Ғаиләләр ҡайтһын ауылға10.08.2016
Туйөмбәт (Байулы) – 400 йылдан ашыу тарихы булған, Оло Эйек буйын үҙ иткән ыҡсым ғына бер ауыл. Уның халҡы борон-борондан ғөрөф-ғәҙәттәрен юғалтмай, тормош көтөп тыныс ҡына йәшәр булған. Шулай ҙа илдә булып торған бәрелеш, үҙгәрештәр Туйөмбәтте лә урап үтмәй. Әммә шуға ҡарамаҫтан кешеләр ҙур сабырлыҡ, тырышлығы менән барлыҡ ауырлыҡтар аша ауылыбыҙҙы һаҡлай килгән.

Тормош ығы-зығыһынан арынып, бына, ниһайәт, ошо йәйҙә “Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!” йыйынын уҙғарҙыҡ. Осрашыу алдынан иһә ауылдың быға тиклем ҡул теймәгән ерҙәрен яңыртып, кәртә-ҡураларҙы рәтләп, иң мөһиме – һәммәбеҙҙең ата-бабалары ерләнгән зыяратты тәрбиәләнек. Был сарала ошонда тыуып үҫкән кешеләр генә түгел, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа әүҙем ярҙам күрһәтте.
Ауыл ҡапҡаһынан инеү менән уң яҡта Зәйнәб апай Биишеваның һыны сәләмләй. Ә һул яҡтағы Еңеү паркында ҡаһарман яҡташтарыбыҙға ҡуйылған таҡтаташтағы исемлектән һәр береһе йылмайып ҡаршы алғандай.
Ауылға ҡайтҡандарҙы тиҙҙән осрашыу шатлығы сорнап алды, һәм урамда байтаҡ өй алдында ҡунаҡтар өсөн әҙерләнгән һыйҙы ауыҙ итеү мәле етте. Өҫтәлдәрҙә ни генә юҡ ине! Улай ғына түгел, бәғзеләр хатта ҡул эштәренең күргәҙмәһен дә ойоштороп ебәргән. Берәүҙәр өй алдарына тирмә лә ҡорған. Йәнә гармунда уйнап, йырлап, бейеп ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыусылар ҙа табылды. Түбәнге яҡта иһә, Зәйнәб апайҙың романындағы саталы тирәк төбөндә, ҙур тирмә ҡуйылған, сәхнә урын­лашҡан...
Йыйынды үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙы Гүзәл Ишбулды ҡыҙы менән килене­беҙ Юлиә Ғимран ҡыҙы алып барҙы. Иң тәүге һүҙ Мәҡсүт ауылы хакимиәте башлығы Әхмәтйән Вәлитовҡа бирелде. Күп эшләгән аҙ һөйләй тигәндәй, ул, ошо йыйынды әҙерләүҙә оло эш башҡарылыуын билдәләп, шатлығы менән уртаҡ­лашты. Был йәһәттән Зәйнәб Биишева музейы мөдире Зәбирә Кәри­моваға, уның беренсе ярҙамсыһы Фирҙәүес Азаматоваға, әле генә депутат итеп һайланған Фәнил Кәримов­ҡа, ауыл хужалығы етәксеһе Рәйес Ҡунаҡбаев­ҡа һәм барлыҡ ауыл халҡына рәхмә­тен белдерҙе. Сарала иң кескәй ҡат­нашыусы ун айлыҡ Данияр Иҙрисов булғандыр. Ауыл яҙмы­шы киләсәк бы­уын ҡулында булыуын белдереп, уға бәләкәй генә бүләк тә тапшырҙылар.
Осрашыуҙа шулай уҡ халыҡ менән ауылдың бөгөнгө хәле, иртәгәһе тураһында етди һөйләшеү, фекер алышыу, кәңәшләшеү ҙә булды. Шул арала балалар һанының кәмеүенә, мәктәптең эше туҡталыуына борсоу­лы уйҙарға ла бирелде үҙҙәре. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн иһә мәктәп йәшендәге балаларын алып ситкә киткән ғаиләләрҙе кире ҡайтарыу юлдары тураһында кәңәшләште халыҡ. Ултырған мәсет бураһын күтәреү һәм уны асыу өсөн аҡса туплауҙы һәм хоҡуҡи мөмкинлектәрҙе өйрәнеүҙе йәштәр алдына бурыс итеп ҡуйҙылар.
Мәҡсүт ауылында быйыл ғына ойошторолған “Аҡ инәй” клубы ағза­ларының халыҡ алдында сығышы, йәш быуынға өгөт-нәсихәт биреүе лә урынлы булды.
Ғөмүмән, киләсәктә лә ошондай күркәм, шатлыҡлы һәм фәһемле саралар уҙып торһон ине.






Вернуться назад