Венгрия ғалимдары ҡыҙыҡһына05.08.2016
Будапештағы Петер Пазмандең католиктар университетынан фән докторы Аттила Тюрк етәкселегендәге бер төркөм ғалимдар Өфө II ҡаласығында булды. Ҡунаҡтар археологик табыштар күргәҙмәһе менән танышты, ҡаҙыу эштәре барған урынды ҡараны.
Ғалимдар билдәләүенсә, бында табылған артефакттар ысын ғилми асышты тәшкил итә. Аттила Тюрк Башҡортостан коллегаларының хеҙмәтенә юғары баһа бирҙе.
— Өфө II ҡаласығы ҙур тәьҫир ҡалдыра. Бындағы ҡатлам ҡеүәтле, археологик табыштар бай, файҙаланылған техника ла, эштәр ҙә һөҙөмтәле. Шуныһы ҡыуаныслы: Өфө ғалимдары табыштар менән генә сикләнмәй, монографиялар ҙа ижад итә. Эш артабан да дауам итер тип ышанам. Ул Көнсығыш Европа өсөн дә ҡыҙыҡлы объект булмаҡсы, — тине ул.
Әйткәндәй, “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығы үткәргән өр-яңы ғилми тикшеренеүҙәр тәүге етди һөҙөмтәһен бирҙе. Ҡаласыҡ урынлашҡан ер ентекле өйрәнелде. Ул ҡатмарлы конструкцияны тәшкил итә. Табылған әйберҙәрҙең яҡынса датаһы билдәләнде. Улар араһында беҙҙең эраның VI—VII быуаттарында яһалған үҙенсәлекле көмөш алҡа айырым урын биләй. Ғөмүмән, археология ҡомартҡыһы Рәсәй һәм сит ил ғалимдарын йылдан-йыл күберәк йәлеп итә.