“Белер-белмәҫ мулла динде боҙа”05.08.2016
– Тәүге улым 6 йәштә теге донъя хаҡында һораша башлаған ине. Әле икенсеһе лә ҡыҙыҡһына. Балаларға нисә йәшендә ошо турала һөйләргә ярай, хәҙрәт?

В. ҒӘЛЛӘМОВА.
Федоровка районы.


Башҡортостан мосол­ман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим! Әлхәмдү­лиллаһ, Аллаһы Раббыл Ғәләми хәҙрәттәре үҙе­нең изге китабының беренсе аяты кәримәһендә үк “Һине юҡтан бар итеп яратҡан Аллаһы Тәғәлә исеменә уҡы” тиелгән. Ошо “Ҡөрьән Кәрим” ҡиәмәт көнөнә хәтлем бөтә кешелек донъяһына ғилем үә мәғрифәттә, әхлаҡ үә тәрбиәлә, йәшәйештә Аллаһы Тәғәләнең илаһи ҡануны булған “Ҡөрьән Кәрим”дең беренсе аяты беҙҙе уҡырға бойора икән, ғилем алыу, өйрәнеү, уны һөйөү һәм ғилем эҙләп сәфәр ҡылыу, остаздарҙы хөрмәт итеү, ғилемде һаҡлау һәм уны киләһе быуынға ҡалдырыу Исламда ҙур урында тора. Ғилемде ҡайһы ваҡыттан башлап өйрәнергә кәрәк тигәндә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙисе бар.
Был хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм беҙгә “ғилем талап ҡылығыҙ, өйрәнегеҙ бишектән алып гүргә кергәнсе” тигән. Бөгөн ғалимдар былай тип әйтә: “Хатта ки сабый бала әле ана ҡарынында ятҡанда уҡ атай-әсәйҙең һөйләшкәнен тыңлап ята һәм шунда уҡ ниндәйҙер ғилем ала”. Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ғилем – ул Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәт. Уны беҙ ғүмер буйы өйрәнергә тейешбеҙ. Ғилемдең осо ла, ҡырыйы ла юҡ. Бөтөн ғилем Аллаһы Тәғәләгә барып тоташа. “Әгәр ҙә ғалим миңә бер генә хәреф өйрәтһә, мин уға ҡол булырға ризамын”. Шулай булғас, ғилемде һәр ваҡыт хөрмәт итергә, өйрәнергә тейешбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм үҙенең “мөбәрәк” хәҙисендә: “Әгәр ҙә кем дә кем ғилем алыу өсөн сәфәргә сыҡһа, аяғына туҙан ҡунһа, Аллаһы Тәғәлә ғилем юлында йөрөгән кешенең тәнен йәһәннәм утында яндырмаҫ”, – тигән”. Икенсе бер хәҙисендә әйтелеүенсә, ғилем алыусыға хатта һыуҙағы балыҡтар ҙа доға ҡыла, фәрештәләр ҙә ҡанат ҡаға. Ғилем алыу – мосолмандарҙа изге бурыс. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә беҙгә ғилем алыуҙы, өйрәтеүҙе бик матур итеп аңлатҡан. Шуға, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, беҙ ғилем юлынан барырға тейешбеҙ.
Ә инде уҡыусы менән яҡшы, күркәм мөнәсәбәт урынлаштыра белгән кеше – ул ысын мәғәнәһендә уҡытыусы. Мин һәр ваҡыт әйтәм: уҡытыусы – ул талантлы шәхес, баланы һөйгән, уға ихтирам менән, шәхес итеп ҡараған кеше. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: “Балаға ете йәш тулғас уға намаҙ өйрәтегеҙ”, – тигән. Беҙ балаға тәрбиә биргәндә, уға дин ғәмәлдәрен өйрәткәндә йомшаҡ, матур мөғәмәләлә булырға тейеш. Аллаһы Тәғәлә үҙе хаҡында дөрөҫ итеп аңлата алған кешегә рәхмәтле була. Үҙенең биргән ниғмәтен шул әҙәмдә күрергә ярата. Мөмкинлегеңә ҡарап хеҙмәт ит. Балаға дәресте ғилемле кеше бирергә тейеш. Динде белер-белмәҫ көйө беҙ баланы өркөтөргә тейеш түгел. Аллаға шөкөр, мәсеттәребеҙ, мәҙрәсәләребеҙ бар. Унда барып, күреп, йома намаҙына йөрөтөп, дингә әкрен генә килеү шарт. Баланы ҡурҡытып, өркөтөп, белер-белмәҫ көйө өйрәтһәң, унан яҡшы, рухлы кеше сығыуына өмөт ҡалмай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең бер хәҙисендә “Кешене ҡурҡытмағыҙ, рухын һүндермәгеҙ”, – тигән. Ата-әсәһе баланы мәктәпкә алып барып бирә. Бала бәләкәй генә күренә, ләкин уҡытыусы ете йәшлек уҡыусыны тиң күреп, матур итеп етәкләп, ғилем донъяһына алып сыға. Шуның өсөн, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һәр өлкәнең үҙ белгесе булырға тейеш. Үзбәктәрҙең бер әйтеме бар: “Белер-белмәҫ мулла динде боҙа”. Шуның өсөн динде балаларға өйрәткәндә ғилемле кешеләрҙе табып, улар, иншалла, балабыҙға дин хаҡында матур мәғлүмәт бирһә, сабый динебеҙгә, милләтебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, сәнғәтебеҙгә, йәшәйешебеҙгә, телебеҙгә, рухыбыҙға ҡарата мөхәббәтле булып үҫер һәм, иншалла, киләсәктә илебеҙҙең таянысы, матур бер шәхесе булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.



Вернуться назад