Ҡыҙ ҙа булһын, быуаҙ ҙа?10.08.2016
Юбилейын ҡаршыларға әҙерләнгән Стәрлетамаҡ һуңғы арала иҫ китерлек гүзәлләнә. Парктар, биналар сағыу төҫ ала, шул уҡ ваҡытта стәрлетамаҡтар өсөн уңайлы мөхит тә тыуҙырыла. Мәҫәлән, әлеге мәлдә Хоҙайбирҙин һәм Элеватор урамдарын киңәйтеү эштәре ҡайнай, ул был урамдар киҫешендәге йыш күренеш – тығындарҙан – азат итмәксе. Тик форумдарға, йәғни ҡала тормошо буйынса фекер алышыуҙарға, күҙ һалһаң, был ҡайһы берәүҙәргә оҡшап етмәй.
Юлды киңәйтеү асфальт ҡутарып һалыу ғына түгел шул, электр бағаналарын күсереү, ағастарҙы ҡырҡыу ҙа талап ителә. Атап әйткәндә, нәҡ шул йәшеллек менән ҡорбан ҡылыу оҡшамай инде тәнҡитселәргә. “Сәнәғәт ҡалаһы уртаһындағы ағастарҙы ниңә ҡырҡырға инде?” – тип хафа белдерә улар. Ә ҡала ситендәрәк ҡарағура баҫҡан ташландыҡ баҡсалар, ихаталарҙа бер кемдең дә эше юҡ. Улай ғына ла түгел, күптәр бер форумда ағастар яҙмышы буйынса ҡайғырһа, икенсе чаттарҙа шул уҡ кешеләр етәкселәрҙе, иғтибар итегеҙ, юлдарҙағы тығындар өсөн әрләй. Шулай, ҡыҙ ҙа булһын, быуаҙ ҙа.
Хәйер, бындайҙар бер Стәрлетамаҡта ғына йәшәмәй. Республикала сәнәғәт берәмектәре, завод-фабрикалар көрсөк кисерә, яңылары төҙөлмәй, тигән тәнҡит һүҙҙәрен ишетергә тура килә. Әммә сәнәғәт берәмегенә нигеҙ һалына тигән хәбәр таралып та өлгөрмәй, төҙөлөшкә йәнә ҡаршы тороусылар табыла. Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Стәрлетамаҡ районында үткән “Баҫыу көнө”ндәге әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә:
– Берәй ниндәй объект төҙөргә булһаҡ, төрлө ҡаршылыҡтарға юлығабыҙ: бер урында халыҡтың көтөүлеге, икенсе ерҙә дача тотоусылар, өсөнсөһөндә дини нормалар буйынса ярамай, – тип аптырашын белдерҙе ул. Ысынлап та, ул саҡта төбәк алға китһен өсөн предприятиены ҡайҙа төҙөргә һуң?
Аллаға шөкөр, күгебеҙ асыҡ, көндәребеҙ тыныс, ғөмүмән, тотороҡло хәл өҫтөнлөк иткән илдә йәшәйбеҙ. Ә бит киң мәғлүмәт сараларына күҙ һалһаң, әле теге илдә күтәрелеш, әле был дәүләттә ыҙғыш ҡубып тора. Тик Рәсәйҙәге тыныслыҡ халыҡтар дуҫлығы, дини-ара татыулыҡ менән генә баһаланмай шул. Был тыныслыҡты булдырыу баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт икәнен аңлайбыҙмы? Тейешле хеҙмәттәрҙең фиҙакәр тырышлығын, закондар талабын иҫкә төшөрөү зарур был тәңгәлдә. Ләкин күптәр бер үк ваҡытта тыныс илдә лә йәшәргә теләй, закондарҙың да йомшаҡ булырына өмөт итә. Һүҙем “Яровая пакеты” хаҡында. Атап әйткәндә, терроризмға ҡаршы йүнәлтелгән ҡануниәт проектына ярашлы, кәрәҙле элемтә операторҙары, интернет-компаниялар 2018 йылдың 1 июленән ярты йыл буйына һөйләшеү-яҙышыуҙарҙың эстәлеген һаҡларға тейеш буласаҡ. Бер ниндәй шәхси тормош ҡалманы, тип лаф ороусылар бындай законға, әлбиттә, ҡаршы. Күптән түгел теракт арҡаһында Францияла бер ғәйепһеҙгә вафат булған һигеҙ тиҫтәнән ашыу кешене иҫкә төшөрһәк ине ошо урында. Террорсылар бит ҡорал хаҡында смс-хәбәр ярҙамында мәғлүмәт алышып торған.
Әйтелгәндәр бер яҡлы ғына килеп сыҡты һымаҡ. Ҡала кимәлендә кешеләрҙең һаулығы күҙ уңынан ысҡынғандай, республикалағы объекттар экологияға зыян булмаҫмы тигән һорау ҙа тыуа, инде килеп шәхси азатлыҡҡа кәртә һалыныуҙы, бюджет аҡсаһын әрәм итеүҙе яҡлай, тиер кемдер. Ғәмәлдә йөрәк ике яҡ өсөн дә яна. Тик, ике яуызлыҡтың еңелерәген һайларға кәрәк, тиҙәрме әле. “Любовь и голуби” фильмында әйтмешләй:
– Соль – это белый яд.
– Сахар же белый яд.
– Сахар – сладкий яд.
Аллам һаҡлаһын, бер көн килеп ағастарҙың матурлығын да күрмәүебеҙ, юлдарҙың киңлеген дә тоймауыбыҙ, шәхси азатлығыбыҙ менән дә кинәнә алмауыбыҙ ихтимал бит, әгәр...
Тәнҡитләү башыңа ни килде шуны теҙеү түгел, ә фекерләү емеше бит.