Йыр-моң менән бергә09.08.2016
Йыр-моң менән бергә Һүҙем – техник фәндәр кандидаты, доцент, запастағы полковник Иршат Ҡафыев тураһында. Иршат Рәшит улы 1964 йылда Учалы районының Сораман ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә тыуа. Атаһы яғынан ата-бабалары сығышы менән Ғафури районынан. Тамырҙары арҙаҡлы шәхес Зәки Вәлидигә барып тоташа. Зат-зәүеренең нәҫелендә дин әһелдәре күп булған. Мәҫәлән, Һатлыҡтың улы Ҡафый Ғафури районының Үтәк ауылы мәсетендә имам вазифаһын биләгән, ләкин яҙмыштың боролмалы һуҡмаҡтары туғандарҙың бер төркөмөн тыуған төйәгенән мәңгелеккә айыра.


Иршат Рәшит улы ете йәшенән әсәһе Мәрфуға ҡарамағында тәрби­әләнә. Тыуған ауылы мәктәбендә VII класты тамамлағас, уҡыуын Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге гимназияһында дауам итә. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Ҡазан ҡала­һында Юғары хәрби команда инже­нерлыҡ училищеһына уҡырға инә. Биш йылдан һуң Польша, Белоруссия яҡтарында хеҙмәт итә. Артабан хәрби белемен арттырыу ниәте менән 1991 йылда Санкт-Петербург ҡалаһындағы Хәрби артиллерия академияһына уҡырға инә.
Шаулап-гөрләп торған студент йылдарын да бушҡа уҙғармай ул. Бигерәк тә урындағы башҡорт­тарҙың милли-мәҙәни үҙәге эшмә­кәрлегендә гармунсы һәм йыр-моң һөйөүсе булараҡ әүҙем ҡатнаша. ”Ирәндек” фольклор ансамбленә даими йөрөп, үҙенең Сораман ауылы баш­ҡорто исемен данлай. Дуҫы Рәмил Ғатауллин менән икәүләшеп “Йүрүҙән” йыр-бейеү төркөмөнөң ижади тормошонда ҡайнап йәшәй. Башҡорт егеттәренә хас дәрт менән ҡала күләмендә барған мәҙә­ни сараларҙың барыһын­да ла, айырыуса һабан­туйҙарҙа сығыш яһап, милләттәш­тәребеҙҙе ҡыуандыра.
Уҡыу йортон тамамлағас, Иршат Рәшит улы Коломна Юғары артиллерия команда училищеһына курсант­тарға уҡытыусы итеп тәғәйенләнә. Өс йылдан һуң техник фәндәр буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Адъюнктураны тамамлағас, йәш уҡытыусыны ҡабаттан Коломна ҡалаһына хеҙмәт итергә ебәрәләр.
Ун йыл буйына Юғары хәрби артиллерия училищеһында уҡыта. Туплаған тәжрибәһен курсанттар менән ихлас уртаҡлаша. “Ракета ғәскәрҙәренең иң яҡшы уҡытыусыһы” тигән конкурста еңеп сыға. Уның хәрби хеҙмәт өлкәһендәге тырышлығы юғары баһалана – Ракета ғәскәрҙәре началь­нигының, Мәскәү өлкәһе губернато­рының, Коломна ҡалаһы хакимиә­тенең маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була.
2009 йылда артиллерия учили­щеһы ябылғас, хәрби хеҙмәттән полковник дәрәжәһендә запасҡа сыға. Конструкторҙар бюроһында әйҙәүсе инженер булып эшләп ала. Бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәй, ҡатыны Мәүлиҙә менән Әлиә исемле һылыу ҡыҙ үҫтерәләр.






Вернуться назад