Рөстәм Хәмитов: “Барыһы ла яҡшы кимәлдә булһын”12.08.2016
Рөстәм Хәмитов:  “Барыһы ла яҡшы кимәлдә булһын” Рөстәм Хәмитов Мәләүез һәм Ауырғазы райондарында эш сәфәрендә булды. Төбәк Башлығы ураҡ барышы, агросәнәғәт комплексы предприятиеларының эшмәкәрлеге менән танышты, етештереү, инфраструктура һәм социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты.

Республика етәксеһе Мәләүез районының Яңы Казанка ауылында “Дружба” ауыл хужа­лығы предприятиеһы баҫыу­ҙарында ураҡ барышын тик­шерҙе, комбайнсылар менән аралашты, эш күләме менән ҡыҙыҡһынды. Уртаса алғанда бер комбайнға 500 гектар, йәғни көн һайын 20-25 гектар майҙан тура килә. Хужалыҡ рәйесе Аҫылбәк Алмашев әйтеүенсә, киләсәктә гектарынан 37 центнер уңыш алыу ниәте бар.
“Дружба” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәтендә Рөстәм Хәмитов “Воронежсельмаш” заводы етештергән иген киптереү комплексын ҡараны. Объекттың конструктив схемаһын Башҡорт дәүләт аграр университеты белгестәре эшләгән, вуз студенттары иһә производство практикаһына ярашлы комплексты ҡороуҙа ҡатнашҡан. Иген киптергестең төп үҙенсәлек­тәренең береһе – ҡабул итеү пунктында машинанан игенде бушатыуҙың һәр йәһәттән уйланылған логистик схемаһы. Таҙартылғандан һуң иген махсус һауытҡа тултырыла.
Республика етәксеһе Баш­ҡорт­остандағы агросәнәғәт комплексының ошондай ҡу­лайламаларға ихтыяжы менән ҡыҙыҡһынды. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, әле 500-гә яҡын иген киптереү комплекстары төҙөү талап ителә. Рөстәм Хәмитов “Воронежсельмаш” заводына республикала филиал асырға һәм ошо баҙарҙы үҙләштерергә тәҡдим итте.
“Дружба” йәмғиәтендәге эшмәкәрлектең тағы ла бер төрө – һөт етештереү. Хужалыҡта 1 400-гә яҡын эре мал, шул иҫәптән 300 һыйыр, йылҡы һәм һарыҡ аҫрала. Һуңғы йылдарҙа 320 баш малға иҫәпләнгән ике һыйыр, йәш үгеҙ малы, шулай уҡ быҙауҙар өсөн аҙбарҙар һалынған. Быйыл ете ай эсендә 16 мең центнерҙан ашыу һөт етештерелгән. Бер һыйырҙан 5 351 килограмм һөт һауып алынған.
Башҡортостан Башлығы хужа­лыҡтың һөт цехында булды. Бында һөттө эшкәртеп, пасте­ризациялайҙар һәм төр­гәктәргә тултыралар. Артабан ул Мәлә­үез, Күмертау, Ишембай ҡалала­рындағы сауҙа нөктәлә­ренә оҙатыла.
Мәләүездә Рөстәм Хәмитов Һыра заводының эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятие икмәк-ҡалас ризыҡтары, тәбиғи эсәр һыу, һыра, кеүәҫ, газлы татлы эсемлектәр етештерә. Республика Башлығы күргәҙмәгә ҡуйылған завод продукцияһы өлгөләрен ҡарап сыҡты. Предприятие етәксеһе Ирек Ғәббәсов уға һуңғы йылдарҙа инвестиция күләменең 30 миллион һумдан артыуы, продукцияның 11 төрҙән 24-кә етеүе тураһында һөйләне.
Төбәк етәксеһе коллектив менән аралашты, предприятиены үҫтереү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды, икмәк-ҡалас етеш­тереү, һыу ҡойоу цехтарында булды. Ирек Ғәббәсов әйте­үенсә, яҡын арала кондитер ризыҡтары сығарыуҙы үҙләштереү күҙал­лана.
Мәләүез районының Тамъян ауылында комплекслы төҙөлөш алып барыу, биләмәне төҙөк­ләндереү буйынса пилот проекты ғәмәлгә ашырыла. Рөстәм Хәмитов “Дуҫлыҡ” балалар баҡсаһында булды. Әле баҡса балаларҙы ҡабул итергә әҙер. 90 урынлыҡ объекттың хаҡы, инженерлыҡ селтәрҙәрен һәм төҙөкләндереүҙе иҫәпкә алып, 53,5 миллион һум.
Тамъян ауылындағы 600 ер участкаһына иҫәпләнгән 26,5 гектарлыҡ майҙандағы төҙөлөш “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программаһына ярашлы бара.
Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов әйтеүенсә, күп балалы ғаилә­ләргә шәхси йорт һалыу өсөн тейешле коммуникациялар менән тәьмин ителгән 207 участка бүленгән. М. Ғафури исе­мендәге Башҡортостан ҡош­солоҡ комплексы ла үҙенең хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ төҙөү өсөн бер нисә участка биргән.
Ҡаран ауылында Рөстәм Хәмитов 1976 йылдан эшләгән “Толпар” ат спорты комплексын ҡарап сыҡты. Әле бында 99, шулай уҡ айырым кешеләрҙең ете шәхси аты аҫрала. Комплекс биләмәһендә өс атлыҡса, манеж һәм уға төкәтмә, спорт залы, административ корпус, ҡаҙан­лыҡ бинаһы урынлашҡан.
– Башҡортостанды һәр саҡ аттар менән бәйләйҙәр. Әле лә йылҡы малы беҙҙә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ҡарағанда күберәк. Шул уҡ ваҡытта уны киң таралған тип әйтеп булмай, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн балаларҙың байтағы тере атты күргәне лә юҡ, уны ҡарау, хәстәрлек күреү тураһында әйтеп тә тормайым. Ҡыҙыҡ­һыныуҙы тергеҙеү, атҡа һөйөү аша йәштәрҙе тыуған еренә, тыуған тәбиғәткә йәлеп итеү һәйбәт булыр ине.
2005 йылда уҡ рекон­струк­цияға ябылған “Спартак” стадионын ҡарап сыҡҡас, Мәлә­үездәге ошо стадион Башҡорт­остандың 100 йыллығына ҡарата яңыртылған тәүге юбилей объекты буласаҡ, тип белдерҙе төбәк етәксеһе.
1960 йылда төҙөлгән стадионда СССР халыҡтары спар­такиадаһы, спидвей буйынса СССР чемпионаты, футбол, еңел атлетика буйынса республика ярыштары үткәрелгән. Ләкин бына тиҫтә йылдан ашыу инде объект буш тора, емерелә башлаған. 2015 йылда стадионда эштәр ҡайтанан тергеҙелгән. Административ-көнкүреш корпусының нигеҙе һәм беренсе ҡаты һалынған.
– Эшләргә кәрәк. Нигеҙ һалынған икән, уны юбилей объекты итеп планлаштырайыҡ. Бында барыһы ла юғары ки­мәлдә булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов һәм стадионда урындар һанын арттырыу зарурлығын да билдәләне.
Ауырғазы районының Талбазы ауылында төбәк етәксеһе “Урожай” ауыл хужалығы кооперативы баҫыуҙарында ураҡ барышы менән танышты. Ул шулай уҡ хужалыҡтың быйыл мартта әүәлге дөйөм ятаҡ урынында сафҡа индерелгән административ-етештереү комплексын да ҡарап сыҡты.






Вернуться назад