Кирбес келәттә көттөрөп ятмай09.08.2016
“Баҡалы кирбес заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һынылыш осорон уңышлы үтте, күп ҡыйынлыҡтар артта ҡалды, тип әйтергә була. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа хужалыҡтың иҡтисади күрһәткестәре яҡшырғандан-яҡшыра. Был, әлбиттә, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡында ла сағылыш тапмай ҡалмай. Ысынлап та, һәр район үҙәгендә табышлы эшләгән бер-ике предприятие булғанда, кешеләрҙең, бигерәк тә йәштәрҙең сит тарафтарға ағымын әҙме-күпме туҡтатып булыр ине. Мәҫәлән, күптәрҙе эш урыны менән тәьмин иткән Баҡалы ауылындағы ошо кирбес заводы – шуға асыҡ миҫал.
Ҡасандыр гөрләп эшләп торған заводтың бер көн килеп туҡтап ҡалыуына кемдең эсе бошмаһын... Йәмғиәттең икенсе һулышы асылыуы иһә 2013 йыл менән бәйле.
– Алдыбыҙҙа бер нисә төр эш йүнәлеше торғанда, урынбаҫарҙарым менән кәңәшләшкәндән һуң тик кирбес етештереүгә өҫтөнлөк бирергә ҡарар иттек һәм дөрөҫ юлды һайлағанбыҙҙыр, – тип һөйләй предприятиеның генераль директоры Марат Арыҫланов. – Заманса ҡорамалдар алырға ҡарар иттек һәм һис кенә лә яңылышманыҡ. Ойошмалар күп республикабыҙҙа, әммә һәр береһенең үҙ һуҡмағы. Әйтәйек, кемдер ауыл хужалығы тармағына өҫтөнлөк биргән, икенселәр сауҙаға тотонған, бүтәндәр ҙә күңеленә ятҡанын һайлаған. Төрлөлөк булған һайын, минеңсә, Башҡортостан үҫеш кисерәсәк, ситтә танылыу яулаясаҡ.
Ә беҙҙә иһә кирбес етештереү алға киткән – маҡтанмаҫлыҡмы ни! Уңайлы эш шарттары булдырҙыҡ, тағы ла өҫтәп ҡорамалдар һатып алдыҡ, көслө белгестәр йәлеп иттек. Әҙме-күпме ваҡыт уҙғандан һуң баҙар донъяһында конкурентлыҡтың көслө икәненә инандыҡ. Ул беҙҙе сыныҡтырҙы ғына. Ә ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн тик сифатҡа баҫым яһарға кәрәк. Беҙ ҙә шулай иттек. Хәҙер цех ҡырмыҫҡа иләүе кеүек гөрләп тора.
“М-125” һәм “М-150” маркалы кирбес етештерә бөгөн йәмғиәт. Тәүге йылдарҙа тәүлегенә 70 мең данаға хәтлем еткерәләр ине, йыл һайын 30 миллион кирбес һуғалар. Әле йыл башынан һанағанда һигеҙ миллион күрһәткесенә өлгәшкәндәр.
Марат Хәмит улы әйтеүенсә, улар етештергән тауарҙы әллә ҡайҙан эҙләп килеп алалар. Күңел тигән төшөнсә лә бар бит әле. Ниндәй генә эш булмаһын, дәрт һалмайынса килеп сыҡмай. Уларҙа ла хеҙмәткәрҙәр кирбес етештереү өсөн бөтә күңелен һала, шуға күрә лә тауарҙы келәткә индереүҙәре була, ул тиҙ арала һатылып та бөтә.
Киләсәктә тағы ла үҫергә һәм эшмәкәрлекте киңәйтергә тигән аныҡ маҡсат ҡуйған бында һәр кем.