Ялыуҙар сара күреүҙе һорай10.08.2016
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары тиҙҙән Өфөләге травма пункттарының хеҙмәтләндереүен тикшерәсәк. Бындай сара халыҡтан ялыуҙарҙың күпләп килеүенә бәйле. Бынан тыш, йәмәғәтселәр медицина учреждениелары сайттарының мәғлүмәт еткереүен һәм асыҡлығын күҙәтеүҙе дауам итәсәк. “Рәсәй өсөн” халыҡ фронты” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк башҡарма комитетынан ошо турала хәбәр иттеләр.
Төбәк штабындағы “Социаль ғәҙеллек” эш төркөмөндә ҡатнашыусылар ултырышта һаулыҡ һаҡлау системаһындағы кадрҙар тәьминәте мәсьәләһен тикшерҙе. Табиптарға ҡытлыҡ – Башҡортостанда тармаҡ үҫешендә төп проблемаларҙың береһе. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперты, республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре комитеты рәйесе Павел Зырянов әйтеүенсә, “Ауыл табибы” программаһы көткән һөҙөмтәне бирмәне.
Уның фекеренсә, хәлде яйға һалыуҙың берҙән-бер юлы – ул йәш белгестәрҙе бүлеү системаһын тергеҙеү. Тик ошондай сара ярҙамында ғына тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итергә мөмкин.
– Табиптарға социаль ярҙам күрһәтелгән осраҡта медицина кадрҙарының, юғары квалификациялы белгестәрҙең республиканан ситкә китеүен туҡтатып булыр ине, – тине Башҡортостандың Милли медицина палатаһы президенты Дамира Сабирйәнова.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республикалағы штабы рәйестәше Надежда Крылова билдәләүенсә, балаларҙы бушлай туҡланыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе көн тәртибендәге төп темаларҙың береһе булып ҡала.
– Проблема әһәмиәтен юғалтмай. Уны һөт таратыу бүлмәләре асыу ярҙамында хәл итергә мөмкин. Әле Башҡортостанда бер генә һөт бүлмәһе бар. Ул бөтә ихтыяжды ла ҡәнәғәтләндерә алмай, әлбиттә, – тине Надежда Крылова. – Сабыйҙарҙың аҙыҡ-түлек менән түләүһеҙ тәьмин ителеү хоҡуғы федераль, төбәк ҡануниәттәрендә нығытылған. Тимәк, табиптың күрһәтмәһе булыу-булмауға ҡарамаҫтан, балаларҙың барыһы ла республика Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнгән продукттар менән тәьмин ителергә тейеш.
Халыҡ фронты эксперттары йылдың икенсе яртыһына төп эш йүнәлештәрен билдәләне. Уларға, атап әйткәндә, медицина ярҙамының сифаты һәм асыҡлығы, уңайлы мөхит булдырыу, күп балалы ғаиләләргә ер бүлеү, һаулыҡ һаҡлауҙағы кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләләре инде.