Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе ғәҙәттәгесә ниндәйҙер районда түгел, Өфөнөң үҙендә асылыуы оло мәғәнәгә эйә. Ни тиһәң дә, баш ҡала – ул мәғариф һәм белем үҙәге. Быйылғы сараның бүтән йылдарҙан айырмаһы шунда: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты оҫталыҡ дәрестәре һәм дискуссион майҙансыҡтар ойошторҙо. Төрлө белем усаҡтарында “Дөйөм мәғариф”, “Тәрбиәүи эштәр һәм инклюзив мәғариф” тигән тема буйынса ултырыштар уҙғарылды. Шулай уҡ “Өҫтәмә һәм мәктәпкәсә белем биреү”, “Профессиональ белем биреү: проблемалар һәм киләсәк” тип аталған мәсьәләләргә арнаясаҡ һөйләшеүҙе мөғәллимдәр. 12 августа иһә Конгресс-холда пленар ултырыш көтөлә.
Тәүге көндө 159-сы урта мәктәптә “Заман уҡытыусыһының профессиональ үҫеш системаһы” тигән дискуссион майҙансыҡ үҙ эшен тамамланы.
Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Айбулат Хажин һөҙөмтәле контракт тураһында сығыш яһаны, яңы эш ысулының һәр кемгә асыҡлығын, ғәҙел булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Өфөлә бер аҙна буйы мәғариф мәсьәләһе буйынса етди фекер алышыуҙар буласаҡ, төрлө һорауҙарға асыҡлыҡ индереләсәк, – тине Айбулат Вәкил улы.