Яҡшы һүҙ – йәнгә дауа09.08.2016
Күптән түгел баш ҡаланың Карл Маркс урамында һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының “Медицина реабилитацияһы һәм тергеҙеүсе дауа үҙәге”ндә дауаландым. Тәьҫораттарымды һеҙҙең менән уртаҡлашмаҡсымын.


Клиникаға килеп ингәс тә шәфҡәт туташтары яғымлы ҡаршы алды. Яҡты йөҙ күрһәтеп, документтарымды ҡарап, ҡулымдағы әйберҙәремде палатаға тиклем алып барырға ярҙам иттеләр. Бүлмәләр тулыһынса йыһазландырылған: һыуытҡыс, шифоньер, өҫтәл, кресло ҡуйылған.
Өсөнсө ҡатта урынлашҡан неврология бүлеге етәксеһе Гөлназ Бүләковаға хайран ҡалдым: иртәнге сәғәт 7-лә лә, киске 7-лә лә ул эш урынында. Көн дә иртәле-кисле ҡан баҫымымды үлсәй. Арҡанан һөйөп, “Хәлегеҙ нисек?” тип йылмайып һорай. Шундай яғымлы һүҙҙәрҙән терелеп китәһең. Юҡҡа ғына бит “Йылы һүҙ – йәнгә дауа” тип әйтмәйҙәр.
Миңә, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны булараҡ, ашарға палатаға килтерҙеләр. Төрлө процедуралар ҙа ошонда үтте. Шәфҡәт туташтары Мөхәмәҙиева, Ибәтуллина, Матвеева, санитарка Әлфирә Сафина яҡшы тәрбиәләне. Палата ишеге төбөндә: “Иҫәнмеһегеҙ, инергә мөмкинме?” – тип рөхсәт һорайҙар хатта.
Игелекле мөнәсәбәт булдырған баш табип Хәлил Мөжәүир улы Мос­тафин менән бүлек мөдире Гөлназ Әхтәм ҡыҙы Бүләкованың эшенә һоҡланып ҡайттым. Ғүмер буйы яратып уҡыған “Башҡортостан” гәзите аша табиптарға, шәфҡәт туташтарына рәхмәтемде еткергем килә.








Вернуться назад