Бына һиңә көрсөк!09.08.2016
Килемдәр кәмей, сығымдар арта – был иҡтисади көрсөк күртһәткесе. Тик, статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, әлеге ҡанун барыһына ла ярашлы түгел икән.


Байҙар байый, фәҡирҙәр фәҡирләнә, тип билдәләй, мәҫәлән, Росстат. Парадоксмы? Парадокс. Нисек инде иҡтисади үҫеш яйлаған мәлдә кемдер байып ята?
Атап әйткәндә, 2012 йылдан алып иҫәпләү буйынса хәллеләр менән аҙ килем алыу­сылар араһындағы айырма ҡырҡа үҫкән, фекер ошонан сығып әйтелгән. Улай ғына ла түгел, үткән өс йылда был айырма кәмеү юлында булған. Ә күрһәткестең сәбәбе – сираттағы көрсөк. Килемдәрҙең кәмеүе, белгестәр фекеренсә, дәүләт заказдары аҙайыуға һәм төҙөлөштәрҙең туҡтап ҡалыуына бәйле.
Проценттарға-һандарға иғтибар итеп тормай, шуныһына туҡталайыҡ: 2008 йылғы иҡтисади көрсөк мәлендә аҙ килем алғандарҙың хәлен нисек тә булһа еңелләштереү маҡсатында бюджет өлкәһендәгеләрҙең эш хаҡы 30 процентҡа артһа, әле бындай аҙымға барырға мөмкинлектәр юҡ.
Шул уҡ ваҡытта үткән көрсөк мәлендә халыҡтың 13,4 проценттан ашыуы (19 миллион кеше) үтә лә фәҡир тип иҫәпләнһә, әле күрһәткес 15,7 процентҡа (22,7 миллион кеше) тиклем күтәрелгән.
...Хәйер, айырманың үҫешенә инаныр өсөн статистикаға түгел, тирә-яғыбыҙҙағы тормошҡа күҙ һалһаң да етәлер.






Вернуться назад