Беҙҙә сит илдәрҙәгенән шәп ерҙәр күп! Тик юлдар хөрт, барып етә алған ерҙәрҙә сүп-сар баҫҡан... ***
7 ноябрь ҙур байрам була торғайны. Беҙгә гәзиттән эшләнгән пакеттарға һалып төрлө тәм-том тарата инеләр. Шуны алыр өсөн клубҡа барабыҙ, концерт ҡуябыҙ.
Дөрөҫ, ҡайһы бер перәниктәрҙе әҙерәк сысҡан соҡоған була. Бәләкәйерәк саҡта шул өлөшөн ҡырҡып ырғыта ла ашай инек. Ысынлап байрам һыйы ғына ине бит тәм-том…
***
Бер танышым, беҙ һине радиолағы Гүзәл Ситдиҡованан айырыр өсөн Баһития Гүзәл тип йөрөтә башланыҡ, тип көлдөрҙө. Бер мәл “Башҡортостан” гәзитендә шундай рубрика алып бара инем бит. Бәләкәй саҡта уҡылған бер әҫәрҙән алдым ундай атаманы – Баһития – барыһы ла һинең тирә-яғыңда...
Ысынлап шулай бит – бай ерҙә йәшәйбеҙ!
***
Халҡыбыҙ “әҙ булһын, тәмле булһын” тигән. Бында тәмле сифатлыны аңлата. Ҡәйнәмдең “яман ризыҡ үҙеңде ашай” тигән һүҙе була торғайны...
Ысын аҡ май, ысын йомортҡа, тәбиғи тәмләткестәр, яҡшы сифатлы он ҡулланып бешергән бер фирма асҡайны иманлы башҡорт егеттәре. Ризыҡтары ҡыйбат тип бик алмағастар, ябырға мәжбүр булдылар.
Алыу менән һаҫый торған икмәк осрағаны бармы? Бына уны үңәҙ менән зарарланған ондан бешерәләр. Тауарҙы осһоҙлатыр өсөн сифаты түбән компоненттарҙан әҙерләйҙәр ҙә аҙаҡ ашҡаҙаныбыҙ, бөйөр-бауырыбыҙ, эсәктәребеҙ ауырта тип зарланабыҙ.
***
Халҡыбыҙ аҡылын шиғри юлдарға һалғайным:
Аҡсаға торлаҡ алырһың,
йортоң була алырмы?
Аҡсаға сәғәт алырһың,
ваҡыт өҫтәй алырмы?
Затлы яҫтыҡтар алырһың,
йоҡо бирә алырмы?
Затлы китаптар алырһың,
аҡыл өҫтәй алырмы?
Аҡсаға табип табырһың,
һаулыҡ бирә алырмы?
Аҡсаға вазифа тапһаң,
абруй бирә алырмы?
Алтын-көмөштәр алырһың –
ғүмер өҫтәй алырмы?
Алтын һәйкәлдәр ҡуйырҙар –
ожмах бирә алырмы?
Уны Интернеттағы сәхифәмә ҡуйғас, бер ханым былай тип яҙҙы:
– Ҡана һуң бөтә кеше лә шулай уйлаһа... Тирә-яғыңдағы тормошто, ғәҙелһеҙлекте күреп күңел әрней...
Яуап бирҙем:
– Бөтә кеше шулай уйлауы мотлаҡ түгел, үҙебеҙҙең шулай уйлауыбыҙ, шулай йәшәргә тырышыуыбыҙ зарур. Сөнки мәңгелек донъяла беҙ башҡа бер кем өсөн дә түгел, үҙебеҙ ҡылған өсөн яуап бирәсәкбеҙ.
***
Асмандиярыбыҙ һабаҡҡа төшкәндә мәктәпкә олатаһы менән барҙыҡ.
Уларҙы берәм-берәм өҫтәл янына ултыртып, фотоға төшөрөп алдылар.
Фотограф егет балаларҙы асылдырта белә, башта һорауҙар бирә, “кем булаһың”, тип һорай.
Күптәре “әлегә белмәйем” тип яуап бирҙе. Бер малай бик иғтибарҙы йәлеп итте, “прокурор булам” тип ышаныслы яуап бирҙе. Ҡиәфәтенә ҡарағанда – булырҙай.
Асманыбыҙ былтырғы ниәттәрен үҙгәрткән – ул элек бандиттарҙы бөтөрөргә, урам һепереүсе булып, таҙалыҡ урынлаштырырға йыйынһа, хәҙер авиацияға барырға самалай икән.
Хыялдарын әллә нисә үҙгәртер әле, тик ниәттәре һәр саҡ шулай изге була күрһен.
***
Кемдер үҙ ерендә ябай таш та таба алмай. Ауылым уртаһынан Инйәргә ҡойған кескәй генә Оҙонуйым буйы – һибелеп ҡыҙыл йәшмә! Бала сағым шишмәһенең тирә-яғын төҙөкләндергәндә, шул таштарҙы ла файҙаландыҡ. Тик йыш ҡына булғандың ҡәҙерен дә, матурлығын да күрә белмәйбеҙ...
Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА
алып бара.