Өфөлә – заманса скульптура аллеяһы05.08.2016
Өфөлә – заманса скульптура аллеяһы Баш ҡалабыҙҙың Ленин урамындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана эргәһендә “ArtTerria” заманса скульптура аллеяһы асылды. Бында бейеклеге 2 метрға яҡын өр-яңы 13 арт-объектты күрергә мөмкин.
Скульптураларҙың барыһы ла “Рәсәй. Евразия киңлеге: цивилизация һәм мәҙәниәт” темаһы менән берләш­терелгән һәм Мансур карьеры гранитынан эшләнгән. Абстракт скульптуралар тор­мошҡа яңыса ҡарашты кәүҙә­ләндерә. Бында Грузиянан, Франциянан, Болгариянан, Көньяҡ Кореянан, Япониянан, Санкт-Петербургтан, Мәскәүҙән һәм Өфөнән 13 скульптор­ҙың эштәре урын алған.
Әйткәндәй, аллея скульптура симпозиумы һөҙөмтәһендә бар­лыҡҡа килгән. Был сара Башҡортостандың Мә­ҙәниәт министрлығы һәм Өфө хакимиәте ярҙамы менән “Мираҫ” гале­реяһы башланғысы буйынса уҙғарылды.


Вернуться назад