Ерем түле – асылыҡай күле12.08.2016
Ерем түле –  асылыҡай күле Даръя танһыҡтарым ҡанһын тиеп
Яралдыңмы әллә, Асылы?
“Сабыр” һүҙен эҙләп киләм һиңә,
Яныуҙарым бында баҫылыр.

Бер тулҡының булғым килде ҡай саҡ,
Булғым килде һиндә бер тамсы.
Мөлдөрәп тә баҡҡан саҡтарымда
Шауҙарыңа йырҙар яҙһамсы.

Һыуһылыуҙың тойғолары йәндә:
Яҡты һағыш йырлай йөрәктә.
Мөхәббәттең ҡотон маяҡ итеп,
Хистәремә ырыҫ эйәртәм.

Ерем түле –  асылыҡай күлеЗаятүләк рухы аяп ҡала
Сөңгөлдәргә төшһәм уйылып.
Күкрәгемде ярып бер йыр сыға –
Һин йәшәйһең икән нур булып.

Ҙур шатлығым,
Рухи таянысым –
Һиндәй берәү башҡорт илендә.
Һәр тулҡының миңә ниҙер һөйләй,
Боронғолоҡ улар телендә.

Даръя танһыҡтарым ҡанһын тиеп
Ярҙарыңдан баҡтым офоҡҡа.
Ошонда ул һинең өмбәтең тип,
Тулҡындарың йырҙар оҙата.




Вернуться назад