Халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һалып09.08.2016
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса ойошторолған “ҡыҙыу элемтә” телефонына килгән мөрәжәғәттәр профилле комитет депутаттары, шулай уҡ парламенттағы юридик хеҙмәт тарафынан ҡарала. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ошо турала хәбәр итте.
Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “УПРАВДОМ” проектына ярашлы “ҡыҙыу элемтә” телефоны буйынса халыҡ менән эшләү яңыса алып барыласаҡ. Йәмәғәт контроленең төбәк үҙәге ҡарамағында асылған тура бәйләнеш онлайн режимында була. Барыһына ла яҡшы таныш Call-үҙәк шылтыратыуҙарҙы партия проекты етәксеһе Павел Качкаевтың, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктур үҫеш комитеты рәйесе Елена Родинаның, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллиндың һәм Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының торлаҡ мәсьәләләре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комиссияһы рәйесе, “ЖКХ-контроль” үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовскийҙың кеҫә телефондарына күсерәсәк. Парламент комитеты рәйесенә ебәрелгән һорауҙар Секретариаттағы юридик хеҙмәт, шулай уҡ депутаттар тарафынан ентекле өйрәнеләсәк.
216-35-93 һандары буйынса онлайн-режимында эшләгән “ҡыҙыу элемтә”гә эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин.