Ура-ура тулыр бура09.08.2016
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов хәбәрселәр менән осрашып, ауыл хужалығы мәсьәләләре тураһында һөйләне.

Йылдың яҡшы килеүе һөйөндөрҙө! Дымдың мул тупланыуы, ваҡытында ямғыр яуыуы, көндәрҙең йылы тороуы үҫемлекселек, малсылыҡҡа ыңғай йоғонто яһаны. Быйыл мул уңыш көтөлә, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, ураҡҡа ла бик иртә төшкәндәр.
Көньяҡ Урал төбәктәрендә лә игендең күп буласағын әйтеп үтте вице-премьер. Тимәк, “Хәйбулла һәм Баймаҡ – икмәккә бай яҡ” тигән данлы исем ҡайтанан тергеҙеләсәк.
– Быйыл игенселәргә 3 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алыу мөмкинлеге бар, әлегә иһә бер миллиондан ашыуын йыйыуға өлгәштеләр, – тине Ирек Радил улы. – Ужым бойҙайы ҙур уңыш менән ҡыуандыра. Республика буйынса гектар ҡеүәте – 21,1 центнер булһа, саҡмағоштар һәр гектарынан 31,1 центнер ашлыҡ һуғыуға өлгәште.
Ирек Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, хәҙерге тормошто үткәндәр менән сағыштырырлыҡ түгел. Бер нисә йыл элек ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеүгә аҙнаға яҡын ваҡыт үтһә, әле уны бер көн эсендә башҡарырға мөмкин.




Вернуться назад