Көлөп алайыҡ әле05.08.2016
– Ә һеҙ беләһегеҙме, әгәр тартмаһағыҙ, шул аҡсағыҙға бына бындай машина ала алған булыр инегеҙ. (Йәнәшәлә торған машинаһына төртөп күрһәтә).
– Ә һеҙ бына тартаһығыҙмы үҙегеҙ?
– Юҡ...
– Ә һеҙҙең бындай машинағыҙ бармы?
– Юҡ...
– Бына күрәһегеҙме? Ә мин тартам һәм был минең машина.
***
Автомәктәптә имтихан бара:
– Двигатель нисек эшләй?
– Үҙ һүҙҙәрем менән мөмкинме?
– Әлбиттә!
– Вжжжж! Вжжж! Вжжжж!
***
Ҡазан урамы буйлап троллейбус бара. Йөрөтөүсе туҡталыштарҙы иғлан итә:
– Киләһе туҡталыш – Сыртланова.
Үтеп китәләр.
– Сыртланова туҡталышы. Киләһе туҡталыш – Ғарифйәнов.
Тағы үтеп китәләр.
– Ғарифйәнов. Киләһе туҡталыш – Бер туған Ҡасимовтар...
Шунда йөрөтөүсе янына бер бабай килә лә:
– Улым, минең фамилия Хәбибуллин. Миңә ҡасан төшөргә?
***
Юлда “Запорожец” ватылып ҡала. Бер “Мерседес” туҡтай ҙа тағып алып барырға риза була. Шунда “Запорожец” шоферы былай ти: “Һин артыҡ ҡаты сапма, әгәр ҙә артыҡ булһа, мигать итермен, һин тиҙлегеңде кәметерһең”, – тигән. Киткән былар.
Быларҙы күреп торған бер кеше дуҫына һөйләй икән: “Ҡарале, бөгөн бер “Мерседес” саба сәғәтенә 160 километр менән, артынан “Запорожец” юл бирергә һорап, мигать итеп бара...”
***
Машинала ир һәм ҡатын, ҡатындың атаһы менән әсәһе китеп бара икән. Кинәт быларҙы поста туҡтаталар:
– Һеҙ был участканы ҡағиҙәләрҙе боҙмайынса уҙған беренсе кеше, ҡотлайым, һеҙгә 1000 һум премия!
Ир шатлана инде:
– Шәп булды был, был аҡсаға үҙемә права алам!
– Нисек, һеҙ праваһыҙ йөрөйһөгөҙмө ни?
Ҡатын:
– Тыңламағыҙ уны! Иҫерек саҡта нимә таҡылдағанын аңламай бит ул йүләр!
– Һеҙ әле иҫерек тәме ни?
Әбей:
– Әйттем мин һеҙгә урланған машинала йыраҡ китеп булмай тип!
***
Автобуста:
– Билетың бармы?
– Ә һинеке?
– Һинең билет?
– Минең билет?
– Һин ауырыумы әллә?
– Ә һин табипмы әллә?
– Әйҙә, һинең билет?
– Әйҙә. Минең билет.
– Нимә башҡа һүҙҙәр белмәйһеңме әллә?
– Беләм, ҡатырға.
– Ҡустым, мин контролер!
– Апай, мин сантехник...
– Һеҙҙең барыһы ла өйҙәме һуң?
– Ҡунаҡҡа киләһегеҙме әллә?
– Әйҙә, һинең билет?
– Әйҙә. Минең билет.
– Һин нимә – ҡуян?
– Һин нимә – бүре?
– Билетың бармы, тим?
– Нимәгә һуң ул һиңә?
– Ҡарарға...
– Һатып ал да ҡара...
– Һинең билет!
– Минең билет.
– Ә быныһы – минең туҡталыш.
***
Арыу ғына һалмыш бер шофер машина ағымына ҡаршы килә. ЮХХДИ хеҙмәткәре быны шунда уҡ эләктереп ала:
– Ҡайҙа бараһың?
– Үҙем дә белмәйем. Һуңға ҡалғанмын, ахыры, инде. Ана күрәһегеҙ бит, машиналарҙың һәммәһе кире ҡайта.