Иҫеректәр машинаһынан ҡолаҡ ҡаға10.08.2016
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров ошо көндәрҙә Салауатта үткәрелгән кәңәшмәлә әйтеүенсә, Башҡортостанда иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәрҙең автомобилдәре ҡулға алынасаҡ.
— Эскән килеш рулгә ултырған водителдең икенсе кешегә зыян килтереүе, ғүмерен ҡыйыуы ихтимал. Бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай. Әлеге сараны граждандарыбыҙҙың хәүефһеҙлеген ҡайғыртып ҡулланабыҙ, — тине ул.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе әйтеүенсә, был эш бөтә республика буйынса башҡарыла. Салауатта иһә “Юл приставы” программаһын ғәмәлгә индереү күҙаллана. Был акция һалым органы хеҙмәткәрҙәре һәм автоинспекторҙар менән берлектә үткәрелә.