Республика халҡын, бөтә рәсәйҙәрҙе кеүек үк, 12 авгусҡа ҡарай төндә көслө метеорит ямғыры көтә. Әйткәндәй, Персеиданың метеорит ағымы –һәүәҫкәр астрономдар һәм астрофотографтар өсөн ҙур ваҡиға. Быйыл иһә йондоҙ ямғыры айырыуса көслө булмаҡсы.
12 авгусҡа ҡарай төндә Рәсәй биләмәһендә сәғәтенә 200-гә яҡын метеорҙы күҙәтергә мөмкин буласаҡ, йәғни ғәҙәттәгенән икеләтә күберәк. Шуға күрә НАСА-ла әлеге ағымды “метеоритлы шартлау” тип атайҙар. Бындай ваҡиға һуңғы тапҡыр 2009 йылда булған.
Өфө планетарийы сайтында “йондоҙ ямғыры”н телескопһыҙ ҡарарға кәңәш итәләр. Әлбиттә, ҡаланан ситкә китергә кәрәк, сөнки урам уттары көслө булған, томан ҡаплаған ҡаланың күгендә иң сағыу һәм яҡты йондоҙҙар ғына күренә.
Персеида төн буйы дауам итә.
Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.