Урланған мал хужаһына ҡайтты10.08.2016
Республикабыҙҙа тәртип һаҡсылары пенсионерҙарға урланған аттарын кире ҡайтарҙы. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ғафури районындағы полиция бүлегенә ике кеше мал юғалыуы хаҡында ғариза яҙған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре аттарҙы күрше Архангел районында таба. Ошонда уҡ уларҙы һатырға ниәтләгән бур ҙа ҡулға алына.
Енәйәтсе әйтеүенсә, бындай юлға ул аҡсаһыҙлыҡ арҡаһында баҫҡан. Ҡырҙа йөрөгән аттарҙы ул икмәк менән алдаштырып эйәртеп алып ҡайтҡан. Әйткәндәй, был әҙәм ошондай уҡ енәйәте өсөн хөкөм ителгән булған. Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Суд уны биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүе ихтимал. Полиция хеҙмәткәрҙәре бер атты һәм өс ҡолондо хужаһына тапшырған.