Марстың ат өйөрө12.08.2016
Марстың ат өйөрө Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, ауыл халҡы эшһеҙлектән йонсой. Нимә ҡылырға? Нисектер йәшәргә кәрәк. Ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеү өсөн берәүҙәр оҙайлы вахтаға китә, икенселәр район үҙәгенә, ҡалаға йөрөп эшләргә мәжбүр. Ауылда ҡалғандар иһә үҙҙәренсә табыш юлын эҙләй, донъя көтә.


Ауырғазы районының Мостафа ауылынан Марс Ғималет­динов – ауыл тормошонда иң әүҙем ҡат­нашҡан өлгөлө ир-уҙамандар­ҙың береһе. Стәр­летамаҡ пе­да­гогия институтының физика-математика факультетын тамамлағас, мәктәп директоры булып эшләй. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, мәктәп ябыла.
Ауыл хужалығы – илдең иҡ­тисади тотороҡлолоғон үҫтергән тармаҡтарҙың береһе. Марс Ғималетдинов ауыл халҡының көнитмешен яҡшыртыу өсөн бар тырышлығын һала, борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләй. Нисек эшләйһең, шулай йәшәйһең, тиҙәр. Тере аҡса ауылда ит-һөт һатыуҙан килә. Кешеләр хеҙмәтенең емешен күрергә теләй. Тик алынған уңышты һата белергә лә кәрәк бит. Алыусы бар ул, әммә алыпһатарҙар үҙҙәренең яғына күберәк ҡайыра. 2011 йылда эшләй башлаған “Йәнле ауыл” проекты продук­цияһын етештереп тә, уны ҡайҙа ҡуйырға белмәгән ауыл халҡына йүнәлтелгән. Проект авторы – ауыл хужалығы тармағы буйынса юғары белемле иҡтисадсы Ринат Мамаев ауылдарҙа яратҡан шөғөлдәрен алып барып, үҙҙә­ренә эшләгән йүнселдәргә килем алыу юлдарын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Ауырғазы, Нуриман, Салауат, Хәйбулла, Кушнаренко райондарында был проект уңышлы яйға һалынған.
Марс Ғималетдинов ошо проектҡа ярашлы эште тыуған ауылында башларға була. Биш йыл элек шәхси хужалығын аса, ит етештереп һа­тыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Уны ра­йон­дың “Йән­ле ауыл” ауыл хужалығы кооперативы етәк­сеһе итеп тәғәйен­ләйҙәр.
Марстың ат өйөрө– 17 баш мал тотам. Уларҙы быҙау килеш алып үҫтерәм. Малдың ите экологик яҡтан таҙа, туҡлыҡлы һәм тәмле. Эште үҙемдең сайтымды булдырыуҙан башланым. Заказдар йыйып, айына ике-өс тапҡыр Өфөгә барып ҡайтам, Талбазыла ла һатам. Ҡыш буйы һимерткән мал өсөн хеҙмәт хаҡын алып ҡыуанабыҙ. Районда “Йәнле ауыл” проекты сиктәрендә берләшеп эшләүсе 40 – 50 кооператив бар. Һәр ауылда 10 – 15 кеше шөғөлләнә. Тауарҙы бергәләп һатыу еңел булһын өсөн йәрминкәләргә йөрөйҙәр. Һәр шәхси хужалыҡҡа 2,5 гектар бушлай ер бирҙеләр. Минең 7 гектар ерем бар. Бесән әҙерләйбеҙ.
Уңған эшҡыуар тәү сиратта тиҙ һөҙөмтәләргә ирешеүҙе түгел, даими һатып алыусыларҙы булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Марс Ғималетдинов та һатып алыусылар ҡәнәғәт ҡалһын өсөн иң мөһиме сифат икәнлегенә инанған. Бер алған кеше, үҙе эҙләп табып, яңынан заказ бирә, ти хужа. Бынан тыш, етәксе ҡаҙылыҡ етештереп тә һата. Хужалыҡты ауылдаштары менән бергә алып бара. Бер нисә пилорама бар, бәғзе фермерҙар ер алып, йәшелсә үҫтерә. Әмир Сәлиховтың, мәҫәлән, 28 гектар картуф, сөгөлдөр баҫыуы бар. Ғөмүмән, бында маҡ­тау­лы ғаилә­ләр байтаҡ. Тырыш, уңған, сәмсел халыҡ йәшәй. Һәр ғаилә 5-6 баш мал тота. Кемдер сана, арба эшләй, икенселәр ҡош-ҡорт үрсетә.
Мостафа ауылы 120 йорттан тора. Мәктәп ябылғас, балалар күрше Көйәҙебашҡа йөрөп уҡый. Барлығы 45 уҡыусы. Марс Миңлеғаяз улы хәләл ефете Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы менән татыу донъя көтә. Ғаиләлә ике ул үҫә.
– Киләсәккә өмөт менән ауылға ҡайтыусы йәштәр арта. Элек улар бармаҡ менән һанар­лыҡ булһа, хәҙер өстән бере – йәштәр. Ауылдың киләсәге – улар ҡу­лында. Бел­гәндәремде йәштәргә өйрәтергә ине, – ти етәксе.
Бөгөн Ғималетдинов эшен уңышлы алып бара, матди яҡтан ныҡ баҫып торғандарҙан. Был – хужаның тырышлығы, аҡыл менән эш итеү һөҙөмтәһе.









Вернуться назад