Мәғарифты үҫтереү – иғтибар үҙәгендә05.08.2016
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе барышында 20-нән ашыу Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты үҙҙәренең һайлау округтарында конференцияларҙа ҡатнаша. Парламентарийҙар Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың мәғариф өлкәһен закондар менән тәьмин итеү йүнәлешендә алып барған эше хаҡында һөйләйәсәк.
Август кәңәшмәһе төбәктәге уҡыу йорттары етәкселәрен, власть органдары вәкилдәрен, ғалимдарҙы Өфөгә йыясаҡ. Улар башҡарылған эшкә йомғаҡ яһап, киләһе уҡыу йылына бурыстар билдәләйәсәк. Артабан мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр район һәм ҡалаларҙа ла өйрәнеләсәк. Быйыл кәңәшмә өс көн дауам итә. Һәр көн билдәле бер темаға арналып, уның буйынса дискуссия майҙансыҡтарында, оҫталыҡ дәрестәрендә фекер алышыу ойоштороласаҡ.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, тәҡдим ителгән эш алымы урындарҙағы хәлде баһалау, күтәрелгән мәсьәләләрҙе ентеклерәк тикшереү мөмкинлеген бирә.
— Һуңғы йылдарҙа инклюзив белем биреүҙе үҫтереүгә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уҡыу йорттарында уңайлыҡтарҙы арттырыуға, мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороуға, белем усаҡтарын техник йыһазландырыуға иғтибар бирҙек. Мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының инфраструктураһы тамырынан яңырҙы, — тине республика парламенты Рәйесе. — Мәғариф системаһында уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙең мөһим шарты — уҡытыусыларҙың һәм мәктәптәрҙең инициатива күрһәтеүе, ирекле эш итеүе. Беҙгә үҙенсәлекле идеялар тәҡдим иткән новатор уҡытыусылар менән ғорурланырға, уларға һәр йәһәттән булышлыҡ күрһәтергә кәрәк. Әлеге педагогик форум мәғариф өлкәһендәге эш сифатын яҡшыртыуға өҫтәмә этәргес бирәсәк, әлбиттә.