Халыҡтарҙың сәйер ҡылыҡтары12.08.2016
Беҙ тамаша итеп ҡараған ат сабышы, милли көрәш кеүек байрамдарҙан тыш ер йөҙөндә тағы әллә ниҙәр бар! Ул ғына түгел, футбол, хоккей кеүек донъя кимәлендә уҙған бәйгеләр ҙә, бер яҡтан, ҡәҙимге күренеш. Шул уҡ, әйтәйек, ҡышын беҙ ҡаршылаған яңы йыл да берәүҙәрҙә йәй миҙгелендә үтә. Индияла ул хатта дүрт тапҡыр уҙа, тиҙәр. Ер йөҙөндәге байрамдарҙың ҡыҙыҡлы күренгәндәрен барлап сығырға булдым.

Мәҫәлән, улар араһында “Иң етеҙ ҡусҡар” тигән чемпионат бар икән. Унда бер һыҙыҡҡа теҙелгән ҡусҡарҙарға 33,02 сантиметр араны үтергә кәрәк, имеш. Кем беренсе – шул чемпион. Гөбөргәйелдән дә яйыраҡ был йәндәрҙең тамашаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра икән, тәү­ге рәттәрҙәге урынды ла алдан алырға кәрәк.
Әйткәндәй, үткән йыл бәйгенең еңеүсеһе булып Джордж исемле ҡусҡар булған. Ул 33,02 сантиметр араны 2 минут 45 секунд эсендә үтеп, хатта рекорд ҡуйған.
Ә бына Американың Вайоминг ҡалаһында йыл һайын ике йөҙ меңләп кеше ковбойҙарҙы ҡарарға йыйыла. “Фронтира көндәре” тип аталған был сарала атта сабыуҙан тыш, төрлө йәрминкәләр, ҡырағай Көнбайыш стилендәге концерт, тамашалар, үгеҙҙәргә атланыу, осоу­сы­ларҙың сығышы ойошторола. Унда хатта итек кейеп атҡа атланған ҡатын-ҡыҙ ковбой­ҙарҙы ла күрергә була. Бәйгенең киң йәйелеүе иһә беренсе урынға йөҙ мең доллар бирелеүенә бәйле. Был бүләк өсөн американың һәр ковбойы үҙен һынарға әҙер.
Альп тауҙары яғына күҙ һалһаң, упҡын аша канат һуҙып, шунда эленеп тороу, гамакта ятыу киң таралған күренешкә әйләнгән. Йөҙәрләгән кешенең кемеһелер шул рәүешле уҡый, кемеһелер музыка ҡоралында уйнай. Ләкин ниндәйҙер хәүеф янаһа ла, бының мәҙәни маҡсаты бар: Икенсе донъя һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу. Сөнки арҡанға эленеп торған ерҙән аҫҡа ҡараһаң, шул замандарҙан ҡалған окоптар күренә икән.
Монголияның да “Улсын их баяр наадам” тигән милли байрамы ҡыҙыҡлы. Сара йыл һайын баш ҡаланың спорт майҙанында үтә. Унда ир-егеттәр уҡтан атышыу, көрәш һәм ат сабышыу буйынса көс һынаша. Иң ҙур иғтибар көрәшкә бүленә, сөнки 5-се турҙың еңеүсеһенә – “ыласын”, 6-сыныҡына – “ҡарсыға”, 7-сенекенә – “фил”, 8-се турҙыҡына “гаруда” исеме бирелә. Ә финалда бил бирмәгәнгә “арыҫлан” тигән атама тағыла.
Монголдар бындай ярыштарҙа борондан ҡатнашҡан. Тәүҙә ул хәрби парад кеүегерәк үткән булһа ла, һуңғараҡ тулыһынса спорт бәйгеһенә әүерелгән.
Африканың Свазиленд илендә иһә “Умхлан­га” тигән бигерәк үҙенсәлекле йола һаҡ­лана. Ә үҙе Мсвати III монархының ҡатын һайлауына иғтибар бүлеүенә бәйле. Йыл һайын уның алдына илдең иргә сыҡмаған барлыҡ ҡыҙ­ҙары теҙелә лә әллә нисәмә сәғәткә һу­ҙылған “Умхланга”ны бейей. Был сараның башҡа яғы ла бар, ул да булһа – батша рези­денцияһы тирәләй тростник текмәләрен яңыртыу.
Байрам ике көндән ғибәрәт. Беренсеһендә ҡыҙҙар батшаның әсәһе алдында бейей, икенсеһендә – Мсвати III алдында. Әгәр инде берәйһе тәьҫир итһә, уның алдына батша ҡара балта һала. Мсвати әлегәсә 15 ҡатынын да ошо рәүешле һайлаған икән. Ә инде береһен дә үҙ итмәһә, сара бейеү һәм текмәләрҙе яңыртыу менән генә сикләнә.
Ғәжәп байрамы менән һуғышсан Япония ла ситтә ҡалмай. Донъяға сумо, карате, дзюдо, кэндо кеүек спорт төрҙәрен бүләк иткән илдә шулай уҡ самурай холҡон сағылдырған “Onbashira” (“Бүрәнәләрҙә шыуыу”) фестивале уҙғарыла.
Бындай ярыш төрө инде 1200 йыл буйына дауам итә. Ләкин алты йылға бер генә үткәрелә. Үҙе иһә синоистик йоланы тәшкил итә һәм ике этаптан тора. Беренсеһе – “тауҙарҙан сығыу”, унда диаметры метрҙан ашыу булған һәм 12 тон­наға яҡын ауырлыҡтағы 16 шыршы ауҙа­ра­лар. Шунан һуң инде балта менән шы­мар­тылған ағастарға ултырып тауҙан шыуалар. Бары йөрьәт итмәгәндәр генә эргәһендә йүгерә. Икенсе этабы иһә “Satobiki” тип атала. Унда ошо бүрәнәләрҙе вертикаль рәүешкә килтерергә кәрәк.
“Бүрәнәлә шыуыу”ҙың беренсе этабында тән йәрәхәте алыусылар күп, хатта бүрәнә аҫ­тында ҡалып үлеү осраҡтары ла була. Тик япон­дар был фестивалдән баш тартырға йыйынмай.
Ер шарында үткән ҡыҙыҡлы байрамдар араһынан шулай уҡ ерән голландецтар көнө иғтибарҙы йәлеп итә. Тауҙың йәм-йәшел битенә шундай кешеләр үҙе бер йәм өҫтәр бит, күҙ алдына ғына килтереп ҡарағыҙ!
Кореяла батҡаҡ фестивален уҙғаралар. Ул көндө кешеләр батҡаҡта аунайҙар, йөҙәләр, марафон уҙғаралар, хатта шунда алышалар ҙа икән. Ә кешеләр үҙҙәре быға ҡояш аҫтында ҡыҙыныу, дауаланыу кеүек ҡарай.






Вернуться назад