100 йыллыҡҡа – яңы 100 объект09.08.2016
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың 100 йыллығына арналған күләмле акция үткәреү башланғысын тәҡдим итте. Күптән түгел ил Президенты Владимир Путин 2019 йылда ошо иҫтәлекле датаны байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны.

– Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы Указды республика ҡаҙаныштарына, халҡыбыҙ хеҙмәтенә юғары баһа, эшебеҙҙе, пландарыбыҙҙы һәм башланғыстарыбыҙҙы хуплау булараҡ ҡабул итәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы “Башҡортостандың 100 йыллығына – өр-яңы 100 объект” күләмле республика акцияһын тормошҡа ашырырға тәҡдим итәм. Ундайҙар иҫәбенә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт учреждениелары, социаль, юл, инженерлыҡ инфраструктураһы объекттары инергә тейеш. Йәғни йәмғиәтебеҙҙең өс йыл эсендә ҡала һәм ауылдарҙағы тормошто яҡшыртырлыҡ яңы ҙур объекттарға эйә булыуы шарт.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, теге йәки был учреждениеға ҡағылышлы тәҡдимде республика халҡы индерергә тейеш. Артабан улар юбилейлы төҙөлөш статусын аласаҡ.

“Ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратығыҙ

2016 йылдың 18 сентябрендә үтәсәк һайлауға тиклем халыҡҡа мәғлүмәт еткереү, граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын яҡлауҙы һәм тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы 8 августан 18 сентябргә тиклем һайлаусылар менән күп каналлы 8 800 347 5454 телефоны буйынса “ҡыҙыу элемтә” ойоштора.

“Ҡыҙыу элемтә”нең эш ваҡыты 8 августан 16 сентябргә тиклем: эш көндәрендә 9.00 – 13.00, 14.00 – 18.00, ял көндәрендә 9.00 – 13.00, 17 сентябрҙә 10.00 – 18.00, 18 сентябрҙә 8.00 – 20.00.
Һорауҙарға Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә ағзалары һәм Аппарат хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.




Вернуться назад