡ-ҡыуаныс килтерә, йәшәргә көс-дәрт бирә! Бының ябай һүҙ генә булмауын аңлаһағыҙ ине. Сабыйын һөйөп туя алмаған әсә кеүек, эшемде шул тиклем яратам. Ул – минең тормошом, мөхәббәтем. Әлбиттә, арыған саҡтар ҙа була, әммә бер аҙ хәл йыям да тағы ла алға, еңеүҙәргә ынтылам. Иң мөһиме – күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәү. Эшең уңманы икән, борсолма, көсөңдө тупла, башыңды юғары тот һәм тағы ла көрәшкә ташлан. Ҡасан да булһа барыһы ла яйға һалына, быны үҙ иңемдә татыным!
– Эстраданы – йәштәр шөғөлө, ти­ҙәр. Һеҙҙеңсә, артистың сәхнә ғүмере оҙаҡ дауам итәме?
– Быны инде тамашасы һөйөүе генә билдәләй ала. Халыҡ сығышыңды үҙһенмәүен тоя башлаһаң, тимәк, китергә ваҡыт. Ә инде көсөң бар, дәртең һүнмәгән, һинең менән ҡыҙыҡһыналар, концерт­тарыңда тулы аншлаг, алҡыштар икән, артабан да эшләргә тейешһең.
– Һеҙгә хыянатты ла, кешеләрҙең әҙәп­һеҙлеген дә, әшәкелеген дә кисе­рергә тура килгән...
– Бындай хәлдәргә кемдәр генә тарымай икән? Ғөмүмән, тормошта “Кешене тикшермә, ғәйбәт һөйләмә” тигән ҡанунға нигеҙләнәм. Иң насар хәлдең дә ыңғай яҡтарын күрергә, унан файҙа алырға тырышам. Кеше булып ҡалырға, намыҫыңа хыянат итмәҫкә кәрәк.
– Үҙегеҙҙе йырсы итеп ҡасан тоя башланығыҙ?
– Телем асылғанға ҡәҙәр үк йырлай башлағанмындыр, моғайын. Бала саҡта радио тыңлап, телевизор ҡарап, С. Ротаруның, А. Пугачеваның, А. Германдың йырҙарын йырлай торғайным. Кумир­ҙарыма оҡ­шарға тырыша инем. Бер мәл атайым: “Ҡыҙым, ниңә һин һәр саҡ өлкәндәрҙең йырын йырлайһың?” – тип һораны. “Был йырҙар күңел кисереш­тәремә яуап бирә, уларҙың тәрәнлеген аңлайым”, – тинем.
– Профессиональ сәхнәгә иһә Өфө сәнғәт училище­һын­да уҡыған осорҙа сыҡтығыҙ­мы?
– Юҡ, унан байтаҡҡа алдараҡ. Силәбе мәҙәни-ағартыу училище­һында музыка менән шөғөлләнә торғайным. Ун туғыҙ йәшемдә яңғыҙ башҡарыу программаһын үҙләштерҙем, “Металлург” мәҙәниәт йортондағы “Байрам” ансамблендә сығыш яһай инем. Өфөлә иһә, Башҡортостандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиевтең кәңәшен тотоп, сәнғәт училищеһы студенты булып киткәс, уҡыу менән бер рәттән баш ҡалабыҙҙа һәм республикала үткәрелгән фести­валдәрҙә, концерттарҙа сығыш яһай башланым. Ай һайын тиҫтәләгән концерт­тарҙа ҡатнаша торғайным.
– Буласаҡ хәләл ефетегеҙ Рауил Ғималов менән нисек танышыуығыҙ хәтерҙәлер, моғайын?
– Уның менән Дружный ҡасабаһында балалар секторы мөдире булып эшләгәндә ауыл клубында таныштыҡ. Ул күптән түгел генә хәрби хеҙмәттән ҡайтҡайны. Дуҫлашып киттек, аралаша башланыҡ, һуңыраҡ бергә тормош ҡорҙоҡ, ҡыҙыбыҙ Илсинә тыуҙы. Иремдең ата-әсәһе мине бик ярата ине.
– Иптәшегеҙ һеҙҙе ҡайһы яғы менән арбаны?
– Барыһы менән дә! Осраш­ҡанға тиклем үк. Уға ғашиҡ булмау мөмкин түгел ине.
– Шунда уҡ өйләнештегеҙме?
– Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡорҙоҡ. Ун биш йыл бергә татыу ғүмер кисерҙек...
– Ә ҡыҙығыҙ нимә менән шөғөл­ләнә?
– Ҡыҙым Илсинәгә – 22 йәш. Өфөләге дизайн колледжын тамамланы, парикмахер-стилист һөнәрен үҙләштерҙе. Халыҡ-ара класлы сертификаты бар. Әле матурлыҡ салонында эшләй.
– Ҡыҙығыҙҙың холоҡ-фиғеле нин­дәй?
– Ул аҡыллы, аралашыусан, изге күңелле. Һоҡланып туя алмайым балама.
– Ғаиләһе бармы?
– Дуҫ егете бар, тиҙҙән никахтары буласаҡ. Туйҙы иһә киләһе йыл үткәрергә ниәтләйҙәр.
– Аш-һыуҙы үҙегеҙ әҙерләйһегеҙме?
– Бешеренеү – иң яратҡан шөғөлөм. Аш-һыу буйынса үҙемдең генә бик күп рецепт өлгөләре бар. Дуҫтарым мин әҙерләгән ризыҡтарҙы, айырыуса эремсек ҡабартмаһын, маҡтай-маҡтай ашай.
– Сүриә, ғаилә усағы символы, һеҙҙеңсә, нимә ул?
– Өйҙә гармония булырға тейеш. Иртән йоҡонан шатланып тороу, бер-береңә ҡарап йылмайыу, табынға ултырыу... Бергә йыйылыу – беҙҙең өсөн оло бәхет. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гастролдәр арҡа­һында бергә йыш йыйылып булмай.
– Башҡорт дәүләт филармони­я­һына ҡабул итеүҙәре һеҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булдымы?
– Эйе, Өфө сәнғәт училищеһын тамам­лағас та мине “Ихлас” эстрада коллективына алдылар. Художество етәксеһе булып ул осорҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуров эшләй ине.
– Өфө коллективында хеҙмәттәш­тәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр ниндәй булды?
– Халыҡ артистары Шамил Хәмәҙину­ров менән Хәлит Фәтиховтың ихласлығын, ярҙам­сыллығын баштан уҡ тойҙом. Етәкселәребеҙ һәр йәһәттән булышлыҡ күрһәтте. Һуңыраҡ “Ихлас”ты Радик Вәлмөхәмәтов етәкләне. Бер аҙҙан коллектив тарҡала башланы.
– Әле Нефтекамала йәшәй­һегеҙме?
– Өфөлә йәшәйем, Ә Нефтекамала эш урынынан бүленгән бүлмәм бар. Ике ҡала араһында өҙгөләнәм, ҡыҙым өсөн борсолам. Тормошомдоң ҡатмарлы осоронда мине эшкә алғаны өсөн Нефтекама дәүләт филар­монияһы директоры Рәйес Абдрахман улы Исмәғилевкә ҙур рәхмәт әйткем килә.
– Сүриә, үҙегеҙ өсөн бер-берегеҙгә булған һөйөүҙе юғалтыуға ҡағылыш­лы формуланы сығарманығыҙмы?
– Бының сәбәбе ахыр маҡсаттың булмауындалыр. Мәҫәлән, бейек тауға күтә­релгәндә юл оҙонлоғон да, көсөңдө лә самалайһың. Әгәр мөмкинлегеңде дөрөҫ күҙал­ламаһаң, бейеклекте яулай алмауың бар. Кешеләр менән мөнә­сәбәттәрҙә лә шулай. Беҙ бөгөнгө көн менән йәшәйбеҙ. Күптәрҙе “берәүҙе һайлағанһың икән, тимәк, ғүмерлеккә” тигән перспектива ҡурҡыта. Ҡалған көндәреңде ошо кеше менән үткәреү теләге төпкөл аңға уҡ һалынһа, бындай мөнәсәбәтте лә тауға артылғандағы кеүек һәр йәһәттән мөмкинлектәреңде баһалап ҡорор инең. Ҡарашыңды үҙгәртһәң, һөҙөмтәне лә үҙгәртергә була. Эргәңдәге ир-аттың да ошондай уҡ ҡарашта булыуы шарт. Ә инде “әлегә барыһы ла һәйбәт, алдағыһын күҙ күрер” тип йәшәһәң, бер нәмә лә барып сыҡмаясаҡ.
– Һеҙҙең өсөн хыянат ҙур гонаһ­мы?
– Әлбиттә. Кем бүтән фекерҙә икән? Хыянат – Африкала ла хыянат инде ул. Еңел ҡабул итеп булмай, өҫтәүенә ул кешене өҙөлөп һөйһәң. Әгәр инде яныңдағы кешене етди ҡабул итмәһәң, уға ҡарата мөнәсәбәтең дә еңел-елпе була. Әммә мин эргәмдәгеләргә ундай мөнә­сәбәттә була алмайым. Хыянат ышанысты юҡҡа сығара, ә һөйөү ышаныстан башҡа йәшәй алмай. Йәш саҡта барыһы ла эксперименттарға әүәҫ, 40 йәшкә етәрәк тормошто аңлай баш­лайһың.
– Шулай ҙа рухи хыянатҡа ҡарағанда, тән хыянаты әллә ни ҡурҡыныс түгел, тиҙәр...
– Дөрөҫ түгел был фекер. Хыянаттың һәр төрө лә йөрәкте яралай. Бындай теорияны хыянатын аҡлар һәм ҡылғандары өсөн яуаплылыҡтан ҡотолор өсөн ир-егеттәр уйлап сығарған.
– Шулай уҡ ир-ат үҙ асылы буйынса полигам, ҡатын-ҡыҙға рөхсәт ител­мәгән ғәмәлдәр ҙә уларға тыйылмай тигән фекер ҙә бар...
– Бөтәһе лә полигам. Ҡатын-ҡыҙҙың да ҡайһы береһе эксперименттарға әүәҫ була. Ир-егет һәр йәһәттән тулыһынса ҡәнәғәтләндергән осраҡта ғына ул моногам. Әгәр ҙә ир-ат ҡатынына “төкөрөп ҡарай” икән, тимәк, һөйгәненең уға ҡарата мөнәсәбәте лә ошоға нигеҙләнәсәк. Күптәр быны олоғая төшкәс кенә аңлай башлай. Йәш саҡта кәйеф-сафа ҡорорға яратҡан, күп ҡыҙҙарҙың башын әйләндергән егеттәрҙең олпатлана килә ғаилә, Хоҙай Тәғәлә хаҡында уйланыуы, хыянатҡа юл ҡуймауы берәүгә лә сер түгел. Байрамса йәшәгең килә икән, ғаилә ҡорорға ашыҡма. Күп кенә ирҙәр ҡатыны өйҙә генә ултырырға, аш-һыу әҙерләп үҙен көтөп алырға тейеш тигән фекерҙә. Ә үҙе рәхәтләнеп күңел аса, арығас ҡына өйөнә юллана...
– Һеҙ Көньяҡ Уралда тыуғанһы­ғыҙмы?
– Эйе, Ҡоншаҡ районында. Хеҙмәт биографиям Дружный ауылы мәҙәниәт йорто сәхнә­һендә башланды.
– Кейәүегеҙҙең ниндәй милләт вә­киле булыуы һеҙҙең өсөн мөһим­ме?
– Әллә ни мөһим түгел. Әлбиттә, уның мосолман кешеһе булыуын теләр инем. Илсинә әсәһе әйткән кешене яратасаҡ (көлә. – Авт.), сөнки әсәй насар кәңәш бирмәҫ, дөрөҫ йүнәлеште күрһәтер. Ҡыҙым менән күп йәһәттән оҡшашбыҙ, тойомлау һәләтебеҙ ҙә бер төрлө. Хатта бер үк көйҙәрҙе тыңлайбыҙ, бер үк фильмдарҙы ҡарайбыҙ.
– Тормошта ниндәй ҡағиҙә­ләргә таянаһығыҙ?
– Кеше тормоштан кинәнес алырға, уның яҡшы яҡтарын күрергә һәм үҙләштерергә тейеш. Рәсәйҙә барған үҙгәрештәрҙә минең дә өлөшөм булыуы, тыңлаусыма кәрәклегемде тойоуым менән бәхетлемен.
– Шоу-бизнес – ул мәкер, көнсөл­лөк, бысраҡ интригалар билә­мәһе лә. Коллегаларығыҙ яғынан ниндәйҙер насарлыҡтар булдымы?
– Байтаҡ булды... Элегерәк бындай мәлдәрҙә бик ҡайғыра инем. Әле иһә тынысландым, хеҙмәттәштәремдең дә мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Изге күңелле кеше булһам да, кәрәк саҡта ҡаты ғына итеп яуап ҡайтара алам. Дошманым юҡ, һәр кешенең ҡылығын аҡларға мөмкин. Кешеләрҙең яҡшы яҡтарын ғына эҙләйем, шулай йәшәү еңелерәк. Философия буйынса китаптарҙы күп уҡыйым, һәр саҡ әҙәм балаһын теге йәки был насар ғәмәлгә этәргән сәбәптәрҙе эҙләйем. Һуңғы осорҙа насарлыҡтар кәмегән төҫлө. Әүәлерәк барыһы өсөн дә яҡшы булырға тырыша, “юҡ” тигән һүҙҙе белмәй ҙә инем. Хәҙер иһә эске көс-ҡеүәтемде тоям, үҙ-үҙемә ышанысым артты. Кем һәм ниндәй булыуымды белгән яҡындарым, дуҫтарым бар, миңә шул етә. Шоу-бизнес сыныҡтырҙы мине, тәжрибә тупланым. Шуға ла хәҙер мине рәнйетеү, йәберләү еңел түгел. Күпте белһәм дә, аңлаһам да, ҡайһы саҡта бер ҡатлылығым өҫтөнлөк итә, донъяға алһыу күҙлек аша ҡарауымдан арына алмайым.
– Ниндәй ҡала күңелегеҙгә иң яҡыны?
– Өфөлөр, моғайын. Баш ҡалаға 25 йә­шемдә генә килгәйнем. Бында мине үҙ иттеләр, әле лә яраталар. Нефтекама ла бик яҡын күңелемә. Әле бында “Ҡәрҙәш­тәр” коллективы менән эшләйем. Филармония директоры Рәйес Абдрахман улы һәм коллегаларым менән үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙ бик яҡшы, ихлас.
– Сүриә Әнүәр ҡыҙы, һеҙгә өр-яңы йырҙар һәм уңышлы сығыштар теләйбеҙ.

Михаил ХӘБИРОВ әңгәмәләште.






Вернуться назад