Рәшит Нурғәлиев полиция хеҙмәткәрҙәрен хыянатсылыҡта ғәйепләнеТатарстандағы полиция хеҙмәткәрҙәренең вәхшилегенә барлыҡ ил халҡы һиҫкәнде. Бер йыл элек миллиардлап аҡса түгеп, Эске эштәр министрлығын тулыһынса реформалау, кадрҙарҙы көсәйтеү, милицияны полицияға әйләндереүҙең һөҙөмтәһе ошомо?
Хәл былай була: Ҡазандағы “Дальний” эске эштәр бүлегенә полицейскийҙар 1959 йылғы Сергей Назаровты килтерә. Ирҙе уғрылыҡта ғәйепләйҙәр. Сергей бығаса алты тапҡыр хөкөмгә тарттырылған була. Моғайын, шуға ла “хоҡуҡ һаҡсылары” әлеге эште уға “элеп” маташҡандыр. Ир ғәйепте танымағас, уны йоҙроҡ менән “тәрбиәләгәндәр” һәм …шампан шарабы бутылкаһы менән көсләгәндәр. Бер нисә көндән Назаровҡа операция эшләйҙәр, ләкин ул аңына килә алмай донъянан китә. Әлеге хәл тураһында киң йәмәғәтселеккә билдәле булғас, Ҡазандың “Дальний” бүлегендә быға тиклем ошоға оҡшаш язаға тарттырылған кешеләр ғариза менән килә башлай. Тимәк, погонлы хеҙмәткәрҙәр бындай “тәрбиә” сараларын йыш ҡулланған.
Рәсәйҙең эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев был ваҡиғаны хыянатсылыҡ тип атаны. Татарстандың Эске эштәр министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советының сираттан тыш йыйылышында республиканың эске эштәр министры Әсғәт Сафаров, Ҡазан гарнизонының бөтөн полиция бүлектәрен махсус төркөмдәр тикшерәсәк, тип белдерҙе. “Дальний” полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла алдашыуҙы билдәләүсе детекторҙа һорау аласаҡтарын хәбәр итте. Йәнә, республиканың бөтөн полиция участкаларында ла видеокүҙәтеү системалары ҡуйыласаҡ.
Язалауҙа ҡатнашыусылар ҙа, “Дальний” полиция бүлеге начальнигы ла эштән ебәрелгән, министр Әсғәт Сафаровҡа ҡаты шелтә бирелгән.
Милицияны полицияға үҙгәртеү реформаһы әле тамамланмаған. Был системаны тулыһынса үҙгәртеп ҡормайынса, погонлы енәйәтселәрҙән ҡотолоп булмаясаҡ. Ғөмүмән, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ышаныс бармы? Рәсәй халҡы араһында был мәсьәлә ҡуйырғандан-ҡуйыра.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.