Ысын уҡытыусы ниндәй булырға тейеш? Балаларҙы яратҡан, тәжрибәле, яуаплы һәм, әлбиттә, ғәҙел. Әммә һуңғыһын булмышыңды, яҙмышыңды, намыҫыңды, ғөмүмән, үҙ-үҙеңде фиҙа ҡылып яуларға тура килһә?..
Гәзит уҡыусыларҙың хәтерендәлер, яҙ айҙарында Интернет селтәрендә үҫмерҙәрҙең бер малайҙы туҡмауын һүрәтләгән видеояҙма күренеп ҡалғайны. Һуңынан асыҡланыуынса, был хәл баш ҡалалағы коррекцион мәктәптәрҙең береһендә булған. 12 йәшлек баланың туҡмалыуын кеҫә телефонына 11 йәшлек ҡыҙ бала төшөрөп ала. Ваҡиға, бәлки, үтер ҙә китер ине, әммә математика уҡытыусыһы Гүзәл Ибраһимова әлеге фажиғәгә битараф ҡала алмай. Ул был видеояҙма хаҡында ҡыҙынан ишетә һәм педсоветта әлеге ваҡиғаны былай ғына ҡалдырырға ярамағанлығын әйтә. Етмәһә, роликты кемдер прокуратураға ла ебәрә. Мәктәп етәкселеге бындай "башбаштаҡлыҡты" ғәфү итмәй. Һөҙөмтәлә "сүп-сарҙы өйҙән сығарғаны өсөн" уҡытыусыны эшенән китергә мәжбүр итәләр.
Әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәткәне өсөн эшһеҙ ҡалған ханым республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың блогына мөрәжәғәт итә. Рөстәм Зәки улы хатҡа битараф ҡалмай: килеп тыуған хәлде төплө өйрәнергә ҡуша һәм Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова һәм видеояҙма тураһында саң ҡаҡҡан Гүзәл Ибраһимова менән дә осрашып һөйләшә.
Президенттың ҡушыуы буйынса, ваҡиғаны республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов шәхсән үҙе тикшерҙе. Һөҙөмтәлә юғары педагогия советы, мәғариф тармағында Гүзәл Ибраһимова ише бер нимәгә ҡарамай тотош системаға ҡаршы торор көс тапҡан уҡытыусылар эшләргә тейеш, тигән фекергә килә һәм ханымды әлеге мәктәптең директоры итеп тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итә.
Әммә һуңғы сиктә Гүзәл Ибраһимова туған мәктәбенә етәкселек итеүҙән баш тартты. Уҡытыусының был ҡарары аңлашыла. Үҙ коллективыңда яҡлау таба алмау айырыуса ауыр хәл. Бөгөн ханым баш ҡаланың 54-се мәктәбенә директор булып барырға ризалыҡ биргән.
Үлән үҫкән ерендә үҫә, ти халыҡ мәҡәле. Үҙ тупрағының бәрәкәтен, шифалы һауаһын татып ҡына нығынып китә ул. Йәш үҫентене ят тупраҡҡа күсереп ҡара, шунда уҡ ҡорорға тора. Бала ла шулай. Ғаиләлә һәм мәктәптә тейешле тәрбиә һәм белем алһа ғына, лайыҡлы кеше булып үҫә. Был йәһәттән уҡытыусыларҙың роле әйтеп аңлатҡыһыҙ ҙур. Ниндәй генә балалар менән эшләргә тура килмәй уларға. Күпме бала — шул тиклем холоҡ, ҡараш, маҡсат... Коррекцион мәктәптәрҙә был яуаплылыҡ икеләтә көслө булырға тейеш. Бөгөнгө ваҡиға — быға асыҡ дәлил.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА