Ауылыбыҙ күрке – Тәнзилә апай12.08.2016
Алтын көҙҙөң япраҡтарын
Йыйып алдым усыма.
Ел, иркәләп, көҙ бүләген
Юлдарыма осора.
Баҫырға ла йәлләп торам
Семәрләнгән балаҫҡа.
Осо-ҡыры юҡ юлымдың,
Һуҙылған ул алыҫҡа.
Әйтерһең дә, офоҡтарға
Барам алтын балаҫтан.
Ошо юлды мең-мең тапҡыр
Үтер инем ҡабаттан.
Был шиғырҙың авторы – йәмле Асылыкүл буйында урынлашҡан Ҡыҙрас ауылындағы урта мәктәптә 38 йыл урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Дәүләкән районы ҡыҙы Тәнзилә Ғәлимарҙан ҡыҙы Юсеева (Ғайсина). Ул тормошта ла, эшендә лә ысын ижадсы. Мәктәптә драма түңәрәге ойоштороп, үҙе легенда, пьесалар яҙып сәхнәләштерә, уҡыусылары менән Дәүләкән, Бәләбәй, Туймазы ҡалаларында сығыш яһап, призлы урындар яулай, “Тамсылар” ижади түңәрәгенә йөрөгәндәрҙең һәләттәрен аса. Ун уҡыусыһының шиғыры балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсина етәкселегендә әҙерләнгән “Тыуған ерем – мөғжизә” йыйынтығында баҫылып сыҡты. Тәнзилә апайҙың шиғырҙары Ә. Хәкимов исемендәге музейҙа бик уңышлы эшләп килгән “Дим” әҙәби берекмәһенең өс йыйынтығында донъя күрҙе, тиҙҙән дүртенсе китап та әҙер буласаҡ. Үҙенең айырым йыйынтығын киләһе йылда сығарырға планлаштыра Тәнзилә апай. Уның шиғырҙары ябай ҙа, күңелгә үтеп инерлек тә, ауырлыҡтарҙы еңеп, алға әйҙәүсе лә. “Тәбиғәт ҡыҙы” шиғырында был бик асыҡ күренә:
Дауыл, буран, әсе елдәре лә
Тәбиғәттең генә ҡулында.
Мин – тәбиғәт ҡыҙы, бөтәһе лә,
Бөтәһе лә булды юлымда.
Алһыу таңдарым да булды, булды
Ай-йондоҙло ҡара төндәре.
Һалҡын тәҙ(е)рәгә башым терәп,
Көткәнем бар яңы көндәрҙе.
Тәнзилә апай, үҙе әйтмешләй, ауылдың иң аҡыллы, иң сибәр егете, биш балаһының атаһы Флүр Йәмғетдин улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, янып эшләй. Флүр ағай тарих фәненән уҡыта, мәктәп директоры булып эшләне. Үкенескә ҡаршы, бик йәшләй генә яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Тәнзилә апай яңғыҙы балаларын аяҡҡа баҫтырҙы. Улар институт, университеттарҙы тамамлап, үҙ донъяларын көтә, матур ғаилә ҡорғандар, балалар үҫтерәләр. Былтыр Себер тарафтарына, төпсөк ҡыҙы Лилиәнең туйына барып, ҡыуанып, ҡанатланып ҡайтты Тәнзилә апай. Ул — бәхетле әсә! Был хисе шиғыр юлдарына ла һалынған:
Мин бәхетле, балаларым
Бәхетенә һөйөнөп.
Яҙын яуған йылы ҡарҙай,
Бәхет яуһын өйөлөп.
Мин бәхетле, ҡулдарымда
Ҡәләмем уйнағанда.
Йылы ҡарҙар күмелеп,
Ерҙә яҙ уянғанда.
Ейән-ейәнсәрҙәренә арнап яҙған шиғырҙары ла байтаҡ. Шуларҙың береһе – ейәнсәре Даринаға (уға әле 2 генә йәш) яҙылған шиғыры “Бәпес” тип атала. Унда шундай юлдар бар:
Теремек кенә ҡоштарым
Тәпәй килтерер яҙын.
Киләсәккә юлдар башлар
Һәр ынтылыш, һәр аҙым.
Бәпес менән килеп керҙе
Тулы бәхет өйөмә,
Һәр кемгә нур өләшәһең
Кескәй генә көйөңә.
Тәнзилә апай ут-һыуҙарҙы үтеп, Еңеү көнөн Берлинда ҡаршылаған, йыр-моңға ғашиҡ атаһы Ғәлимарҙан Ғайса улы менән һөйөклө әсәһе Рәбиға Ғәйетбай ҡыҙын һағынып иҫкә ала. Уларға арналған шиғырҙары ла бик күп:
Ҡаҡ ҡойорһоң, ҡыҙым, тиеп
Атайым таҡта юнды.
Быйыл еләк, балан, алма
Ҙур уңыш бирҙе, уңды.
Һап-һары таҡталар өҫтө
Ҡаҡтар менән ҡапланды.
Ҡышҡылыҡҡа ҡаҡ өйөмө
Ҡатланды ла ҡатланды.
Өйҙәремдә йәй еҫтәре:
Алма, еләк, баландар.
Тел осомда атам һүҙе,
Ҡаҡ таҡтаһы ҡулымда...
Йәки әсәһенә арналған шиғырында ул ғәзиз кешеһе образын күҙ алдына баҫтыра:
Аҡ яулығын сөйгән әсәм
Аҡ мейестең алдарында...
Мейес алды буш ҡалһа ла,
Һаман да ул яндарымда,
Аҡ мейестең алдарында...
Тәнзилә апайҙың егермеләп йыры ла бар. Уларға көйҙө бәләкәй саҡтан бергә уйнап үҫкән, Димдә һыу инеп, йыуа-ҡуҙғалаҡтар тәмләп, сәскәләрҙән таждар, томбойоҡтан мәрйендәр теҙгән әхирәте — Туймазы балалар музыка мәктәбендә күп йылдар эшләгән Рәмзиә Хәмәт ҡыҙы Яруллина (Дилмөхәмәтова) сығара.
“Өлгөлө хеҙмәте өсөн” миҙалы, бик күп грамоталар менән наградланған Тәнзилә Юсеева бөгөн дә халыҡ менән: клуб сәхнәләрендә үҙе яҙған шиғырҙар, сценарийҙар менән концерттар алып бара, төрлө осрашыуҙарҙа ҡатнаша. Ауылдың иң матур урынында, Тимбәт тауында урынлашҡан өйө һәр кемгә сәләм биреп, йылмайып тора.
Әле Тәнзилә Ғәлимарҙан ҡыҙы хаҡлы ялда, әммә өлгөлө тормошон дауам итә, иҫ киткес матур сәскәләр, мул уңышлы баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай.
Тәнзилә апай иң яҡын дуҫы, яҡташыбыҙ Рәсимә Ураҡсинаны юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙе. Уның яҡты иҫтәлегенә арнап, “Башҡорт ҡыҙы” тигән шиғыр ҙа яҙҙы. Шиғри күңелле, йомарт йөрәкле, ҡанатлы уйлы уңған хужабикәнең ишектәре һәр кем өсөн асыҡ. Ижади уңыштар, бәхетле көндәр теләйбеҙ һеҙгә, Тәнзилә апай.