Юғары белем мәсьәләһенең беҙҙең ил өсөн элек-электән көнүҙәклеге билдәле. Тарих төпкөлөнә әллә ни төшмәй, совет осорон ғына алһаҡ та, кешенең, башлыса, уҡырға ынтылғанын беләбеҙ. Бында “Белеме ҙурҙың телеме ҙур” тигән әйтем дә ярайһы йоғонтоло шикелле, уны хәлле донъя көтөүҙең ышаныслы бер шарты тип ҡарау бар.Байтағыбыҙҙа күңел талабы, тәбиғәттән бирелгән һәләтте юғарыраҡ кимәлдә, тимәк, күләмдә лә, ҡулланыу, бөҙрә һүҙ тип ҡабул ителмәһен, шуның менән йәмғиәткә файҙа килтереү теләге лә юҡ түгел, әлбиттә. Нисек кенә булмаһын, вузда уҡыу ыңғай баһалана, “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” – тип ана ҡайһы заманда уҡ әйтеп тә, яҙып та ҡалдырылған бит. Быныһы асыҡ, тәғәйен белдерелгәне генә, мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫкә лә алып тормайбыҙ. Халҡыбыҙ ҡул хеҙмәтен генә хөрмәткә сығарып сикләнмәгән, баш эшен унан үргәрәк ҡуйған. Fөмүмән, уҡырға теләү, уның сифаты буйынса заманында, совет осоронда, тотош донъяла алдынғы булдыҡ таһа. Күпселек белгестәрҙең таныуынса, СССР заманында белем ныҡлыраҡ, тәрәнерәк бирелгән. Ныҡлы, тәрән булһа ла, тормошта бигүк ҡулланып булмаҫлыҡ, әҙәм мейеһенә һеңмәҫлек ғилемдәр уҡытылды, ә ябай нәмәләр, мәҫәлән, нисек уңышлы кеше булырға, бай йәшәргә өйрәтелмәне, тиеүселәр ҙә бар. Бына ул яҡтан баҡҡанда сифат бөгөн өҫтәрәк түгелме икән әле? Мәҫәлән, дәүләттеке булмаған, халыҡса әйтһәк, коммерция вуздары, ҙурҙан алғанда, тап ана шул хәлле кеше булырға өйрәтә ләһә. Етеш йәшәргә теләгәндәр, уларҙың ата-әсәһе түләүле уҡыу йортона аҡсаһын да йәлләмәй. Был, ҡабатлап белдерәбеҙ, ҙурҙан алғанда ғына, юғиһә түләп уҡығандар араһында ла бүтәнсә уйлы, башҡа йүнәлешле ватандаштарыбыҙ бар. Сифат тигәндә, донъя малы тупларға ғына өйрәтеү ҙә бигүк дөрөҫ түгелме әллә? Уныһы ла бар. Һорау эсендә яуап ятҡанын да йәшермәйбеҙ.
Кеше уҡырға ынтыла, тинек һәм быны бик яҡшы тип нарыҡланыҡ, тик хәҙер самаһыҙ киң таралған күренеш түгелме ул? Сит илдәр менән сағыштырғанда ла, әлеге лә баяғы үткән быуат менән йәнәш ҡуйып ҡарағанда ла. Сит илдәр тигәндә, уларҙа юғары белемле кешеләрҙең беҙҙәгегә ҡарағанда әҙ булыуын, колледж дипломлыларҙың да уңышлы эшләү-йәшәүҙәрен ышаныслы әйтә алабыҙ бит. Мәктәпте тамамлай килеп, юғары уҡыу йортона инә һалмау, беҙҙәгесә, улай уҡ эшкинмәгәнлек тип нарыҡланмай. Fөмүмән, уларҙа тормош баҫҡыстарына, күпселектә, һуңлабыраҡ күтәреләләр бит. Әллә беҙ үҙебеҙ ҡабаланабыҙмы, иртәрәк бешәбеҙме? Тормош-көнкүреш шарттары, тәбиғәт ҡырыҫлығы алдараҡ өлгөртәме? Фәлсәфәүилеккә тартым нәмәләр былар, ризалашырға мөмкиндер ҙә, юҡтыр ҙа, шулай ҙа уҡыуҙар артыҡ күбәйеп китте шул, илде баяғы төрлө коммерция вуздары баҫты. Ҡайһыларында имтихандарҙың да шартлы ғына булғаны мәғлүм. Күренеш, хәйер, киләсәктә кәмергә лә оҡшаған, сөнки Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы юғары уҡыу йорттары селтәрен оптималләштереү программаһын ҡабул иткәйне бит, унда ҡыҫҡартыу, ябыу кеүек ысулдар ҡаралғайны. Был ошоғаса ла барған, әйткәндәй, байтаҡ филиал, вәкиллек эшләүҙән туҡтаған. Ғәҙел дә инде былай: 100-ҙән дә кәм студентлы ниндәйҙер берәй филиалды етди тип булмайҙыр. Анауы замандарҙа, 90-сы йылдарҙа, урамдарҙы ҡаплап алған бәләкәс сауҙаханалар менән дә сағыштырып ҡуялар үҙҙәрен. Заманында әлеге ларектар ҙа хәжәт булды былай, ил ас-яланғас ине. Ваҡыт үтте, ихтыяж кәмене, халыҡсан әйтһәк, “комоктар” тора-бара юҡҡа сыҡты. Былар менән дә шулай тип аңлайыҡ һәм, рәхмәт әйтеп, хушлашайыҡтыр. Хәҙер беҙгә, ниһайәт, оҙайлы программалар менән эшләргә, ултыраҡ тормошҡа күсергә кәрәк.
Әммә ябып ҡуйыу ғына бигерәк ябай, артыҡ тура юл булыр ул, бөтәһенә лә бер сыбыҡ килешмәҫ, илдең юғары мәктәбе потенциалын сығарып ташлау ярамай ҙаһа. Вуздарҙы берләштереү юлы ғына хаҡ, тип белдерелгәне бар, шулай ителә лә. Йәғни классик университеттар, Көнбайыштағы ише, бер нисә институттан торһа, һәйбәт. Хәйер, был да яңылыҡ түгел инде. Былар әлегә хәл ителеп бөтмәгән мәсьәләләр, ҡайһылары ниәттәр генә тиерлек, сөнки һәр юғары уҡыу йортонда нисәмә кеше яҙмышы бар, һәр береһенә айырым иғтибар хәжәт.
Был өлкәлә йыл да ҡыҙыу миҙгел етә тора, һәм ул күптәр өсөн ауыл хужалығы эштәренән дә мөһимерәк. Яҙҙың бер нисә йүгерек көнөндә тапшырылған Берҙәм дәүләт имтихандары йылдарҙы, тотош ғүмерҙе тиерлек туйҙырырлыҡ шикелле була, шул көндәрҙә һайрашыу-һайрашмауҙан аҙаҡтағы ыңғырашмау йә ыңғырашыу тора.
Юғары белем элегерәк, эйе, заманса тел менән әйткәндә, эш биреүселәр яғынан да, йәмғиәт тарафынан да бик мәртәбәле баһаланды. Бындай дипломлы кешеләрҙең белем тәрәнлеге бәхәсһеҙ булды. Ромб рәүешендәге билдә түштәргә оло ғорурлыҡ менән тағып йөрөтөлдө. Сафтың әллә ни тығыҙ булмағаны ла роль уйнағандыр инде. Был баҫҡысҡа күтәрелгәндәрҙең унан да алдараҡ тағы ла әҙерәк булғаны мәғлүм.
Әлегеләрҙе әйткәндән һуң, ә бөгөн тип, бының киреһен белдереү көтөләлер һәм, тулыһынса булмаһа ла, хаҡ көтөлә. Тулыһынса түгел, сөнки кешенең имтихандарҙы тапшырыуы, инеүе, уҡып сығыуы – үҙе үк артылыш, үр бит. Шулайын-шулай ҙа ул, ләкин, инженер һөнәрен алып та, ябай эшсе булып йөрөгәндәрҙе күргәнгә, ҡайһыларын шәхсән белгәнгә, әлеге һығымта яһала. Сауҙахана кассаһында педагогтар, юристар, менеджерҙар баҫып тора. Психологтар асфальт һала, иҡтисадсылар кеүәҫ һата. Һөнәрҙәре буйынса башлайҙар ҙа ташлайҙар: ябай ҡул эшенең хаҡы күберәк. Бөтөнләй уҡымағандарҙың ике юғары белемленән байтаҡҡа юғарыраҡ хаҡҡа эшләүенә миҫалдар ишле. Һыуыҡ яҡтарға йөрөп эшләгәндәрҙең ҡайһы берҙәре күҙҙә тотола бында. Етмәһә, уларҙы социаль яҡлау ҙа йәнәш ҡуйғыһыҙ арыу. Эре нефть йәки газ компанияларының эшсене пенсияға оҙатҡандағы аҡсалата бүләктәре лә сағыштырғыһыҙ күләмле. Эш, көнкүреш шарттары, ғаиләнән айырылыу, ғаилә хәстәрлеге, тәрбиә күрмәү бар, әлбиттә, быларға һәр кем дә ризалаша ла, түҙә лә алмайҙыр, һаулығы ла етмәйҙер, шулай ҙа айырманың артыҡ ҙурлығы ғәҙел түгел. Был инде бәғзеләр тарафынан юғары белемгә юғарынан ҡарау өсөн ныҡлы нигеҙ.
Дөйөмләштерәбеҙме? Был да юҡ түгел, юғиһә бынамын итеп үҙ йүнәлеше, дипломындағы һөнәре буйынса эшләп йөрөгәндәр ҙә күп, әммә улар – был тормошта нимә теләгәндәрен яҡшы белгәндәр, ата-әсәһе көсләп уҡытмағандар.
Ә теләмәгәндәр урта махсус белем менән сикләнһә лә, әллә ни һәләкәт түгелдер: бөгөн хеҙмәт баҙарында төҙөүсе, электрик, сантехник һәм башҡаларҙың етешмәгәнен беләбеҙ бит. Беҙҙең йәмғиәттә кеше менән ярышыу күренештәре бар, әлбиттә, уңайһыҙланыу, оялыу хисе, әммә улар ваҡыт менән үтә торған күренештәрҙер.
Был – һүҙ араһында әйтелгән фекер генә, һис тә өндәү түгел, мөмкинлеге булғандар, теләгәндәр уҡырға тейеш. Уҡыуҙың ауыл балалары өсөн ҙур ерҙә йәшәү, шул рәүешле унда инеп китеү, ылығыу, алда офоҡтар киңәйеү икәнен дә беләбеҙ. Йәнә лә үҙеңде, ғаиләңде генә түгел, тотош илеңде лә күтәрергә тейеш йөгөң бар бит әле иңдәреңдә, быны белемһеҙ нисек атҡармаҡ кәрәк? Ғилем мотлаҡ, уны мәктәптән үк тәрән алырға, артабан, юғарыла, нығытырға тейешһең.
Тик, зинһар, үҙең теләгән, күңелең ятҡан, ныҡ оҡшаған ғына һөнәргә эйә бул, модалыға түгел. Юғиһә беҙҙең республикалағы вуздарға ҡайһы бер традицион, ҡапыл байыу мөмкинлеген бирмәһә лә, кәрәкле йүнәлештәр буйынса ғаризалар әҙерәклеген беләбеҙ. Дипломдағы яҙыу яңыса, әллә ниндәй тел һындырырлыҡ сит ил һүҙҙәре менән, шул арҡала хәтәр яңғырап та, тормошта ҡулланып булмаһа, фәтүә әҙ бит, кисәге күпме студент бөгөн эшһеҙ аптырана. Егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ уҡырға инеп ҡыуаныша, уларҙан да бигерәк ата-әсәләре шатлана: ауырлыҡтар, күңел ғазаптары артта, ләкин һөйөнөстәр ваҡытлыса. Мәҫәлән, бакалавриатты бөтөргәнсә. Артабан инде алға тағы дилемма килеп баҫа: эшкә төшөргәме, магистратураға инергәме? Бәлки, ул хәтлем ут араһы ла түгелдер был, юғиһә икеһен бер юлы ла башҡарырға мөмкин бит һәм, ғәҙәттә, шулай ителә лә, ләкин эш табылырмы һуң? Бына шунда инде һин дүрт йыл элек, бәлки, әллә ни диҡҡәт ҡылмаған нәмә, һөнәрҙе дөрөҫ һайлау кәрәклеге, бөтә яҡшылығында йәки яманлығында асыҡ сағыла ла. Һүҙ, эйе, китапса әйткәндә, “хеҙмәт баҙарындағы ихтыяж” тураһында бара. Был рәсми телдә бигерәк тә һалҡын яңғыраған төшөнсә, тормошо яңы башланған тигәндәй йәш кешегә ҡарата, бәлки, кешелекһеҙ ҙә яңғырайҙыр, әммә ысынбарлыҡ шулай: социаль дәүләттә булһа ла, капитализм шарттарында йәшәйбеҙ ҙәһә. Шул йә был һөнәр эйәһе хайран үтемле тип кенә, үҙеңә оҡшамаған, булмышыңа, тәбиғәтеңә ят өлкәгә бара алмайһың. Ата-әсәңдең аҡсаһын түләп уҡырһың да ул, ғүмер буйы ғазап сигерһең. Ҡыҫҡаһы, инерҙән алда сығырыңды уйла.
Мәсьәләнең совет заманындағы белгестәрҙе дәүләт бүлеүе системаһының, бер көн килеп, юҡҡа сығыуына бәйле икәне асыҡ мәғлүм. Үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙағында СССР Министрҙар Советының профессиональ уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы үҙәкләштереп бүлеүҙе ғәмәлдән сығарыуы ана шул хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлелекте уғата арттырҙы. Вуздар уҡытып сығара ла эше бөтә, артабан яуаплылығы юҡ. Был коммерция нигеҙендә башҡарылғанда инде, бигерәк тә. Ғөмүмән, белем биреүҙе эшҡыуарлыҡҡа әйләндереп ебәреү дөрөҫ түгел дә инде. Бая әйтмешләй, модалы һөнәрҙәр буйынса бүлектәр асып ебәрәһең дә аҡса эшләйһең, улай бармай. Был бит һиңә күлдәк тегеп һатыу түгел. Кейем туҙа, ташлайһың, ә диплом, унан да бигерәк һөнәр – ғүмерлеккә ләһә.
Ни эшләргә һуң?
Бүлеү системаһын яңынан тергеҙәйекме? Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы быға ҡырҡа ҡаршы икәнен белдерҙе. Сөнки ул саҡта бүлеү генә түгел, бүленеү ҙә бар ине бит: мәҫәлән, ауыл еренә уҡытырға йәки дауаларға барырға бөтәһе лә атлығып торманы, ҡалала ҡалырға тырышыу үткән быуатта ла булды. Шуға күрә өс йыл мәжбүри эшләү индерелгәйне. Хәйер, бының бөгөн, тап ауылға ҡарата, өлөшләтә тергеҙелгәнен дә беләбеҙ. Мәҫәлән, табиптар, ауыл хужалығы белгестәре унда әле лә ҙур өҫтөнлөктәр биреп йүнәлтелә. Тик бының күҙ буяу ғына булмауы мөһим. Шулай тимәй ҙә булмай, сөнки дәүләттән торлаҡҡа тип бирелгән аҡсаға ныҡ ҡыҙығыу бар, һәм төпкөлгә эшкә барғандар араһында бәғзеләр ана шул ваҡытлысалығы менән алыҫтан айырылып тора: оҡшатмай ул был ерҙе, шарттарҙы, йыраҡлыҡты, кешеләрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе. Ундайҙарҙың, күпмелер ваҡыттан, фатирын Өфөгә алмаштырғанын ишетәбеҙ. Һәм быға ҡаршы төшөп тә булмай, закон боҙолмай бит. Бына бында инде бая әйтелгән нәмә, белемдең телем өсөн алыныуы, ғәмәли эшләйҙер. Ә аграр өлкәләге белгестәргә килгәндә, уларҙы ауылға барырға өндәргә лә кәрәкмәҫкә тейеш тә бит, юғиһә ни өсөн был вузды һайлаған һуң ул?
Ауылда ла шарттар тыуҙырырға, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙең яҡшы һөҙөмтә бирерлек механизмын булдырырға кәрәк, әлбиттә. Йәш белгестәр ҡайтһын өсөн, беренсе сиратта, уларҙың, билдәле, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу хәжәт. Был яңылыҡ түгел, бындай ҡарарҙар ошоғаса ла ҡаралды, программалар ҙа ҡабул ителде, этап-этаплап тормошҡа ашалар ҙа. Йәшәү шарттары ҙур ҡалала ғына түгел, бәләкәйендә лә, ауылда ла, ҡасабала ла булһа яҡшы бит. Шул саҡта “Өфөлә ҡалыу” тигән һүҙбәйләнеш, бәлки, яҡшыраҡ тормошта йәшәүҙе генә аңлатыуҙан туҡтар.
Шуның менән бер рәттән дәүләт вуз тамамлаусыларҙы бөтөнләй үк ташлап ҡуйҙы, тип тә булмай. 90-сы йылдар аҙағы – 2000 йылдар башында илдә йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу үҙәктәре булдырылды. 2006 – 2008 йылдарҙа улар Башҡортостандың да күпселек юғары уҡыу йорттарында барлыҡҡа килде. Бөгөн иһә был үҙәктәрҙән дә, башҡа органдарҙан да һөҙөмтәлерәк эш талап ителә, сөнки эшкә танышлыҡ менән, административ ресурсты файҙаланып, аҡса һоноп урынлашыуҙан йәмғиәткә мәнфәғәт, булһа ла, әҙҙер. Әлеге ысулдар баяғы ҙур телем алыу маҡсатынан ҡулланыла бит, тимәк, яҡшы сифат тураһында әйтеүе икеле, кешегә юғары белемдең бирелеүе уның алыныуы хаҡында гел генә һөйләмәй ҙәһә.
.