Гүзәл заттарҙың байрамынан һуң башланған һалҡын көндәр көслө ҡар яуыуы, һауаның йылыныуы менән алмашынды. Әммә был хәл Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль магистрале идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөн көтөлмәгән хәл булманы.
Идаралыҡта былтыр автоматлаштырылған метеорологик тәьминәт системаһының беренсе сираты ғәмәлгә индерелгәйне. Һауа торошон, юл япмаһын күҙәткән һәм тейешле мәғлүмәттәр биргән заманса ҡорамал үҙен ғәмәлгә индереүгә тотонолған аҡсаны аҡлай башланы.
— Федераль трассаларҙы тейешле хәлдә тотоу өсөн һуңғы ике көндә ябай 20–25 механизм урынына подряд ойошмалары юлға хеҙмәтләндереү техникаһын күберәк сығара, — тине идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Радмир Ваһапов. — М-5 “Урал”, М-7 “Волга” һәм Р-240 Өфө — Ырымбур автомагистралдәрендә 95 грейдер, бульдозер, башҡа юл машиналары өҙлөкһөҙ яуған ҡарҙы таҙартты. Хатта роторлы техниканы ла сығарырға тура килде. Әле юлда 93 берәмек машина эшләй. Ошондай эш һөҙөмтәһендә транспорт сараларының хәрәкәте тотҡарланманы.
“Һауа шарттары насарая ҡалһа, өҫтәмә саралар күрелерме?” тигән һорауға Радмир Ваһапов: “Юлсылар өсөн әле көсөргәнешле мәл, әммә бирешмәйбеҙ. Эш төндә лә туҡтамай, тәүлек әйләнәһенә бара. Буран көсәйә төшһә, техниканы һәм кешеләрҙе өҫтәмә йәлеп итәсәкбеҙ. Юлды тейешле кимәлдә тотоу, хәлгә контроллек итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ”, — тип яуапланы.
И. ӘХМӘҘИЕВ.