Балаларҙың шат тауышы өҙөлмәһен09.08.2016
Балаларҙың шат тауышы өҙөлмәһен Халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу – республикабыҙ етәкселегенең төп бурыстарының береһе. Эйе, беҙҙә оло быуын да, йәштәр ҙә, хатта сабыйҙар ҙа һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Быны эштәр ҙә раҫлай – һуңғы йылдарҙа спорт комплекстары, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм башҡа бихисап төҙөлөш объекттары сафҡа индерелде. Мәҫәлән, күптән түгел Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғол ауылында балалар өсөн уйын майҙансығы асылыуы бик күп йәш ғаилә өсөн оло ҡыуанысҡа әйләнде.
Ауылда уйын майҙансығы нимәгә инде, тип ғәжәпләнер ҡайһы берәүҙәр шул саҡ. Әммә дүрт меңдән ашыу халыҡ йәшәгән район үҙәгендә уның кәрәклеге бәхәсһеҙ. Кистәрен сабыйҙарын эйәрткән ата-әсәнең ҡайҙа барып төртөлөргә белмәүен район етәкселеге лә күрмәй ҡалмағандыр, моғайын. Быны уйын майҙансығын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та билдәләп үтте:
– Иҫке Собханғолға төбәгебеҙҙең төрлө ауылдарынан йомош буйынса көн һайын тиерлек киләләр. Шулай уҡ башҡа тарафтарҙан да ҡунаҡтар өҙөлмәй. Шуға күрә республикабыҙ ҡалаларының һәр бер урамында тиерлек булған ошондай уйын майҙансығын төҙөү тураһында хыялланып йәшәгәйнек. Уны тормошҡа ашырып сығыу өсөн төрлө мөмкинлектәр эҙләнек. Был маҡсат менән “Берҙәм Рәсәй” партияһына мөрәжәғәт иттек. Балаларыбыҙ ошондай майҙансыҡтарҙа рәхәтләнеп күңел асып, физик яҡтан сынығып, киләсәктә шәхес булып үҫһен өсөн үҙебеҙҙең бәләкәй генә өлөшөбөҙҙө индергәнбеҙҙер, тип уйлайым. Йәш быуындың бәхетле бала сағы өсөн яуаплылыҡ беҙҙең иңдә бит.
Балаларҙың шат тауышы өҙөлмәһенРайон хакимиәтендә белдереү­ҙәренсә, мәҙәниәт һарайы янындағы был балалар майҙансығы төҙөлөшө 250 мең һумға баҫҡан һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Майҙансыҡты төҙөүҙә урындағы эшҡыуар Артур Мырҙағоловтың ярҙамы ҙур булған. Йүнсел тантанала Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Әйткәндәй, халыҡ бындай майҙансыҡтар Иҫке Собханғол ауылының бүтән урындарында ла барлыҡҡа килер тигән ышаныс белдерҙе. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе лә эҙ­ләйәсәкбеҙ, тип ышандырҙы район хакимиәте башлығы.
Тантанаға килгән оло быуын вәкилдәре әйтеүенсә, ауылда бындай уңайлыҡтар тураһында элек хыялланып та булмаған. Әммә заман алға бара, шуға ла ауыл балаларының да ҡаланыҡынан кәм булмаған уңайлы шарттарҙа үҫеүе мөһим.
Был сараның бәләкәй генә байрамға әйләнеп китеүе берәүҙе лә ғәжәпләндермәгәндер. Район мәҙәниәт һарайы янындағы майҙансыҡта алма төшөрҙәй ҙә урын юҡ ине. Әлбиттә, күпселекте йөҙҙәре ҡояштай балҡыған сабыйҙарын эйәрткән атай-әсәйҙәр тәшкил итте.
Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта Бөрйән районы төҙөлөш үҙәгенә әйләнеп китте, тиһәк тә хата булмаҫ. Мәҫәлән, был уйын майҙансығынан юл аша ғына урынлашҡан “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы биш миллион һумлыҡ төҙөкләндереү кисерә. Шулай уҡ дүрт ҡатлы Иҫке Собханғол урта мәктәбе төҙөлөшө әүҙем дауам итә. Уның янында 120 урынлыҡ интернат буласаҡ. Ҡотан ауылында ла белем усағы ҡалҡа, бының өсөн 27 миллион һум аҡса бүленгән. Быға тиклем халҡы аҫылмалы күперҙән сығып йөрөргә мәжбүр булған Иҫке Монасип ауылының Кепес урамы яғына ла тауҙан тура юл һалына. Былар эштәрҙең бер нисәүһе генә. Улар артабан да дауам ителер.










Вернуться назад