Ғәйепле ҡалдыҡтарға ҡарап билдәләнә10.08.2016
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы экология һәм урманды һаҡлау проблемалары буйынса йәмәғәт мониторингының төбәк төркөмө эксперттары Благовещен халҡы менән осрашты.
Кешеләрҙе торлаҡ секторы янында рөхсәтһеҙ сүплек асыу мәсьәләһе борсой. “Рәсәй өсөн” халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитетында ошо турала хәбәр иттеләр.
Ярты йыл инде ҡалалағы сәнәғәт предприятиеларының береһе Потеха йылғаһы үҙәне эргәһендәге быуаға етештереү ҡалдыҡтарын ташлай. Һөҙөмтәлә һыу ятҡылығындағы бөтә тереклек юҡҡа сыҡҡан, ҡырҡыу еҫ биҫтә халҡының сәләмәтлегенә зыян килтерә. Йәмәғәт вәкилдәре әйтеүенсә, сүплек хужаларын ҡалдыҡтың составына ҡарап билдәләү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ.
— Ҡасандыр быуа ҡала халҡының төп ял урыны булған. Әле ул сәнәғәт ҡалдыҡтары менән ағыуланған ҙур һаҙлыҡҡа әүерелгән, — ти йәмәғәт мониторингының төбәк төркөмө етәксеһе Заһир Хәкимов. — Ҡаланың тарихи үҙәгендә бындай сүплек асыуға ниңә юл ҡуйғандар? Контроль органдары ҡайҙа ҡарай?
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары хәлде контролгә алды, Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығына, республика Прокуратураһына тейешле хат ебәрелде.