Төҙөүселәрҙең Бөтә Рәсәй һөнәри байрамы быйыл алтмышынсы тапҡыр уҙа. Хөкүмәт йортонда ошо өлкә хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы булды. Уларҙы Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов тәбрикләне.
Бүләкләнеүселәр араһында инженерҙар, кран машинистары, станоксылар ҙа бар ине. Рөстәм Хәбиб улы, үҙ сиратында төҙөлөштөң ил, халыҡ тормошонда мөһим урында тороуын билдәләп, социаль өлкәнең әһәмиәтле өлөшө булыуын белдерҙе, ҡатмарлы осорҙа ла дәүләт тарафынан төҙөлөшкә иғтибар бүленеүен хәбәр итте. Шулай уҡ Премьер-министр Башҡортостандың юбилейы мөнәсәбәте илә республика Башлығының 100 объект төҙөргә маҡсат ҡуйыуын иҫкә алып, унда ла төп эштең төҙөүселәргә төшәсәген еткерҙе. Байрам менән ҡотлап, яңы бейеклектәр, ғаилә именлеге, һаулыҡ теләне.
Әйткәндәй, был һөнәри байрам СССР Юғары Советы Президиумының 1955 йылдың 6 сентябрендәге Указы нигеҙендә булдырылған. Ә 1956 йылдың 12 авгусында Советтар Союзының төҙөлөш хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең тәүге байрамын билдәләй. Шул көндән алып Төҙөүселәр көнө һаҡлана килә. 2011 йылда Рәсәйҙә уны федераль байрам тип иғлан итәләр
Денис БИЛАЛОВ.Республикабыҙҙа Төҙөүселәр көнө йыл да тантаналы рәүештә билдәләнә. Быйыл уңғандарҙы баш ҡалабыҙҙың иң күркәм мәҙәниәт усаҡтарының береһендә – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡотланылар.
Тәүҙә республикабыҙҙың йөҙөн билдәләгән күркәм дә, заманса ла төҙөлгән йорттар тураһында видеофильм һәм артистар тарафынан әҙерләнгән йыр-бейеү ҡараны ҡунаҡтар.
– Төҙөлөш комплексы – иҡтисадты әйҙәүсе, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный Башҡортостан Башлығы һәм Премьер-министры исеменән ҡотлап. – Беҙҙә был тармаҡҡа иғтибар һәр саҡ көслө бүленде, йыл һайын бихисап торлаҡ йорттар сафҡа индерелә, быларҙың барыһы ла халыҡтың мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп ғәмәлгә ашырыла. Шул уҡ ваҡытта социаль йүнәлештәге торлаҡҡа ла иғтибар артҡандан-арта.
Владимир Александрович билдәләүенсә, “Өфө Кремле” комплексы йылдам ҡалҡытыла, Черниковка биҫтәһендәге туҙған барак йорттар урынына яңылары төҙөлә, үҙ сиратында ҡаланың йөҙө күҙгә күренеп ыңғай яҡҡа үҙгәрә.
Телмәр тотоусы “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” тураһында ла әйтеп үтте.
Вице-премьер иң-иңдәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Илдар АҠЪЮЛОВ.