Салауат Юлаев өсөн тауыш бир10.08.2016
Рәсәй Үҙәк банкы 200 һәм 2 мең һумлыҡ аҡсаларҙың символына тауыш биреүҙең икенсе этабын иғлан итте. Сираттағы һынауға Башҡортостандан Салауат Юлаев һәйкәле үтте. Әйткәндәй, был аҡсаларҙы Башҡортостан һәм Өфө ҡалаһы күренештәре менән биҙәү тәҡдимен тәүгеләрҙән булып “Башҡортостан” гәзите күтәреп сыҡҡайны. Аҙымыбыҙ дөрөҫ булған, тимәк.
Сара 30 авгусҡа тиклем дауам итә. Икенсе этапта әлегә тиклем еңеп сыҡҡан 49 ҡала ҡатнаша. Ун финалсыны Рәсәй халҡы һайлаясаҡ. Һөҙөмтәлә был ҡалаларҙың символдары яңы аҡсала һүрәтләнеү хоҡуғы өсөн көс һынашасаҡ.
Әйткәндәй, яңы банкноталар өсөн символдар һайлау башланғысын Рәсәй Банкы тәҡдим иткәйне. Ил тарихында аҡсалағы һүрәттәрҙе халыҡ үҙе һайлаясаҡ.
Сара өс этапта уҙғарыла һәм быйыл 7 октябрҙә тамамлана. Тап шул көндә бәйгенең еңеүселәре иғлан ителәсәк.





Вернуться назад