Походҡа барайыҡмы, өйҙә ултырайыҡмы?05.08.2016
Походҡа барайыҡмы, өйҙә ултырайыҡмы? Йыл һайын улымдың класс етәксеһе балаларҙы походҡа алып бара. Был сәйәхәтте улар йыл да түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ял урынын да, кем нимә алырын да алдан бүлешеп ҡуялар. Быйыл иһә уҡытыусы ата-әсәләр йыйылышында походҡа барыуҙан баш тартты. Сәбәбе балаларҙы автобус­та йөрөтөү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереүҙә.

Бала-сағаның күңеле ҡырылды: нисек инде поход булмай? Уларҙың күбеһе хыялында күптән Асылыкүл буйында шешлек ҡыҙҙырып, һыу төшөп йөрөй бит!
Йыл аҙағында Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең балаларҙы ташыуҙы ойоштороуға ҡағы­лышлы өлөшөнә байтаҡ үҙгәреш индерелгәйне. Хәҙер балалар төркөмөн ташыуҙа ун йылдан да иҫкерәк автобустар, еңел машиналар ҡулланырға рөхсәт ителмәй.
Автобус йөрөтөүсе шофер­ҙың кәмендә бер йыл “Д” категорияһына эйә булыуы шарт. Уның юл ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәүе лә мөһим. Һуңғы йылда ҡағиҙә­ләрҙе боҙған өсөн таныҡлығын алдырған шофер балалар йөрөтөүгә яҡын да килтерел­мәйәсәк.
Дүрт сәғәттән ашыу дауам итәсәк сәфәргә ете йәштән бәләкәйерәк балаларҙы алырға ярамай. Икенсе ҡалаға барғанда, юлда өс сәғәттән артыҡ булырға тура килһә, балаларҙы медицина хеҙмәт­кәрҙәре оҙатырға тейеш, ҡапҡылап алырға ризыҡ, шешәләрҙә һыу алыу мөһим. Балалар өс автобус менән барһа, уларҙы мотлаҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм табип оҙатырға тейеш.
Төндә, йәғни киске сәғәт ун берҙән, иртәнге алтыға тиклем, балалар төркөмө менән юл йөрөү тыйыла. Әммә был осраҡта иҫкәрмәләр ҙә бар: билдәләнгән урынға йәки ҡуныр ергә барып етеү, аэропорт йә вокзалға (уларҙың илле километрҙан алыҫ булмауы шарт) юлланыу. Яңы талаптарҙың маҡсаты бер – балаларҙың хәүефһеҙлеген күҙәтеү.
Әлбиттә, юл – хәүеф сығанағы. Йыл башынан ғына балалар ҡатнашлығында 193 юл-транспорт ваҡиғаһы тер­кәл­гән, уларҙа дүрт бала һәләк булған, 203-ө төрлө тән йәрәхәте алған.
Шулай итеп, оҙаҡ уйлаш­ҡас, балаларҙы ялға алып бармаҫҡа булдыҡ.








Вернуться назад