Башҡорт “Робин Гуд”ы12.08.2016
Башҡорт “Робин Гуд”ы Батырҙар, бәлки, кире ҡайтмаһа ла,
тыуыр батырҙарға өмөтләнәйек...



Борон-борондан башҡорт ере үҙенең батырҙары менән дан тотҡан. Урал, Салауат, Ҡараһаҡал, Ҡаһым түрә, Кинйә, Алдар, Аҡай, Шәғәле Шаҡман һәм башҡалар... Был исемлекте әле оҙаҡ ҡына дауам итергә була. Бала саҡтан шул батырҙар тураһында әкиәттәр, легенда-риүәйәттәр, шиғырҙар уҡып үҫтем. Улар минең хәтерҙә көс-ҡеүәте ташып торған олпат кәүҙәле, йыуан беләкле, киң күкрәкле, үткер ҡарашлы, изге һәм йомшаҡ күңелле, ғәжәйеп көскә эйә булған ир-заттары тип һаҡланған. Гел ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө эҙләүсе шәхестәр. Уларҙың яҙмыштары һәм ҡылған батырлыҡтары төрлө булһа ла, төп маҡсаттары бер – халыҡҡа ярҙам итеү, уны мәкерле батша, дейеү йә юлбаҫарҙар иҙеүе кеүек бәләләрҙән ҡотҡарыу...



Йылдар үтә, заманалар үҙгәрә. Элек өлгө булып торған батырҙарҙы бөгөн күптәр онотҡан инде. Хәҙер йәштәргә көнө буйы ваҡытын бушҡа уҙғарып, кисен бихисап аҡсаһын елгә осорғандар, киләсәккә бер ниндәй бөйөк маҡсат ҡуймай, бөгөнгө көн менән генә йәшәгәндәр күберәк оҡшай. Шуға ла был донъяла үҙҙәрен таба алмай, маҡсатһыҙ ғүмер һөргәндәр бик күп.
Ошо фекерҙе күҙ уңында тотоп, йәштәштәрем, балалар һәм киләсәк быуын халҡыбыҙҙың ысын батырҙарын онотмаһын өсөн, улар тураһында яҙырға булдым. Һәм Мансур ағай Һиҙиәтов әйткән: “Батырҙар, бәлки, кире ҡайтмаһалар ҙа, тыуыр батырҙарға өмөтләнәйек”, – тигән һүҙҙәрҙе үҙемде дәртләндереүсе итеп алам.
Беренсе мәҡәләмдә Урал аръяғы батыры, Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ һәм Учалы райондарында, Силәбе өлкәһендә яҡшы танылған Бейеш Ишкенә улы Ишкинин тураһында яҙырға булдым. Әбйәлил районының Салауат ауылында Йосоп Аҫылғужиндан (1880 йылғы) яҙып алынған вариантта Бейеш батыр Ҡыҙыл буйындағы Ҡусҡар ауылы егете итеп күрһәтелә. Мин тапҡан архив документтарына ҡарағанда, Бейеш Ишкенә улы Ишкинин 1820 йылда Әбйәлил районы Орсоҡ-Ҡусҡар ауылында тыуған.
Бейеш тиңдәштәре араһында ҙур кәүҙәле, көслө бала булып үҫә. Малайҙан хатта өлкәнерәктәр ҙә шыртлаған. Көрәшкәндә, уйнағанда яңылыштан ҡайһы берҙә тиңдәштәренең аяҡ-ҡулдарын да һындырып ҡуя торған булған ул. Бай балалары илаһа, бәлә һалһа, яза Бейештең ата-әсәһенә төшкән.
10-12 йәштәрҙә инде ул бик ҙур кәүҙәле малай була. Ҡулдары көрәктәй, йоҙроҡ­тары сүместәй, ни тотһа, шуны һындыра икән. Ә 16-17 йәшендә инде киң яурынлы, яҫы маңлайлы, үткер күҙле, һөйкөмлө егеткә әүерелә. Урта кәүҙәле берәй кеше Бейеш янында торһа йә ултырһа, бала һымаҡ ҡына күренгән. Бәйгеләрҙә уны бер батыр ҙа йыға алмаған, күптәр Бейеш менән көрәшеүҙән баш тартҡан. Егеттең даны тирә-яҡҡа таралған, уны Бейеш батыр тип йөрөтә башлағандар.
Бейеш батырҙың ата-әсәһе, ҡартая килә, тормоштоң бөтә ауырлығын татып, ыҙа сигеп, ярлы тормошта баҡыйлыҡҡа китә. Шул көндән башлап егет байҙарҙа хеҙмәтсе булып көн күрә башлай. Ул эшкә бик шәп була. Эшен дә эшләй, ашын да ашай, хатта бер ултырғанда бер ҡуйҙы йә биленә ураған ҡаҙыны ашап бөтә торған булған. Шуға күрә байҙар, эш хаҡың ашауыңдан артмай тип, уға аҙ түләр булған. Бындай саҡта батыр асыуынан байҙы туҡмап та киткеләгән. Билдәле, байҙар уны хеҙмәтсе итеп тотмай, нисек тә булһа ҡотолоу юлын эҙләй. Шуға ла Бейеш батыр ярлылар менән байҙарҙы айырып ҡарай башлай.
Үҙенә ҡарата ҡасандыр ғәҙелһеҙлек күрһәткән байҙарҙы, батша түрәләрен талап, йорттарын яндырып, үс ала. Талап алған аҡсаларҙы, затлы әйберҙәрҙе ярлыларға таратып бирә. Хәҙер батша властары нисек булһа ла Бейеште юҡ итеү юлын эҙләй башлай. Уға “Бейеш ҡараҡ” тигән исем тағалар. Шулай итеп, беҙҙең батырыбыҙ ҡасҡынға әйләнә. Байҙарҙа – ҡараҡ, ә ярлылар араһында батыр тип таныла Бейеш.
Батыр бәләкәй саҡтан уҡ ололар һүҙенә иғтибарлы, ә үҙҙәренә ихтирамлы булған, матур йырлаған, ҡурайҙа оҫта уйнаған. Йырға, моңға бай күңелле кеше ҡаты бәғерле була алмай, насарлыҡ тураһында уйламай, халҡына үҙенә ышанған кеүек ышана.
Бейеш бәһлеүәндең ҡырҙа йөрөгәнен ярлы-ябаға күрһә лә, эҙләүселәргә хәбәр итмәгән. Байҙар быны ҡулға төшөрөргә бик тырышҡан, сөнки юлдан үткән бер генә байҙы ла таламайынса ҡалдырмаған батырыбыҙ, тик улар оҙаҡ ҡына үҙҙәренең маҡсатына ирешә алмаған.
Бейеш һәр көн юлдарын, эҙҙәрен яҙлыҡтырып йөрөй. Төрлөсә кейенеп, ауылдарға, ҙур баҙарҙарға килеп сыҡҡылай. Ул бер ваҡыт Хәлил (хәҙерге Әбйәлил районы) баҙарына килә. Баҙарҙа көсө менән тирә-яҡҡа дан алған бер Ҡуштан исемле батыр була. “Бейеш ҡараҡты күрһәм, уны тотоп алып, ҡул-аяҡтарын бәйләр ҙә тештәрен кеҫәһенә һалып ебәрер инем”, – тип маҡтана икән был. Уның һүҙҙәрен Бейеш ишетеп-тыңлап торған.
Бына теге батыр ҡайтыу юлына сыға, уның артынан Бейеш тә ҡуҙғала. Улар икеһе лә кырандастарында саҡ һыйып китеп бара. Бер аҙҙан Бейеш тегене ҡыуып етә. Ҡуштан батыр: “Бейеш ҡараҡты беләһеңме?” – тип һорауға. “Беләм”, – тип яуаплай Бейеш.
– Ҡайҙа һуң ул ҡараҡ? Мин уның тештәрен йолҡоп, кеҫәһенә һалып ебәрер инем! – ти тегеһе.
– Бейеш батыр, бына, мин булам, – тигән Бейеш. Ике батыр алыша башлаған. Бейеш, тегенең аяҡ-ҡулдарын кырандасҡа ҡуша бәйләп, тештәрен берәм-берәм һурып алып, кеҫәһенә һалып ебәргән.
Көндәрҙең береһендә Бейеш Уралтау буйлап йөрөгәндә бер урыҫ кешеһен осрата. Ул да ҙур кәүҙәле, киң яурынлы, мөһабәт кәүҙәле, етен сәсле, үткер күҙле ир икән. Улар бер-береһенә өнһөҙ-тауышһыҙ яҡын килә һәм, үҙ-ара аңлашып, танышып китә. Завод хужаһын үлтерә һуғып, Урал тауҙары буйлап ҡасып йөрөгән Синцов фамилиялы эшсе икән был. Хәҙер улар икеһе бергә ҡасҡын булып йөрөй, байҙарға ҡаршы көрәшә, үс ала.
Синцов Бейешкә ҡарағанда ла көслөрәк була. Ул 12 ботлоҡ батман, Бейеш батыр 8 ботлоҡ тимер лом алып йөрөй. Байҙарҙың магазиндарын талағанда йәки һарайҙан аттар урлағанда, батманды ломға таяу итеп, йорт, һарай күтәртер булған был икәү.
Бер ваҡыт Бейеш, Синцовтан айырылып, ауылдар буйлап сығып киткән. Ул бөтөнләй икенсе кейем кейеп ала, үҙен танымаҫтар тип уйлай. Тик уны танып ҡалалар. Бай-түрәләр, күп халыҡты йыйып, батырҙы ҡыуа сыға.
Бейеш кырандасын туғарып, атын эйәрләй ҙә һыбай урманға, тау араһына ҡаса. Ҡыуыусылар, яңынан-яңы аттарға атланып, Бейешкә яҡынлаша. Батыр Иҙел (Ағиҙел) йылғаһы буйлап барып Ирәмәл тауына менә башлай. Тегеләр бик яҡынлағас, Бейеш, атынан төшөп, ҡая башына үрмәләп менеп китә. Эҙәрләүселәр ҡая таштың тирә-яғын һырып ала, артынан үрмәләй. Бейеш ҡая башындағы бейек ҡарағас башына менә. Тегеләр быға төшөргә ҡуша.
Батыр тереләй бирелергә теләмәй, шуға ла түбәнгә төшмәй. Ҡуштандар балта менән ҡарағасты тумыра башлай. Бейеш батырҙың башына бер уй килә. Ул йәйелеп үҫкән ике йыуан ҡарағас ботағын беләктәренә урап тота ла, йыуан ботаҡтарҙы айырып алып, уларҙы таяу итеп, Иҙел аша һикерә. Бейеш Иҙелдең икенсе яғына осоп барып төшә. Үҙен ҡыуып килеүселәр тота алмағас, уларҙы мыҫҡыллы һүҙҙәр менән әрләп, йырлай-йырлай Урал урмандары араһына инеп юғала.
Шунан һуң Бейеш батыр байҙарға, түрәләргә ҡаршы тағы ла уҫалыраҡ көрәшә башлай. Уларҙың күңеленә ҙур ҡурҡыу һала. Батыр Ирәндек, Урал тауҙарының ҡая таштары, ҡуйы урмандары араһында көндәрен үткәрә, ә төндәрен байҙарҙан үс ала. Ул байҙарға, түрәләргә ҡаршы көрәшеп, урмандарҙа ҡасып йөрөй бирә. Үҙенең ҡайғы-һағыштарын йырлап йә ҡурайҙа уйнап тарата, үҙ күңелен йыуата. Ҡасып йөрөгәнендә, Бейеш үҙе тураһында ла йыр сығарып, көйләп йөрөр булған:

Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем,
Тышҡынайын ниҙән тышлайым?
Йәйгенәһен бында, эй, йәйләнем,
Ҡышҡынаһын ҡайҙа ла ҡышлайым?

Был йыр башҡорт халыҡ йыры “Бейеш” тип атала. Бөгөн дә күптәр был йырҙы яратып тыңлай. Уны Рәсүл Ҡарабулатов, Абдулла Солтанов, Ишмулла Дилмөхә­мәтов һәм Хәсән Усманов кеүек йырсылар башҡара, Венер Камаловтың ошо йырға хатта клибы ла бар.
Бер мәл (фараздар буйынса 1848 йыл) ҡар иртә яуа. Эҙәрлекләүселәр аҡ ҡар өҫтөндә Бейеш батырҙың эҙҙәрен таба. Шул эҙҙәрҙән йөрөй торғас, Верхнеурал өйәҙенең исправнигы Скорятиновтың отряды, Бейеште табып, уны ҡулға ала. Күмәк көс батырҙы еңә. Скорятиновты был “батырлығы” өсөн 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены менән бүләкләйҙәр.
Аҡһаҡалдарҙың һөйләүенсә, Бейеш батырҙы туҡмап үлтергәндәр йә иһә уны һөргөнгә ебәргәндәр, шул китеүенән кире әйләнеп ҡайтмаған. Уны тота алмағандар икән, тип тә әйтәләр. Ни генә булһа ла, Әбйәлил батыры әле лә күптәрҙең күңелендә һәм хәтерендә йәшәй.
Шәхесебеҙҙең яҙмышы бик ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡ та, бер үк ваҡытта үкенесле лә, ҡыуаныслы ла. Шуның өсөн уның тормош юлын өйрәнеү, ул башҡарған эштәрҙең ни өсөн ике яҡлы ҡараш тыуҙырғанын асыҡлау бик фәһемле.
Байҙарҙың, батша түрәләренең ҡомһоҙлоғона һәм ғәҙелһеҙлегенә ҡаршы сыҡҡан батыр үҙенең башҡарған эштәре менән инглиз халыҡ әкиәттәре геройы Робин Гудты хәтерләтә. Уларҙан талап алған байлыҡтан үҙенә бер тин дә алмауы, әйберҙәрҙе кире ярлыларға таратып биреүе һәм урман-тауҙар араһында көндәр үткәреүе – быға тағы бер дәлил. Бейеш батырҙың оло маҡсаты үҙҙәрен яҡлай алмағандарҙы яҡлау, кешеләрҙең ауыр тормошон әҙ генә булһа ла еңеләйтеү булған.











Вернуться назад