Интернет селтәрен гиҙгәндә ниндәй генә оҫталар менән “танышмайһың”. Берәүҙәр үҙе һеперә торған электр һеперткеһе уйлап сығара, икенселәр ҡул аҫтындағы материалдарҙан бассейн яһай, өсөнсөләр ғәрип этенә ағастан йә туҡыманан “аяҡ” эшләп бирә. Дөрөҫөн әйткәндә, саҡ ҡына иғтибарлыраҡ булһаҡ, бындай ҡулайлаштырыусылар арабыҙҙа ла йәшәй йә иһә юлда осрап ҡуя. Мәҫәлән, “тимер ат”ымды йүнәтергә тип, Петровский ауылындағы бер автосервисҡа туҡтаған арала машина нигеҙендә яһалған трактор хужаһы менән таныштым.Бер төркөм автослесарҙар: Руслан Мансуров, Евгений, Олег һәм Анатолий Левашовтар ҡышын заказдар аҙайған саҡта, буш ваҡыттарын әрәм итмәй “Ваз-2106” автомобиленә гусеницалар ҡуйып эшләй был тракторҙы.
– Бәләкәй саҡтан төрлө техника менән ҡыҙыҡһындым. Шуға автомобилдәр донъяһын һайланым, – ти ошо шөғөлгә алып килгән юлы хаҡында төп “конструктор” Евгений Левашов. – Бынан бер нисә йыл элек “Иж-планета” мотоциклы нигеҙендә ҡаргиҙәр яһағайным инде. Шул ҡаргиҙәр идея бирҙе.
Әйтеүе генә анһат, заводтағы тиҫтәләгән инженерҙар емеше түгел дә. Теп-теүәл итеп иҫәпләргә лә кәрәк, иретеп йәбештереүсе, нығытыусыһы ла үҙҙәре, бынан тыш, материал табып ҡара хәҙер. Тимер-томор элекке һымаҡ бушҡа өйөлөп ятмай бит. Материал тигәндән, башҡарған эш һымаҡ уныһы менән дә әллә ни ауырлыҡ тыумаған шулай ҙа, сөнки гусеница ябай ғына деталдәрҙән тора. “Кулибиндар” иген тейәй торған транспортерҙың ҡайышын буйҙан-буй уртанан киҫеп сыҡҡан да шул ҡайыштарҙы өс тәгәрмәскә кейҙергән. Икеһе алғы һәм артҡы күсәр тәгәрмәсе булһа, өсөнсөһөнә машинаның уртаһы тирәләй аҫҡа йәнә бер күсәр ҡуйырға тура килгән. Ҡайыштарҙы тоттороусы деталдәр, ярҙамсы рам хаҡында тәфсирләп тормайым, ҡыҫҡаһы, бынамын тигән машина-трактор килеп сыҡҡан.
Әйткәндәй, техниканы егеттәр яҙын һынап та ҡараған инде. Етешһеҙлектәрен асыҡлап, әлеге мәлдә камиллаштырыу өҫтөндә эшләйҙәр.
– Ҡыш көнө ҡар этергә була, һунарға йөрөү өсөн ҡулай, сөнки был төр “Жигули”ҙың салоны йылы була, – тип һүҙгә ҡушыла йәш автослесарь Руслан Мансуров. – Һатып алам тиһәң, заводта эшләнгән бындай гусеницалар 150 мең һум тора.
Хаҡ тигәндән, машинаны ҡулға төшөрөргә теләк белдереүселәр ҙә табылған. Нисек кенә булмаһын, егеттәр ижади емештәренән файҙа алыр тигән өмөттә ҡалайыҡ.