Гүзәл Аҫыловаға ышаныс күрһәтелде10.08.2016
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Гүзәл Аҫылованы Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне.

Гүзәл Аҫылова 1963 йылдың 21 февралендә Өфөлә тыуған. Мәскәү коммерция институтын, Башҡорт­остан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Йәмәғәт туҡланыуы идаралығында, Сауҙа министрлығында, Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында, “Башпотребсоюз”да эшләгән, республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры урын­баҫары булған. Һуңғы алты йылда – Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.
Төбәк Башлығының икенсе Указы менән Рөстәм Камалетдинов, икенсе эшкә күсерелеү сәбәпле, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһынан бушатылды.


Вернуться назад